Юрист кәңәше талап ителһә...

Закондар үтәлергә тейеш. Әммә күп осраҡта ябай халыҡ үҙенең хоҡуҡтарын белеп етмәй, йә булмаһа, ҡайҙа мѳрәжәғәт итергә белмәй. Юридик ярҙамға мохтаждарҙың мәнфәғәтен яҡлау маҡсатында 2012 йылдан Рәсәй юристары ассоциацияһының Белорет районы буйынса урындағы бүлеге айына бер тапҡыр бушлай юридик ярҙам күрһәтә.

Ул 17-се гимназия бинаһында урынлашҡан МИЭП базаһында ойошторола. Урындағы бүлек менән Елена Николаевна Панкратьева етәкселек итә. Ассоциация эшмәкәрлегендә прокуратура, Росреестр, Роспотренадзор, суд приставтары, кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ярҙамсыһы, хакимиәт юристары ҡатнаша.

Мѳрәжәғәт итеүселәрҙең 70 процентын пенсионерҙар тәшкил итә, ә ҡалған 30 процентты эшҡыуарҙар, тѳрлѳ ерҙә эшләүселәр. Бигерәк тә прокуратура, адвокаттар, Росреестр, кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ярҙамсыһы ҡабул иткән саҡта халыҡ күп килә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт, прокурор күҙәтеүенә бәйле һорауҙар менән күберәк мѳрәжәғәт итәләр.
Ҡабул итеү айҙың һуңғы аҙнаһында ойошторола. Был хаҡта урындағы матбуғат баҫмаларында иғлан сыға.
Юридик ярҙамға мохтаж булыусылар ҡабул итеү тураһында тулы мәғлүмәт алыу ѳсѳн 5-29-57 телефонына шылтырата ала.
Р. Мусина.
Оставить комментарий