Юлдар ҙа, уйҙар ҙа, теләктәр ҙә бер

2012 йыл да үҙенең шатлыҡтары, ѳмѳттәре, аяныстары, ғәҙелһеҙлектәре менән тарих тѳпкѳлѳндә ҡала. Бик күптәр Яңы йылға ҙур ѳмѳттәр бағлай. Һәм һәр осраҡта барлыҡ уй-ниәттәрҙе шәхси мәнфәғәттәр менән генә бәйләп ҡарау дѳрѳҫ булмаҫ, сѳнки һәр фекерле кеше үткән йылға йомғаҡ яһап, Яңы йылға аяҡ баҫҡанда донъялағы милләт яҙмышы, сәйәсәт үҙгәрештәре тураһында уйлана.

Беҙҙең быуын кешеләренә ҡаршылыҡлы осорҙа йәшәргә насип булды. Шунлыҡтан оло йәштәгеләрҙе, урта быуындарҙы бик етди һорауҙар борсой. Беҙ киләсәк быуынға ниндәй мираҫ ҡалдырабыҙ? Хәҙерге дини үҫеш алға табан дауам итерме һ.б. Техник яҡтан үҙгәрештәр бихисап, ә кеше күңелендә кризис, рухи яҡ бик түбән. Йонсой-йонсой, аҙаша-аҙаша хаҡлыҡҡа юл яра йәмғиәтебеҙ, сѳнки хәҙер иманлы һәм иманһыҙ тормош араһында кѳрәш бара.
Әҙәм балаһы яңы шарттарға, яңы үҙгәрештәргә бик тиҙ эйәләшә.
Шѳкѳр, дин тоторға мѳмкинлегебеҙ бик ҙур. Мәҙрәсәләрҙә, мәсеттәрҙә дәрестәр бирелә, күп кешеләр дин ғилемен ѳйрәнә. Әлбиттә, был киләсәккә ѳмѳттәр уята. Һәләтле шәхестәр илебеҙҙе алға әйҙәһен ине. Ләкин кеше ҡаршылыҡлы зат, уға тѳрлѳ сифаттар хас. Халҡыбыҙҙың бер мәҡәлендә, ауыр тормош кешене тилмертә, еңел, мул, харам йыйылған байлыҡ тилертә, тиелгән. Ябай кеше бәхете, кеше яҙмышы менән бәйле һүҙҙәр һәр кемде уйландырһын ине, тормошобоҙҙоң, ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен белеп, шѳкѳр итеп йәшәйек, сѳнки бѳтә ауырлыҡтарҙы бары тик бергәләшеп, үҙ-ара татыу йәшәп, ярҙам итеп кенә еңергә мѳмкин. Һис шикһеҙ, беҙҙең бѳтә ѳмѳтѳбѳҙ балаларыбыҙҙа, йәштәрҙә, улар - беҙҙең киләсәгебеҙ. Ил кѳндәребеҙгә тыныслыҡ, йәштәргә файҙалы ғилем, ғаилә ҡорғандарға ғаилә бәхете, тигеҙ мѳхәббәт, бәрәкәтле кәсеп, бѳтмәҫ-тѳкәнмәҫ сәләмәтлек алып килһен 2013 йыл! Иман-әхлаҡ түл йыйһын! Шатлыҡ, ѳмѳт шәмдәрегеҙ һүнмәһен!

Л. НУРМѲХӘМӘТОВА.
Оставить комментарий