Йылылыҡ, уңайлыҡ бирә зәңгәр яғыулыҡ

Белорет халҡы 50-се йылдарға тиклем утын һәм күмерҙе яғыулыҡ итеп файҙалана. Был ваҡытта Магнитогорск металлургия комбинаты тәбиғи газға күскән булһа ла, Белорет заводының домна һәм мартен мейестәре һаман да мазутта эшләй әле, сѳнки газ торбалары үткәреү ѳсѳн бейек Урал һырты ҙур ҡамасаулыҡ тыуҙыра. 1958 йылда металлургтар ҡайһы бер торлаҡ йортто шыйыҡландырылған газ менән тәьмин итергә әҙерләнә башлай.

Тәүге газ баллоны ҡорамалдары К. Маркс, Овчаренко урамдарына ҡуйыла. Биш йылдан һуң газ үткән фатирҙар һаны 773-кә барып етә. Ошо уҡ ваҡытта Ҡағы ауылы яғынан Белоретҡа газ үткәргес магистрале һалына һәм газ бүлеүсе станция тѳҙѳлә башлай. 1962 йылдың кѳҙѳндә яңы тѳҙѳлгән газ бүлгес станцияһы ѳҫтѳндә факел гѳлтләй. Шулай итеп, Белоретҡа тәбиғи газ килә. Металлургтар ҙур теләк менән комбинатта газ ҡорамалдарын ҡуйыу эшенә тотона. 1964 йылдың 24 декабрендә Белорет металлургия комбинатының газ участкаһы базаһында “Белорет газы” тресы тѳҙѳлә. Уның ҡарамағына шыйыҡландырылған газ менән тәьмин ителгән 773 фатир һәм 92,6 саҡрым оҙонлоғондағы юғары баҫымлы газ үткәргес тапшырыла. 1965 йылда иһә шәхси секторҙарға газ үткәреү эше старт ала һәм Тирлән газ хеҙмәте ойошторола. Ул Тирләндәге 100 фатирҙы шыйыҡландырылған газ менән тәьмин итә башлай. Районға газ индереү эштәре 1983 йылда Аҙналы ауылында башлана. 1990 йылдарға тиклем газ үткәреү бик яй темпта бара. 1990-98 йылдарҙа райондың Әзекәй, Ҡаҙыш, Сермән, Үҙән һәм республиканың таулы Бѳрйән районының Иҫке Собханғол ауылдары аша тәбиғи газ үтә.

Оҙайлы һәм ауыр үҫеш юлы үтеп, “Белорет газы” филиалы “Газпром Ѳфѳ-газ бүлгесе” йәмғиәтенең иң эре предприятиеларының береһе булып китә. Ул яҡшы производство базаһы менән байытылған, унда газды хәүефһеҙ файҙаланыуҙы һәм газ үткәреүҙе яҡшы тәьмин иткән, үҙ эшен белгән етди белгестәр эшләй. Смотр- конкурстарҙа “Белорет газы” ѳс тапҡыр еңеү яулай. Предприятиеның уңышлы эшмәкәрлеге, ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәгәне ѳсѳн муниципаль район Советынан бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап. Бѳгѳн “Белорет газы” филиалы составына ѳс эксплуатациялау хеҙмәте (Асҡар, Күсем, Бѳрйән комплекслы хеҙмәте) һәм дүрт газ участкаһы (Белорет, Тирлән, Әүжән, Инйәр) инә. Филиалда “бер тәҙрә” хеҙмәте лә бик уңышлы эшләп килә. Ошонда уҡ газ ҡорамалдары менән файҙаланыуҙы сервислы һәм гарантиялы хеҙмәтләндереү ѳсѳн Сервис үҙәге ойошторолған. Бѳгѳн “Белорет газы” филиалында бѳтәһе 348 хеҙмәткәр эшләй. Предприятие һәр саҡ хеҙмәткәрҙәренең мәнфәғәтен күҙ уңында тота. Уларға йыш ҡына шифахана, курорттарға, эшселәрҙең балаларына һауыҡтырыу лагерҙарына, туристик экс-курсияларға юлламалар бирелә.
Бында йәш белгестәргә лә ҙур иғтибар бүленә. Йәштәр үҙҙәре лә филиал эшмәкәрлегендә ҡайнап йәшәй, һѳнәри оҫталыҡтарын күрһәткән тѳрлѳ конкурстарҙа йыш ҡатнашып, призлы урындар яулай. Тырыш коллектив сәләмәт йәшәү рәүешенә лә битараф ҡалмай. Предприятиела йәйге һәм
ҡышҡы спорт тѳрҙәре буйынса тѳрлѳ ярыштар үткәрелә. Туп менән хоккей, волейбол уйнау, йылға буйлап һалда ағыу, атыу буйынса ярыштар уҙғарыу матур традицияға әйләнгән. Коллективтың 24 хеҙмәткәре тѳрлѳ Маҡтау грамоталары һәм исемдәр менән наградланған. Бѳгѳн “Белорет газы” филиалы директоры вазифаһын Радмир Шәфҡәт улы Зиязитдинов башҡара.

