ИҠТИСАДИ МӘСЬӘЛӘЛӘР ҠАРАЛДЫ

Ошо кѳндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рѳстәм Марданов беҙҙең районда эш сәфәрендә булды. Ул муниципаль райондың социаль тотороҡлоғон һәм иҡтисадтың үҫешен тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышында сығыш яһаны.

Унда муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, муниципаль район Советы рәйесе Евгений Карепанов, предприятие һәм ойошма етәкселәре ҡатнашты. Ултырышты комиссия рәйесе Владислав Геннадьевич алып барҙы. Ул тәүҙә муниципаль райондың иҡтисади хәле тураһында ҡыҫҡаса һѳйләп үтте. Илдәге сәйәси үҙгәрештәр менән бәйле эре һәм ваҡ предприятиеларҙың үҫешендә, эшмәкәрлегендә килеп тыуған проблемаларҙы, хәл итәһе мәсьәләләрҙе билдәләп китте. Артабан Рѳстәм Хәбиб улы иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса республика кимәлендә үткәрелгән саралар менән таныштырып үтте һәм урындағы предприятие етәкселәрен борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Металлургия комбинатының генераль директоры Виктор Камелин, Рессорҙар һәм пружиналар заводының башҡарыусы директоры Юрий Щевелев, Үҙәк район клиник дауаханаһының баш врачы Евгений Кустов, «Ситно» компанияһы генераль директоры Максим Журавский доклад менән сығыш яһанылар.
Н. ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий