КЕМ УЛ- КОЛЛЕКТОР

Бѳгѳнгѳ кѳндә арабыҙҙа кредит алмаған кешеләр бик һирәктер, хатта кѳндѳҙ сыра яндырып эҙләп кенә банкка бурысһыҙ кешене табырға булалыр, тип әйтһәк тә яңылышмаҫбыҙ. Арабыҙҙа тѳрлѳ кешеләр бар: намыҫлылар, тоғролар, выжданһыҙҙар, әҙәпһеҙҙәр, мутлашырға яратҡандар. Күптәр ай һайын банкка ҡайтара барған бурысының түләү ваҡытын иғтибарҙа тотмай.

Әммә заемсының аҡсаһы үҙ ваҡытында банк иҫәбенә килеп инмәһә, шул көндән, хатта сәғәтенән башлап, кредиттың тотош суммаһына штраф проценттары барлыҡҡа килә. Әгәр кредит түләүсенең аҡсаһы бер нисә тапҡыр һуңлаһа, бурысы икеләтә артыуы ихтимал. Ә инде түләүҙәр оҙаҡ тотҡарланһа, йыш осраҡта банк бурысты коллекторға һата. Бына шунан килеп сыға ла инде бурыслыларҙы эҙәрлекләү, тәүлек әйләнәһенә шылтыратып, нервыларын “ашаусы” коллекторҙар. Кем һуң ул - коллектор? Коллектор - банкка бурыслы кешенән төрлө юлдар менән аҡса талап итеүсе.

Коллекторҙар тураһында махсус закон юҡ, уларҙың эшен көйләүсе закон да юҡ. Еңел юл менән аҡса эшләргә теләүселәр коллекторҙар агентлығы булдырып, банктарҙан кешеләрҙең бурыстарын һатып алалар ҙа янау, ҡурҡытыу, психик баҫым ярҙамында бурыслының бирәсәген икеләтә арттырып түләтеп ала. Шулай итеп, һуңғы ваҡытта коллекторҙар арҡаһында фатирһыҙ, мөлкәтһеҙ тороп ҡалыусылар артҡандан- арта. Мәҫәлән, күптән түгел бер танышым (исемен атамауҙы үтенде) редакцияға илап килеп инде. Баҡтиһәң, банк фатирын тартып алырға маташа икән. Ҡатынды тынысландырып, хәл- әхүәлен һораша башлағас, асылып һөйләп китте. Ире күптәнән гүр эйәһе. Яңғыҙы ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙы башлы- күҙле булып, ҡырҙа йәшәй. Яңғыҙ улы Магнитогорск дәүләт техник университетының Белорет филиалында уҡып йөрөгәндә өйләнә. Ғаилә ишәйгәс, йәштәр менән бер бүлмәле фатирҙа йәшәүе ҡыйыныраҡҡа тура килә. Ҡатын банктан кредит юллап, фатирҙы ике бүлмәлегә алмаштыра. Әйткәндәй, улы эшләп уҡығас, ғаиләлә килем етерлек була. Шуға күрә кредитты ла ваҡытында түләп баралар. Егет уҡыуын тамамлауға, армия сафына саҡырыу ала. Тиҙҙән уны хәрби хеҙмәткә оҙаталар. Бына шунан башлана ла инде кредит проблемаһы. Килене студент, яңғыҙының аҡсаһы кредитты ҡапларға етмәй башлай. Түләй алмауына ярты йылдан ашыуға банктан (һуңынан асыҡланыуынса, ул коллектор булып сыға) янап шылтыратыуҙар башлана.

