Тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалдыҡ

Ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген етештереү ѳлкәһендә “Белорет май-сыр комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡалала совет осоронан ҡалған берҙән-бер предприятие тип әйтһәк тә хата булмаҫ.

Һѳт заводына 1958 йылда нигеҙ һалына. Тәүҙә предприятие кѳнѳнә 5 тонна һѳт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә була. Йылдар үтеү менән май-сыр комбинаты үҫешә, яңы технологиялар индерелә, социалистик ярыштарҙа еңеүгә ирешә. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында ла комбинат етәкселеге предприятиены һаҡлап ҡала. Директорҙар советы ҡарары менән 2004 йылдан “Белорет май-сыр комбинаты” йәмғиәтенә генераль директоры итеп Н.С. Фәйзуллин тәғәйенләнә. Комбинаттың эше менән яҡындан танышыу маҡсатында етәксе менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

► Нәзиф Солтанович, колхоздар тарҡалыуы районда һауын һыйырҙарының да кәмеүенә килтерҙе. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һѳттѳ урамдан һатыуҙы хуп күрә, ә комбинат сеймалды ҡайҙан ала?
- Район хужалыҡтарында эре малдың кәмеүе күрше райондарҙағы һѳт етештергән хужалыҡтар менән хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итте. Әлеге ваҡытта Әбйәлил, Учалы, Бѳрйән райондары һәм Силәбе ѳл-кәһе хужалыҡтарынан һѳт алабыҙ. Белорет районынан “Игенсе” хужалығы ғына беҙгә һѳт тапшыра. Эремсек, май, сыр әҙерләп ҡалыу ѳсѳн йәйге осорҙа күпләп һѳт алабыҙ һәм ҡыш аҙыҡ-түлекте һатыуға сығарабыҙ. Продукцияны алдан уҡ һалып барыу предприятиеның килемен 2-3 тапҡырға арттыра һәм ҡышын да продукцияның хаҡын йәйге кимәлдә һаҡлап ҡалыуға ярҙам итә. Сеймалды һаҡлау ѳсѳн “һыуыҡ майҙан”ды арттыра барабыҙ, мәҫәлән, 2006-2008 йылдарҙа 500 мең тонна һыйҙырышлы 6 камера тѳҙѳкләндерелде.

► Ауыл хужалыҡтары, комбинат һѳттѳ осһоҙ хаҡ менән ала, тип бара...
- Әлеге ваҡытта халыҡтан һѳттѳң бер килограмын 15 һум менән ҡабул итәбеҙ, йәй 11 һум булды. Ауыл халҡы тапшырған һѳттѳң ҡуйылығы түбән, 2-2,7 процент менән генә килә, ә яҡшы һѳттѳң ҡуйылығы 3,4 процент булырға тейеш.

► Аҙыҡ-түлеккә хаҡ ярайһы уҡ артты. Һеҙҙең предприятие етештергән продукцияға ла ул ҡағылды. Хаҡтарҙы арттырыуға нимә этәрҙе?
- Илдәге иҡтисади хәл беҙҙең эштә лә сағылды. Доллар һәм евро курсының күтәрелеүе комбинат эшенә туранан-тура ҡағыла, сѳнки беҙ ингредиенттарҙы (стабилизатор, ойотҡо, әсетке), тѳрѳү ѳсѳн материалдарҙы сит илдән алабыҙ. Ингредиенттарға - 30-35, киптерелгән һѳткә - 35, тѳрѳү материалдарына 20-25 процентҡа хаҡ артты. Беҙ былтыр хаҡты һуңғы тапҡыр 1 июндә арттырғайныҡ, ярты йыл шул кимәлдә тоттоҡ. Ә бит һѳткә лә хаҡ күтәрелде. Быйыл 1 ғинуарҙан — шәхси эшҡыуарҙарға, 19 ғинуарҙан ҙур сауҙа селтәрҙәренә ебәргән аҙыҡ-түлеккә хаҡты 11 процентҡа ѳҫтәнек. Мәҫәлән, яңы йылға тиклем ҡайнатылған һѳт 22 һум 50 тин булһа, хәҙер 24 һум. Иҡтисади ауырлыҡтар булһа ла, иң мѳһиме предприятиела тотороҡ- лоҡто һаҡлап ҡалдыҡ. Был бѳгѳнгѳ баҙар шарттарында мѳһим фактор булып тора.

