Ауылға ҡайтыусыларға аҡса түләнәсәк

Һеңлемдең улы аграр университетын тамамлап, ауылға ветеринар булып эшкә ҡайтты. Вуз һәм ссуз тамамлаған йәштәргә подъемный түләнә тип ишеткәйнек. Был мәсьәлә буйынса ҡайҙа һәм кемгә мѳрәжәғәт итергә. Бѳгѳнгѳ кѳндә уны армияға алдылар.
Флүрә СѲЛӘЙМӘНОВА.

Һеҙгә Мәғлүмәт-консультация биреү үҙәгенең баш белгесе, бухгалтер-экономисы Мѳхитдинова Лариса Ринат ҡыҙы яуап бирҙе.
- Һеҙ дѳрѳс ишеткәнһегеҙ, аграр университетын тамамлап тура ауылға эшкә ҡайтҡан егет һәм ҡыҙҙарға 100 мең һум яңы эшкә инеү аҡсаһы, йәғни подъемный түләнә. Уларға бер тапҡыр бирелгән аҡсанан тыш, ай һайын 7000 һум аҡса ла түләнәсәк. Ә урта махсус профессиональ белем алыусыларға бер тапҡыр бирелә торған подъемный аҡсаһы 60 мең һум, ай һайын түләнә торған компенсация 4 мең һум тәшкил итә. Был аҡсаларҙы алыу ѳсѳн мәғлүмәт-консультация биреү үҙәгенә ғариза менән мѳрәжәғәт итергә кәрәк. Шунда уҡ үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған башҡа тѳрлѳ һорауҙарға ла яуап ала алырһығыҙ.
Оставить комментарий