Ғәйепләргә ашыҡмайыҡ

“2013 йылдың 2 ғинуарында 19.10 сәғәттә миңә шылтыратып: “Улыңды “тиҙ ярҙам” машинаһы алып китте”, - тип хәбәр иттеләр. Мин дауахана ҡаласығының ҡабул итеү бүлексәһенә 19.30 сәғәттә шылтыраттым. Ундай фамилиялы кешене беҙгә алып килмәнеләр, тип яуап бирҙеләр. Бер нисә тапҡыр шылтыратып ҡарағандан һуң “тиҙ ярҙам” станцияһына мѳрәжәғәт иттем. “Тиҙ ярҙам” станцияһынан: “Ломовканан 1971 йылғы Р.С. Шакировҡа саҡырыу булды”, - тип яуап бирҙеләр. Борсолоуымды дарыуҙар менән баҫып, бер аҙ тынысланғас, тағы ла шылтыраттым. Әммә был юлы ла: “Ундай кешене беҙгә алып килмәнеләр”, - тигән яуап ишеттем. Бәлки, ҡабул итеү бүлексәһенә автоответчик ҡуйғандарҙыр, юлда авария булғандыр, тип уйлап ҡуйҙым. Малайҙы алып киткән “тиҙ ярҙам” машинаһы ҡайҙа булыуы мѳмкин?! Ҡатын ҡабул итеү бүлексәһенә үҙе шылтыратырға булды. Әммә уға ла шундай уҡ яуап ҡайтарҙылар. Аптырағас, тағы ла “тиҙ ярҙам” станцияһына шылтыраттым, хәлгә аңлатма биреүҙәрен талап иттем. “21.00 сәғәттә улығыҙҙы ҡабул итеү бүлексәһенә алып барҙылар”, - тигән яуап алдым. Хирургияның бѳтә бүлексәләренә, травматология бүлексәһенә шылтыратып сыҡҡас, 22.30 сәғәттә тағы ҡабул итеү бүлексәһе телефонына шылтыраттым. Ҡатын-ҡыҙ тауышы: “Ундай ауырыу беҙгә килмәне, етер шылтыратырға”, - тине.

Баҡтиһәң, был ваҡыт эсендә минең улым медицина ярҙамы алып, ѳйѳнә ҡайтҡан булған. Улым һѳйләүенсә, ауырыуына ҡарамаҫтан, ул тағы ла бер ауырыуҙы хеҙмәтләндереүҙәренә риза булған, бѳтәһе лә яҡшы тамамланған.
Дауахананың ҡабул итеү бүлексәһе медицина хеҙмәткәренең ҡылығын аңламаным... Әммә минең урында башҡаларҙың булмауын ғына теләргә ҡала.
Бәләкәй генә серемде асҡым килә. Үҙ ваҡытында мин ике йѳрәк инфаркты кисереп, Ѳфѳлә йѳрәккә ҡатмарлы операция эшләттем. Бындай хәлдәр миңең ѳсѳн насар тамамланыуы ла бар. Бѳтә медицина хеҙмәткәрҙәренә лә ғүмеремде оҙайтҡандары ѳсѳн рәхмәтлемен. Аҡ халатлы фәрештәләр алдында баш эйәм! Үкенескә ҡаршы, бер тамсы дегет бер мискә балды боҙа тигән мәҡәл дә бар халыҡта... Башҡа бындай хәлдәр булмаһын тигән маҡсатта яҙырға булдым.
С. Шакиров.
Белорет”.

Был хәлгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында, хатты Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы етәкселегенә ебәрҙек һәм дауахананың баш табибы Хәбир Мѳжәүир улы МОСТАФИНдан түбәндәге яуапты алдыҡ:
- 2013 йылдың 2 ғинуарында 19.13 сәғәттә Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының “тиҙ ярҙам” бүлегенең диспетчер пультына Ломовка ауылының Дорожная урамында йәшәгән Р.С. Шакировтан саҡырыу була. Был адресҡа барып етер ѳсѳн 19 минут китә.
Р.С. Шакировты дауахананың ҡабул итеү бүлексәһенә 21.00 сәғәттә алып килгәндәр. Ауырыуҙың ризалығы менән ошо уҡ районда икенсе ауырыуҙы хеҙмәтләндереүгә бәйле, “тиҙ ярҙам” хеҙмәте оҙаҡлай.
Ҡабул итеү бүлегенә килеү менән Р.С. Шакировҡа лаборатор тикшереү үткәрелә. Унан һуң пациентты дежур табип-хирург ҡарай, табип-терапевт консультация бирә, амбулатор дауалау тәғәйенләнә.
19.13 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем ҡабул итеү бүлексәһенә Р.С. Шакировтың туғандарынан алты шылтыратыу булған. Был ваҡытта ауырыу дауаханаға килтерелмәгән була, шуға ла ҡабул итеү бүлексәһендәге медсестра яуап бирә алмай. 21.00 сәғәттә ауырыуҙы ҡабул итеү бүлексәһенә алып киләләр, әммә Р.С. Шакировтың туғандарынан башҡаса шылтыратыу булмай.
PS: Әлбиттә, тормош булғас, тѳрлѳ хәлдәр була. Ҡайһы саҡта, үрҙә әйтеп үтелгәнсә, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа тыуа. Бындай сетерекле мәсьәләләр килеп сыҡҡанда, хәлдең асылына тѳшѳнмәйенсә башҡаларҙы ғәйепләргә ашыҡмайыҡ.
Р. Мусина әҙерләне.
Оставить комментарий