13 һаны бәхетһеҙме?

Ә йондоҙнамә буйынса
2013 - уңышлы йыл
Йылан йылы 2013 йылдың 10 февраленән башланып, 2014 йылдың 31 ғинуарында үҙенең хоҡуҡтарын Йылҡы йылына тапшырыр. Йыл төрлө мәғәнәле ваҡиғаларға бай булыр. Финанс операциялары, инвестиция, инновациялар өсөн уңайлы, әммә сабырлыҡ кәрәк буласаҡ. Йылан йылында еңел еңеүҙәр көтмәгеҙ, бәхет тик иң түҙемле һәм ныҡыштарға ғына йылмайыр. Fинуар, май, август һәм сентябрҙә катаклизмдар, авариялар булыуы ихтимал. Һаҡ һәм иғтибарлы булығыҙ. Февраль, июнь һәм октябрь, киреһенсә, йылдың иң яҡшы айҙары. Планлаштырыу, уны тормошҡа ашырыу, ғаилә ҡороу һәм мөһим килешеүҙәр өсөн яраҡлы.

2013 йыл. Йылан йылында беҙҙе нимә көтә һәм ул ниндәй булыр?
Күптәр 13 һанын насар, бәхетһеҙ тип һанай, шуға йыл да шулай булыр тип хафалана, әммә улай түгел. Йондоҙнамәнең күп билдәләре өсөн 2013 йыл фән, ижад һәм ғаилә ҡороу өсөн яҡшы. Был йылда өйләнешкәндәрҙең никах ептәре ныҡлы, тормоштары тыныс, аралары ныҡ һәм матди яҡтан да яҡшы нигеҙле булыр.
Яңы тыуған сабыйҙар бәхетле булыр.
Ҡомаҡ (Сысҡан)
Ҡомаҡтарҙы һәр яҡлап уңыш көтә. Ҡомаҡ үҙенең позицияһын һәм үткән йылда яулап алынған ҡаҙаныштарын һаҡлап алып ҡалырға тейеш. Ҡайһы бер финанс ҡыйынлыҡтарына бәйле күңел төшөнкөлөктәре килеп сығыр. Мөһим ҡарар ҡабул иткәндә, банкка аҡса һалғанда уяулығын юғалтмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ һаулығы ла ҡаҡшауы бар. Әммә оптимизмды юғалтырға ярамай. Эшсәнлеге һәм тырышлығы арҡаһында йыл аҙағында ҡәҙимге тормошон кире ҡайтарасаҡ һәм уға ҡайтанан бәхет йылмаясаҡ. Үҙенең юғалтҡан мөхәббәтен һәм байлығын кире ҡайтарып аласаҡ. Әгәр тырышһа, 2013 йыл уның өсөн насарҙан булмаҫ.

Үгеҙ (Һыйыр)
Йылан йылында Үгеҙ бөтә өлкәлә лә уңышҡа өлгәшә, һәйбәт ваҡыттар көтә уны. Бигерәк тә финанс мәсьәләләрендә уңыр, бында уға уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Аҡса эшләп, арыу килем алырға мөмкинлек килеп сығасаҡ. Әммә ҡайһы бер коллегалары менән ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуыуы ихтимал, дуҫы йәки партнерының ысын йөҙө асылыр.
Үгеҙҙәргә Йылан йылында ғаилә ҡороу, йәки көҙгә тиклем яңы предприятие асыу кәңәш ителмәй. Fаиләлеләрҙең өйөндә етди ҡатмарлыҡтар килеп сығыуы бар, уларҙы йәйгә тиклем юҡ итергә тырышығыҙ.

Юлбарыҫ
Юлбарыҫ өсөн йыл уңайлы булмаҡсы. Улар Йылан йылында тыныс осор менән кинәнер. Уға тотороҡло прогресс һәм үҫеш йылы килер. Йыл ҙур килем һәм юғалтыуҙарға бай булмаҫ. Йыл уртаса булыр. Барыһы ла үҙ яйы һәм планлаштырып ҡуйған ваҡытҡа тиклем буласаҡ. Юлбарыҫ бер алтын ҡағиҙәне үҙләштерергә тейеш: ятҡан таш аҫтынан һыу аҡмай. Тик мөхәббәттә генә бер аҙ борсолоуҙар килеп тыуыуы мөмкин. Шуға уға сит интригаларға ҡыҫылыу тыйыла. Шулай уҡ Юлбарыҫтарға партнерҙарына һәм яҡындарына иғтибарлыраҡ булырға кәңәш ителә. Әгәр сәйәхәткә сығырға мөмкинлек килеп сыҡһа, барып, әҙерәк ял итеп алыу фарыз.

Ҡуян (Бесәй)
Йылан йылында Ҡуян уңышын юғалтыуы бар. Бизнес һәм карьерала проблемалар килеп сығыуы ихтимал. Нығыныр һәм хәлен яҡшыртыр өсөн ул тормошонда кардиналь үҙгәрештәргә барасаҡ. Эшен, һөнәрен, йәшәү урынын үҙгәртеүе лә бар. Шулай уҡ элекке дуҫлыҡ ептәрен нығытырға ине. Күп сәйәхәт итергә тура килгәнлектән, ғаиләһенә, һөйгәненә етерлек иғтибар бүлә алмаясаҡ. Унан башҡа, үҙгәрештәр Ҡуяндың үҙен дә үҙгәртәсәк, шуға яратҡан кешеһе менән уртаҡ тел табыуы ауыр буласаҡ. Был шәхси тормошона тәьҫир итмәһен өсөн ғаиләһе, һөйгәне менән бөтә ергә лә бергә йөрөргә кәрәк.

