Кѳнүҙәктә - страховкалау мәсьәләһе

Ѳфѳлә Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы «Росгосстрах» компанияһы менән берлектә район-ҡала, республика матбуғат баҫмалары журналистары ѳсѳн «Страховкалау бѳгѳн. Башҡортостан Республикаһы страховкалау баҙары үҫеше киләсәге» программаһы буйынса семинар үткәрҙе.

СССР заманында йорт-ҡураны страховкалау мотлаҡ булһа, 90-сы йылдарҙан һуң был процесс үҙ ағымына ебәрелде. Бѳгѳн бик һирәктәр генә милкен, йорт-ҡураһын, һаулығын һәм башҡа осраҡтар буйынса страховкалау мѳмкинлеген файҙалана. Ә бит янғын кеүек күңелһеҙ хәлдәр кѳн дә тиерлек булып тора. Алдан һаҡланыу сараһы күрмәгәндәр бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡала, бәләгә тарыусыларҙың бик һирәктәре генә Хѳкүмәттән ярҙам алыуға ирешә. Семинарҙа бѳгѳн страховкалау мәсьәләһе кѳнүҙәк булыуын, ошо ѳлкәләге закондарҙы халыҡҡа еткереү йәһәтенән киң мәғлүмәт сараларында аңлатыу эше алып барыу мѳһимлеге тураһында һүҙ барҙы.
Семинар эшендә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары В.М. Хәкимова, бүлек начальнигы О.М. Горюнова, «Росгосстрах»тың Башҡортостандағы филиалы директоры Ю.Я. Шпизель һәм компанияның тѳрлѳ ѳлкә буйынса директор урынбаҫарҙары ҡатнашты.
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий