Пенсияға ваҡытынан алда сыға алаһығыҙ

“I тѳркѳм инвалид бала ҡарайым. Уға оҙаҡламай 17 йәш тула. Минең 9 йыл эш стажым бар. Ошо уңайҙан һорауым бар: миңә ваҡытынан алда пенсияға сығырға рөхсәт итерҙәрме?”
Әлфиә.

Һеҙгә ваҡытынан алда пенсияға сығыуға рөхсәт бирергә тейештәр. Бының өсөн әсә кеше ғәрип баланы 8 йәше тулғансы тәрбиәләргә тейеш. Шулай уҡ пенсияны билдәләү датаһына әсә кешенең 15 йыл страховка стажы ла йыйылған булыуы мөһим. Шуныһын билдәләп китеү ҙә кәрәк, страховкалау стажына эшләү осоронан тыш, инвалид баланы ҡарау осоро ла инә. Был хаҡта 2001 йылдың 17 декабрендә ҡабул ителгән 173-сө Федераль закондың 11-се статъяһында аныҡ әйтелгән. Шулай итеп, һеҙҙең 9 йыллыҡ хеҙмәт стажығыҙ менән 6 йыл инвалид баланы ҡарауығыҙ документтар ярҙамында раҫланһа, 15 йыллыҡ стажығыҙ тулған була. Әммә инвалид баланы ҡарау ваҡытына уны тик 18 йәшкә тиклем тәрбиәләү ваҡыты ғына инә һәм иң мөһиме, был осорҙа баланың инвалидлығы рәсми танылған булыуы мөһим шарт булып тора.
Оставить комментарий