Коммуналь хеҙмәттәр ѳсѳн түләнмәй

Хѳрмәтле редакция, һеҙгә Исҡушты ауылынан элекке уҡытыусы хат яҙа. Минең шундай һорауым бар ине. Нимә эшләптер бѳтә мәктәптәр ҙә коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр алып бѳткән, тик беҙҙең мәктәпкә һаман да юҡ. Бѳтә кәрәкле документтар ҙа күптән тапшырылған.
Х.Х. ҒАЙСИН.

Һеҙҙең һорауға мәғариф идаралығының финанс тѳркѳмѳ буйынса тѳп белгесе Л.В.Савельева яуап бирә.
- Мәғариф идаралығы финанс мәсьәләләрен етди контролдә тота, был йәһәттән бурыстар ҙа, тәртип боҙоуҙар ҙа юҡ. Шуға күрә, Ғайсин Хәлит Хѳснѳтдин улына борсолорға кәрәкмәй. Яңы йылға тиклем был аҡсалар мотлаҡ ҡайтарыласаҡ. Мулдаҡай мәктәбенең үҙ ғәйебе лә бар. Бѳтә мәктәптәр ҙә квартал һайын ваҡытында отчет тапшырып бара, ә улар документтарын һәр саҡта ла һуңлатып, йылына бер генә тапҡыр тапшыра. Шуға ҡарамаҫтан, бѳтә документтар ҙа әҙерләнгән, республика бюджетынан аҡса бүленеү менән тейешле аҡса мотлаҡ түләнәсәк.
Э.МѲХӘМӘҘИЕВА әҙерләне.
Оставить комментарий