Бер аҙҙан шылтыратыусы ишек тупһаһында пәйҙә була һәм фатирҙың документтарын таптыра, бурыс өсөн фатирҙы тартып аласағын белдерә. Шулай итеп, ҡайҙа барып, кемдән яҡлау табырға белмәгән ҡатын беҙгә мөрәжәғәт итте. Ә ошондай уҡ хәлдә ҡалған беҙ белмәгән, ишетмәгән кешеләр күпме? Ә бит коллекторҙарҙың был ҡыланышы бөтөнләй законһыҙ. Улар кеше хоҡуҡтарын боҙа һәм мораль яҡтан быуа. Шуға күрә нисек итеп уларға бирешмәү һәм үҙ хоҡуҡтарыңды яҡлау тураһында кәңәштәр менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ. Нисек итеп коллекторҙарға бирешмәҫкә? Коллекторҙың банктан бурыс һатып алыуы законлы, әммә ҡурҡытыу эштәре законлы түгел. Баҫым яһағаны, ҡурҡытҡаны, янағаны ѳсѳн кеше коллекторҙы судҡа бирергә хоҡуҡлы. Әгәр үҙегеҙ йөрөргә баҙнат итмәһәгеҙ, адвокатҡа мѳрәжәғәт итергә була. Сөнки дәлилһеҙ, кешенең теләгенән тыш түләтеп булмай.

Ғөмүмән, коллекторҙар банк иҫәбенә йәки банк структураһында эшләй. Уларҙың законлы һәм законһыҙ булыуын белеү өсөн шәхесен дәлилләүсе танытмаһын һәм нимәгә таянып эш итеүен һорарға кәрәк. Законда коллекторҙар хеҙмәте тураһында ла айырым пункттар булдырылған. Әммә улар төн уртаһында кеше ишеген ҡағып йәки шылтыратып бурыстарын ҡайтарыуҙы һорай алмай, сөнки был хаҡта законда әйтелмәгән. Коллектор бер нисә этапта эшләй: тәүҙә телефон аша мѳрәжәғәт итә, икенсеһендә эшкә шылтырата, артабан судҡа биреү, төрмәгә ултыртыу менән янап, түләтеүҙе талап итеп, өйгә килә. Күпселектә юристар коллектор булып эшләй, шуға күрә улар законлы эшләргә тейеш. Әлбиттә, кеше ваҡытында бурысын ҡайтарырға тейеш. Бурыс банктың рейтингын тѳшѳрә, шуға күрә банк коллекторҙарға мѳрәжәғәт итә.

Әммә коллектор ҡурҡытып, янап йѳрѳргә тейеш түгел. Уларҙың законлы һәм законһыҙ икәнен тағы ла полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлай, әммә полицияға мѳрәжәғәт итеп гражданлыҡ эше асыу ѳсѳн дәлил кәрәк. Әгәр банк алдында бурысың бар һәм уны түләргә мѳмкинлегең юҡ икән, шунда уҡ банкка килеп, иҫкәртергә кәрәк. Һәм юрисҡа йәки адвокатҡа мѳрәжәғәт итергә. Судҡа, прокуратураға тиклем коллекторҙар менән һѳйләшә белеү мөһим. Коллекторҙар менән телефон аша һѳйләшкәндә полицияға талау тураһында ғариза яҙам тип әйтергә. Баҫым яһауҙың бер тѳрѳ - янау менән хат яҙыу.

Банк һеҙҙең бурысты беҙгә тапшырҙы тигән һүҙ буш хәбәр. Коллекторҙар ебәргән хаттарҙы дәлил итеп һаҡлағыҙ. Коллектор агентлығы, тип йѳрѳһәләр ҙә, уларҙың лицензияһы юҡ. Янауҙарға битараф ҡалығыҙ. Кеше ҡурҡышынан ҡағыҙға (расписка) яҙа башлай. Шуға күрә уларҙың ҡулынан бер ниндәй ҙә ҡағыҙ алырға һәм ҡул ҡуйырға ярамай. Улар суд приставы ла, полиция ла түгел. Коллекторҙар килгән осраҡта 112 номерын йыйып, полиция саҡырырға кәрәк. Киске 23 сәғәттән иртәнге 7-гә тиклем шылтыратһалар, полицияға хулиганлыҡ тураһында яҙырға мөмкин. Әгәр ҙә һеҙ кредитығыҙҙың әҙ генә өлөшөн түләгәнһегеҙ икән, коллектор мутлашыу тураһындағы статья менән янай алмай. Коллекторҙар законһыҙлығына юл ҡуйырға ярамай, уларҙы һәр саҡ судҡа оҙатырға кәрәк.
Нурия ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий