Атайлыҡты экспертизанан тыш билдәләп буламы?

“Апайым яңғыҙ әсә, ҡыҙына быйыл 7 йәш тула. Әлегә тиклем баланың атаһынан ярҙам һорамай, уны үҙем генә тәрбиәләйем, тип килде. Быйыл һеңлем 1 класҡа бара, тимәк, сығымдар ҙа күбәйә. Ошо уңайҙан баланың атаһына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне, ул, бала минеке түгел, тип ҡырт киҫкән һәм апайымды төрлөсә битәрләгән. Атайлыҡты иҫбат итеү өсөн судҡа бирәм тигәс: «Бир, әйҙә. Барыбер мин унда бармаясаҡмын, тимәк, минән алимент та түләтә алмаясаҡһың», - тип яуап биргән. Был ысынлап та шулаймы? Әгәр ҙә атай кеше судҡа барыуҙан йәки экспертиза үтеүҙән баш тарта икән, уның атайлығын башҡа төрлө юлдар менән билдәләп буламы? Әгәр була икән, үткән йылдар өсөн дә алимент түләтергә мөмкинме?”
Гүзәл.

Рәсәй Ғаилә кодексының 49-сы статъяһына ярашлы, әгәр никахта тормаған ата-әсәнең балаһы тыуһа һәм атай кеше атайлығын таныуҙан баш тартһа, мәсьәлә суд аша хәл ителә. Шуға ла, тәү сиратта, баланың әсәһе йәки опекуны, йәки баланы ҡарарға алаусыһы судҡа ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш. Был осраҡта суд баланың сығышын күрһәтеүсе бөтә дәлилдәрҙе лә ҡабул итә. Судҡа әҙерлек һәм уның барышында баланың сығышын тулыһынса иҫбатлау өсөн йәки яҡтарҙың һорауы буйынса экспертиза билдәләнеүе ихтимал.
Атайлыҡты билдәләүҙә экспертиза һөҙөмтәһе һәм башҡа дәлилдәр судҡа законлы ҡарар сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Шуныһы ла мөһим, иҫбатлауҙарҙың үҙҙәре генә суд өсөн алдан билдәләнеүе ниндәйҙер көскә эйә түгел. Әгәр ҙә атай йәки әсәй кеше суд тарафынан тәғәйенләнгән экспертизанан баш тарта икән, Рәсәй граждандар процессуаль кодексының 79-сы статъяһының 3-сө өлөшө нигеҙендә суд туплаған иҫбатлауҙар, шаһиттар белдереүенә таянып, шулай уҡ был эштә махсус тикшереүҙең мөһимлеген күҙ уңында тотоп, атайлыҡ фактын таныу һәм кире ҡағыу хоҡуғына эйә. Ә инде атай кешенең ғәфү ителмәҫлек сәбәптәр менән судҡа килмәүе һәм экспертизанан баш тартыуы, был юридик мәсьәләнең элеккесә сиселешһеҙ ҡалыуы йәки бары тик ир кеше файҙаһына ғына хәл ителәсәген аңлатмай әле. Киреһенсә, был осраҡта суд ҡарары дәғүәсе, йәғни бала файҙаһына хәл ителәсәгенә өмөт ҙур.

Алимент юллауға килгәндә, баланың атаһы билдәләнеү менән уның үҙ балаһы алдында йөкләмәләре лә тыуа. Ғәҙәттә, алимент судҡа мөрәжәғәт иткән көндән алып түләнә башлай. Алимент түләргә бурыслы кешенең үҙ ата-әсәлек бурыстарын белә тороп та унан баш тартыуы судта билдәләнһә, уҙған 3 йыл өсөн дә унан бурыстарын ҡаплатыуҙары мөмкин. Ир йәки ҡатындың ата-әсәлек бурысы рәсми күрһәтелгәс кенә уларҙан алимент түләтеү хоҡуғы тыуа. Был осраҡта, хаттан күренеүенсә, алдағы йылдар өсөн алимент түләтеү мөмкин түгел, сөнки атай кешенең атайлыҡ хоҡуғы рәсми рәүештә теркәлмәгән.
Э. МӨХӘМӘҘИЕВА
әҙерләне.
Оставить комментарий