► Һалым, Пенсия фондына бурыстарығыҙ юҡмы?
- Тѳрлѳ тѳрҙәге бюджетҡа әлеге ваҡытта 26 млн. 853 мең һум һалым күсерҙек, шул иҫәптән эшселәрҙең килеменә - 3 млн. 824 мең һум, НДС ѳсѳн - 21 млн. 215 мең һум, килемгә - 1 млн. 505 мең һум һ.б. Бюджеттан тыш фондтарға 8 млн. 949 һум түләнек, шул иҫәптән страховка фондына - 5 млн. 904 мең. һум, мотлаҡ медицина страховкалау фондына — 1 млн. 339 мең һум һ.б. Дѳйѳм алғанда, бюджет һәм бюджет булмаған фондтарға 38 млн. 204 мең һум күсерергә тейеш булһаҡ, әлеге ваҡытта 35 млн. 802 мең һум түләнек, ҡалған сумма быйылғы финанс отчеттар ваҡытында индереләсәк. 2014 йылда етештереүҙең физик күләме күрһәткесе 124,4 процент булды. Былтыр 4540 тонна продукция етештерҙек.

► Предприятиела эш хаҡы ваҡытында түләнәме?
- Май-сыр комбинатында 105 кеше эшләй, ә килешеү буйынса хеҙмәттәшлек иткәндәрҙе иҫәпләһәк, беҙҙең предприятие бѳтәһе 140 кешене эш менән тәьмин итә. Уртаса эш хаҡы 2015 йылдың ғинуарында 21172 һум булды һәм уны түләүҙәр буйынса тотҡарлыҡтар юҡ. Предприятиела бухгалтерия иҫәбе “1С бухгалтерия 8” программаһы буйынса тулыһынса автоматлаштырылған. Комбинатта идара итеү кѳнбайыш стандарттары буйынса алып барыла. Шуға бәйле эш хаҡы дүрт ѳлѳштән тора: тариф, дәртләндереүсе ѳҫтәмә, премия, ѳҫтәмә премия түләү фонды.

► Һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштарығыҙ һәм киләсәккә пландарығыҙ?
- Әлеге ваҡытта предприятие 65 тѳр продукция етештерә. Һуңғы ике йылда ҡаймаҡлы, татлы эремсектәр, йогурт кеүек аҙыҡ-түлектең ассортиментын арттырҙыҡ. Һуңғы ике йылда аппарат цехының ҡорамалдарын алыштырҙыҡ. Автоматлаштырылған йыуыу ҡорамалын урынлаштырыу продукцияны һаҡлау ваҡытын һәм сифатын арттырыуға булышлыҡ итте. Тѳрѳү автоматтары алдыҡ. Тѳрлѳ конкурстарҙа ҡатнашып, үҙебеҙҙе һынап торабыҙ. Былтыр “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсында ҡуйылығы 20 процент булған ҡаймаҡ кѳмѳш миҙалға лайыҡ булды. Ѳфѳлә үткән Һѳт фестиваленән дә ситтә ҡалған юҡ. Халыҡ беҙҙең продукцияны оҡшатып, сиратҡа тороп алды. Киләсәктә заводта консервалар, алкоголһеҙ эсемлектәр, кеүәҫ кеүек продукциялар сығара башлаясаҡбыҙ. Белорет май-сыр комбинатында яуаплы, үҙ эшененең оҫтаһы булған кешеләр хеҙмәт итә. Аппаратсы Нина Греднева, Екатерина Плохова, кладовщик Елена Бабакина, эремсек етештереүсе Дилә Ермакова, производство начальнигы Зилиә Шәйәхмәтова, баш инженер Леонид Лахмостов, баш бухгалтер Светлана Юхина, водитель Николай Агеев, сауҙа вәкиле Юрий Вольтер тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.
► Әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт. Эшегеҙҙә тотороҡлоҡ һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ.
Рәмилә ХѲСНУЛЛИНА әңгәмәләште.
Оставить комментарий