Балаларға автокресло!

Йылдан-йыл юл хәрәкәте ҡатмарлаша. Ҡала-ауыл урамдарында автомототранспорт һаны арта. Автомобилдәр һаны үҫеүенә бәйле килеп тыуған проблемалар араһында авариялар һәм транспорт йәрәхәттәре беренсе урында тора. Юл хәрәкәте хәл- ваҡиғаларында бер ғәйепһеҙ балаларҙың зыян күреүе ҙур борсолоу тыуҙыра. Яҡынса һәр етенсе аварияла 16 йәшкә тиклемге бала зыян күрә.

Пассажир балалар юл хәрәкәтендә ҡатнашҡандарҙың бер категорияһы булып тора. 2014 йылда район-ҡалала
балалар ҡатнашлығында алты юл хәрәкәте хәл-ваҡиғаһында һигеҙ бала зыян күрҙе. Бѳтә осраҡтарҙа ла водителдәр ғәйепле тип иҫәпләнә. Күп ваҡытта водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙа. РФ Юл хәрәкәте ҡағиҙәһенең 22.6, 22.8 һәм 22.9 пункттарында былай тиелә:
- Бер тѳркѳм балаларҙы ав- тобуста йәки фургон кузовлы йѳк автомобилендә йѳрѳткәндә, улар менән мотлаҡ - бер кеше, ә бортлы платформалы йѳк автомобиле кузовында икенән дә кәм булмаған оҙатыусы булырға тейеш. Был транспорттың алдынан да, артынан да “Перевозка детей” тигән танытыу билдәһе ҡуйылыуы шарт.

- Транспорт сараһы конструкцияһы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, балаларҙың хәүефһеҙлеге тәьмин ителгән шарттарҙа ғына, уларҙы йѳрѳтѳргә мѳмкин. 12 йәшкә тиклемге балалар хәүефһеҙлек ҡайыштары, баланың ауырлығы һәм оҙонлоғона тап килгән махсус тотоусы ҡорамалдар менән йыһазландырылған транспорт сараларында ташыу рѳхсәт ителә, еңел автомобилдәрҙең алғы ултырғысында - тик махсус тотоу сараһы булғанда ғына.

- 12 йәшкә тиклемге балаларҙы мотоциклдың артҡы ултырғысында йѳрѳтѳү тыйыла. Быйыл һигеҙ айҙа балаларҙы автокреслоһыҙ йѳрѳткән ѳсѳн 109 водитель административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. “ФЭСТ” тотоу ҡорамалын 250- 400 һумға һатып алып булһа, баланы автокреслоһыҙ йѳрѳткән ѳсѳн административ штраф күләме - 3000 һум. Хѳрмәтле водителдәр! Юл ҡағиҙәләрен үтәгеҙ һәм уйламаған аҙымдар эшләмәгеҙ.
Рәфис ХӘЛИЛОВ, ЮХХДИ-ның юл-патруль хеҙмәте взводы командиры.
Оставить комментарий