Күпме яҙһалар ҙа түләйбеҙ шул...

Яңы йыл башынан электр энергияһына, газға, нефть продукттарына хаҡ артыуына хәҙер ѳйрәнеп тә бѳттѳк. Алып һатарҙар ҙа уларҙан ҡалышмай, тѳрлѳ кѳнкүреш тауарҙарына ла, аҙыҡ-түлеккә лә нисек теләй шулай хаҡ ҡуя. Хаҡтарҙы контролдә тотоусы булмағас ни һәр кем үҙенсә эш итә.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр ѳсѳн түләүҙәр менән дә шул уҡ хәл. Үҙебеҙ кѳнѳ-тѳнѳ телевизор, гәзит-журналдар аша коммуналь хеҙмәт ѳсѳн хаҡты күп алалар, халыҡты алдайҙар, тигән сығыштарҙы тыңлайбыҙ, зарланабыҙ. Ә шуға ҡарамаҫтан, квитанцияла күпме хаҡ күрһәтелһә лә, уны бер тикшереүһеҙ түләргә ашығабыҙ.

Яңыраҡ Бѳрйән районы гәзитендә журналист Фәрит Бәшәровтың электр энергияһы менән мутлашыуҙар тураһындағы мәҡәләһе иғтибарҙы йәлеп итте:
“Электр энергияһын тотонған ѳсѳн квитанция килеп тора. Иҫәпләү приборының күрһәткесен ҡарап, һәр кем ай һайын даими түләп бара.
Электр энергияһына тарифтың артыуы етмәгән, хәҙер ѳйгә килгән квитанцияла “задолженность” тигән графа яһап алдылар. Уныһы ла ай һайын артып бара. 10 тин, 1 һум бирәсәгең булһа ла уңайһыҙ, ҡайһы ереңделер ѳйкәп торған һымаҡ. Шуға күрә бурысты бѳтѳрѳп тә ҡарала. Икенсе айға теге нәмә йәнә килеп сыға. Ѳҫтәмә түләүгә дусар булған кешеләр берәү-икәү генә булһа бер асыу, шундай квитанциялар һәр ауылға, һәр ѳйгә килә - шуныһы ҡыҙыҡ. Шунан бѳтә кеше яңылыша микән тип ҡуяһың.

“Контрольный обход” тигән бер хеҙмәт бар. Иҫәпләү приборындағы күрһәткестең дѳрѳҫлѳгѳн тикшереп йѳрѳйҙәр, йәнәһе. Белмәйһегеҙ, уның да хәйләһе бар. Квитанция буйынса айҙың 19-20-ләрендә түләйһең икән, ай аҙағында баяғы контроль обходтың күрһәткестәрен ултырталар ҙа, һин түләгән кѳндән алып ай аҙағына тиклем яндырылған энергияны “задолженность” тигән яңы графаға сәпәй ҙә ҡуялар. Шул аралағы күрһәткес 25-30 киловатт тәшкил итә икән, бына һиңә 40-45 һум бирәсәк килә лә сыға. Ә алдағы айҙа ана шул айырманы ѳҫтәп йәнә түләргә кәрәк. Бына нисек отола халыҡ. Шуға ла счетчик күпме күрһәтә, фәҡәт шуның буйынса ғына түләп барырға кәрәк, тип уйлайым. Алдыҡ-малдыҡҡа ышанырға ярамай. Юғиһә, Бѳрйән баҙарындағы кеүек, күпме хаҡ ҡуялар - шуны түләп тик торабыҙ.

Үткән айҙа тотонолған электр энергеияһы ѳсѳн түләмәгәнһен икән, был айҙа ана шул бирәсәк булып ҡабатлап яҙылып килергә тейеш. Ә яһалма рәүештә түгел”.
Ысынлап та, уйға һалырлыҡ мәсьәләне күтәрә автор. Ошондай хәл булыуы мѳмкинме, тигән һорау менән оҙаҡ йылдар ошо системала эшләгән шылтыраттым.

“Минең квитанцияла “задолженность” тигән графала бурыс яҙылып килгәс, ҡалаға тикшертергә барҙым. Ниңә улай итеп яҙаһығыҙ, тип һорайым. “Һеҙ ул графаға иғтибар итмәгеҙ”, - тигән яуап алдым. Беҙҙе шулай тынысландырһалар ҙа, һуңынан уны барыбер тѳп суммаға ҡушып, түләттерәләр. Улар шулай итеп иҡтисади сара табып алғандар. Уны ябай халыҡ тѳшѳнѳп тә бѳтмәй”, - тине ул.
Әгәр ҙә беҙ электр уты ѳсѳн даими түләп киләбеҙ икән, ниңә яңы иҫәп айының ике-ѳс кѳнѳ ѳсѳн бурыс булырға тейеш?! Беҙ бит уны киләһе айҙа түләйәсәкбеҙ. Электр счетчиктарын тикшереү ҡулланыусының тотонған электр утына ваҡытында дѳрѳҫ түләп барыуын, урлашмауын, электр счетчиктарың тѳҙѳклѳгѳн ҡарау маҡсатында ойошторолорға тейештер.
Рәсәй Оборона министрлығында илде миллиард һумлап талаған саҡта, бындай мутлыҡтар аптырарға ла түгелдер. Тотолмаған кеше бур булмай, тип әйтергә генә ҡала...
Р. Мусина.
Оставить комментарий