Ул был предприятиела 1985 йылдан алып эшләй һәм 1992 йылда директор вазифаһына тәғәйенләнә. 1997 йылда ул Белорет-16 ҡалаһында, Белорет, Әбйәлил, Бѳрйән райондарында газ үткәреү буйынса күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе” исеменә лайыҡ була. Директор булып эшләй башлағас та, Радмир Шәфҡәт улы базаны киңәйтеү мәсьәләһен тәүге урынға ҡуя. Уның тырышлығы менән

1995 йылда яңы проект раҫлана һәм тѳҙѳлѳш эштәре башлана. 1998 йылда “Белорет газы” филиалы ѳй туйлай. Эшләү, яҡшы һѳҙѳмтәләр күрһәтеү ѳсѳн
хеҙмәткәрҙәргә бѳтә шарттар ҙа булдырыла, производство базаһы яңы ҡорамалдар, станоктар менән йыһазландырылдған. Зиннур Заһит улы БҮЛӘКБАЕВ “Белорет газы” предприятиеһының ремонт-тѳҙѳлѳш участкаһында 30 йыл эшләй. Ул хеҙмәт юлын токарь булып башлай һәм 15 йылдан һуң ошо участканың мастеры итеп тәғәйенләнә. Зиннур Заһит улы Ѳмѳтбай ауылы егете. Тормош иптәше Гѳлсѳм Ғәббәс ҡыҙы менән бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бүләкбаевтарҙы районда газ үткәреү эшенә ҙур ѳлѳш индереүсе ғаилә тип атаһаҡ, һис тә хата булмаҫ. Гѳлсѳм Ғәббәс ҡыҙы оҙаҡ йылдар “Газ-Сервис” ойошмаһында контролербулып эшләп хаҡлы ялға китһә, улдары Руслан атаһы юлын һайлай. Бѳгѳн ул ошо уҡ предприятиеның тѳҙѳлѳш-монтаж хеҙмәтендә мастер вазифаһын башҡара. Ҡыҙҙары Лилиә Ѳфѳлә «ИнжСтройИнвест» ойошмаһының производство бүлегендә эшләй. Зиннур Заһит улының эшендә күрһәткән тырышлығы етәкселек тарафынан юғары баһаланған. Ул бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булған. Ә инде Рәсәй Федерацияһының Энергетика министрлығынан бирелгән Маҡтау ҡағыҙы уның эшен баһалаған иң юғары бүләктәрҙең
береһе.

- Коллектив берҙәм, үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Директорыбыҙ Радмир Шәфҡәт улының бар яҡтан да килгән яҡшы етәксе, ойоштороусы булыуы сәмләнеп, тырышып эшләргә дәрт бирә. Етәксенән уңдыҡ.
Эшләгән кешене күрә, маҡтау, шелтә һүҙҙәрен дә урынлы һәм ваҡытында еткерә белә. Ул хеҙмәткәрҙәренең шәхси проблемалары менән дә йыш ҡыҙыҡһынып тора һәм һәр саҡ ярҙам итеү юлын таба. Олоһона ла, кесеһенә лә ихтирам һәм хѳрмәт күрһәтә. Ябай ҙа һәм шул уҡ ваҡытта талапсан да етәксе менән эшләүебеҙгә бѳтә коллектив менән шатбыҙ, - ти Зиннур Бүләкбаев. Газ предприятиеһы хеҙмәткәрҙәрен 50 йыллыҡ юбилейҙары менән ҡотлап, эштәрендә уңыштар һәм тағы ла юғарыраҡ үҫештәр теләйбеҙ.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий