Прокуратура аңлата

Бѳгѳн үҙ хоҡуҡтарыңды, закондарҙы белмәү ҡараңғы зинданда йәшәүгә тиң. Ниндәй генә мәсьәләгә ҡағылһаң да законды, эш тәртибен белеү мѳһим. Тормош талаптарын иҫәпкә алып, Белорет район-ара прокуратура менән берлектә, хоҡуҡи белемде камиллаштырыу маҡсатында «Хоҡуҡ белеме» рубрикаһын тәҡдим итәбеҙ.

БѲГѲН ҺЕҘҘЕ БОРСОҒАН ҺОРАУҘАРҒА РАЙОН-АРА ПРОКУРОР ЯРҘАМСЫҺЫ
АРТУР САФИН ЯУАП БИРӘ.

Васыятнамәне нисек һәм ҡайҙа рәсмиләштерергә?
РФ Граждандар кодексының 1124 статьяһы 1-се пунктына ярашлы, васыят яҙма рәүештә тѳҙѳлгән һәм нотариуста раҫланған булырға тейеш. Шәхес белемһеҙ йәки юридик һәләтһеҙ булған саҡта уны нотариус васыят әйтеүсе һүҙҙәренән яҙа. Урындағы үҙидара органы башлығы ҡарары булған саҡта, васыятты раҫлау шул иҫәптән урындағы үҙидара органының вазифалы шәхесенә лә йѳкмәтелә.

Предприятиела эш хаҡы түләмәһәләр, нимә эшләргә?
Эш хаҡы түләмәү факты буйынса һеҙ үҙегеҙ йәшәгән ерҙәге территориаль прокуратураға, судҡа йәки Башҡортостан Республикаһы буйынса Хеҙмәт дәүләт инспекцияһына (Ѳфѳ, Большая Гражданская урамы, 24-се йорт, индексы 450065) ғариза менән мѳрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Мәғлүмәт ѳсѳн түбәндәгеләрҙе лә әйтеп үтергә кәрәктер: хеҙмәт тураһында һәм хеҙмәтте һаҡлау хаҡындағы закондарҙы боҙған ѳсѳн РФ КоАП-ының 5.27 статьяһы буйынса административ яуаплылыҡ ҡаралған. Шул иҫәптән, эш хаҡы түләмәгән ѳсѳн вазифалы шәхестәргә 500-5000 һумға тиклем штраф, юридик предприятие булдырмайынса эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнеүселәргә 500-5000 һумға тиклем штраф һалына йәки эшмәкәрлеген 90 тәүлеккә тиклем туҡтатыусы административ ҡарар сығарыла. Күрһәтелгән норманы тағы ла боҙған осраҡта 1-3 йылға тиклем квалификациянан мәхрүм итәсәктәр.

Минең улым һаҡсы булып эшләй. Шәхси йорт тѳҙѳү ѳсѳн ер алыуға сиратҡа торған. Аукционда ҡатнашырға аҡсаһы етмәй.
РФ Ер кодексының 30-сы статьяһына ярашлы, шәхси йорт тѳҙѳү ѳсѳн ерҙе конкурс, аукциондар аша ғына алырға мѳмкин.
Шул уҡ ваҡытта, РФ Ер кодексының 28-се статьяһының 2-се бүлеге һәм «Башҡортостан Республикаһында ер мѳнәсәбәттәрен кѳйләү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 10-сы статьяһына ярашлы, граждандар ѳс осраҡта бер тапҡыр бушлай ер алыу хоҡуғына эйә:
1) урындағы хакимиәттәрҙә торлаҡҡа мохтаждар иҫәбендә исемлектә тороусыларға шәхси йорт тѳҙѳү ѳсѳн;
2) ауыл пункттарында даими йәшәгәндәргә шәхси хужалыҡ алып барыу ѳсѳн;
3) баҡсасылыҡ ѳсѳн.

Бурысҡа бирелгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
РФ Граждандар процессуаль кодексының 122-се статьяһына ярашлы, бурысҡа бирелгән аҡса буйынса килешеү нотариуста раҫланған йәки яҙма рәүештә тѳҙѳлгән булһа, суд бойороғо биреү тураһындағы ғариза менән судҡа мѳрәжәғәт итергә мѳмкин. Суд бойороғо башҡарыу документы ла булып тора. Үҙ-ара бәхәс булған саҡта, кәрәкле документтар йыйып, судҡа иск ғаризаһы менән мѳрәжәғәт итеү мотлаҡ, ул РФ ГПК-ының 131-се статьяһына яуап бирергә тейеш.

Гаражды емерҙеләр, зыянды нисек ҡаплатырға?
Боҙолған гаражға ирекле баһалау үткәрергә кәрәк, унан һуң судҡа иск менән мѳрәжәғәт итергә була. Ғәмәлдәге законда сит мѳлкәткә зыян килтергән һәм юҡҡа сығарған ѳсѳн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
РФ Енәйәт кодексының 167-се статьяһында яуыз ниәттә сит мѳлкәтте юҡҡа сығарған йәки зыян килтергән ѳсѳн енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
РФ Енәйәт кодексының 168-се статьяһында ут менән йәки башҡа юғары хәүеф сығанаҡтары менән эш иткәндә сит кешенең мѳлкәтен юҡҡа сығарыу йәки ҙур күләмдә зыян килтергән ѳсѳн енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡарала.

Урындағы үҙидара органдары аҡса талап итә, баш тартҡан осраҡта тикшереү үткәрәләр.
Рәсәй Федерацияһында бағыусы ярҙамы ирекле булып тора.
Дәүләт һәм муниципаль органдарҙың эшҡыуарлыҡ субъекттарынан бағыусы ярҙамы күрһәтеүҙе мәжбүр итеүе буйынса ғариза менән прокуратураға мѳрәжәғәт итергә кәрәк. Нигеҙһеҙ тикшереүҙәр һѳҙѳмтәләре буйынса судҡа бирергә йәки прокуратураға мѳрәжәғәт итергә мѳмкин. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер, РФ Енәйәт кодексына ярашлы, эштәрендә коррупция сағылған вазифалы шәхестәр енәйәт яуаплылығына тарттырыла.

Юл ситендәге үләнде сабырға мәжбүр итәләр.
РФ Конституция-һының 37-се статьяһында хеҙмәт азатлы тип билдәләнгән. Мәжбүри эшләтеү тыйыла.
Эшселәр һәм тѳрлѳ ойошма, учреждение уҡыусылары йәмғиәт эштәренә тик үҙ теләге менән генә йәлеп ителә ала.


Р. МУСИНА әҙерләне.
Оставить комментарий