Аждаһа
Әгәр 2012 йылда барлыҡҡа килгән ҡаршылыҡтарҙы йыл башына тиклем юҡҡа сығарһа, Йылан йылы Аждаһа өсөн уңышлы булмаҡсы. Бөтә эштәре шыма ғына үтер, бигерәк тә бизнес һәм эшҡыуарлыҡта. Йыл шулай уҡ эш өсөн уңайлы. Аждаһала көс, энергия, энтузиазм ташып торор. Бөтә пландары тормошҡа ашыр. Шәхси тормошонда һөйөүенә шикләнеүгә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Мәҫәлән, берәүҙе яратып, шул уҡ ваҡытта икенсе артынан сабыу.

Йылан
Йылан өсөн үтә лә яҡшы йыл. Ул йәмғиәттә үҙенең хәлен нығытырға тейеш. Был уға бәхетенә ирешергә ярҙам итер. Йыл ҡапыл үҙгәрештәр өсөн түгел, ә яйлап үрләү өсөн яҡшы. Бәхетһеҙлектәрҙе булдырмаҫ өсөн Йылан сабыр һәм үҙен тота белергә тейеш. Шуға ла уға үҙенең мөмкинлектәрен тыныс һәм ашыҡмай ғына тикшерергә, стратегик пландар төҙөргә һәм үҙ-үҙен тотоу стратегияһын камиллаштырырға кәрәк.
Киләсәгенә яңы нигеҙ һалыр өсөн иң яҡшы осор. Үҙен тулыһынса бойомға ашырырға, һәләтен һәм талантын күрһәтергә мөмкинлеге тыуыр. Эш өлкәһендә, уҡыуҙа һәм карьерала уңыштарға өлгәшер. Бөтә үҙгәрештәр уның өсөн файҙалы һәм фәһемле булыр. Килемдәр ул тиклем ҙур булмаһа ла, әммә булдырылған позицияларҙы һаҡлап алып ҡалырға һәм хәлен контролдә тотоу кәрәк буласаҡ.
Йылҡы
Йылҡыға көсөргәнешле йыл килә. Ҡыйынлыҡтар дуҫтар йәки коллегалар арҡаһында килеп сығыуы ихтимал. Барыһы ла ниндәй шарт булыуға ҡарап. Бөтә нәмәһен юғалтыуы бар һәм бының сәбәбе - мөхәббәт. Йыш ҡына проблемалар, конфликттар, дуҫтар һәм туғандар яғынан аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыр. Йылан йылында уға үҙен һәр саҡ контролдә тотоу зарур. Күп эшләргә, ҡыйынлыҡтарҙы һәм ҡаршылыҡтарҙы йырып сығыр өсөк ныҡ тырышырға кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ карьера баҫҡысында үрләүе лә ихтимал, тик конкуренцияға әҙер булығыҙ, тимәк, оборонаны бушатырға йәки «тиҙлекте» кәметергә ярамай.

Һарыҡ (Кәзә)
Бик уңышлы йыл. Һарыҡ юғалтҡан көсөн, ак-тивлығын ҡай-тарасаҡ һәм маҡсатына ирешәсәк. Яңы көстәр менән яңы вазифаға үрләр, данлыҡлы булыр, йәмғиәттә урынын табыр. Шулай уҡ йыл уға матди һәм рухи яҡтан булған юғалтыуҙарын ҡайтарасаҡ. Шуға ул үҙенең эске һәм тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар бүлергә тейеш. Яңы осрашыуҙарға, компанияларға, йәшәү урынын алыштырыуға, сәйәхәттәргә әҙер булырға кәрәк. Яңы һәм абруйлы шәхестәр уның эшмәкәрлегенә һәм үрләүенә ярҙам итерҙәр. Ҡыйынлыҡтар килеп сығыр, әммә оҙаҡҡа түгел. Йыл дауамында ул яҡшы һөҙөмтәләр, власть, карьера, байлыҡ, ихтирам, хөрмәт һәм наградалар алыуы бар.

Маймыл
Уңышлы йыл. Уңышҡа мотлаҡ эше арҡаһында ирешәсәк, хатта ҙур вазифа биләүе ихтимал. Уның эшен һәм тырышлығын баһаларҙар, дуҫтарынан, ҡурсалау-сыларынан, абруйлы кешеләрҙән һәм туғандарынан ярҙам, терәк аласаҡ. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡ, бизнес, килешеүҙәр төҙөү өсөн бик уңайлы йыл. Күп пландары тормошҡа ашыр. Әммә уңыштарын һаҡлап алып ҡалыр өсөн телен тыйырға кәрәк буласаҡ.

Әтәс (Тауыҡ)
Йылан йылында уға уңыш юлдаш булыр. Әтәс өсөн был бик бәхетле йыл. Эшмәкәрлеген ҙурайтырға һәм килемен арттырырға ярҙам итерлек яңы мөмкинлектәр килеп сығыр. Килем ул хәтлем ҙур булыр тип әйтеп булмай, әммә ул элекке йылдар юғалтыуҙарын ҡаплаясаҡ. Ирешкән эштәре емешенән ләззәт алыр. Үҙе менән ғорурланыр һәм һоҡланыр осор. Булған эштәре быйыл тейешле баһаланыр. Ҡайһы берәүҙәргә премиялар, наградалар тапшырылыр. Йыл эмоцияларға бай булыр. Ҡайһы бер Әтәстәр әҙерәк күңелһеҙләнеп тә алыр. Был ғаилә һәм һөйгәне менән мөнәсәбәттәрендә сағылыр. Әтәскә асыуланғанда үҙен ҡулда тотоу кәңәш ителә. Үҙенең өйөн, бизнесын ҡалдырып, оҙаҡ сәйәхәттәргә китеү ярамаҫ.


Эт
Уңайлы йыл. Эт уңышлы һәм популяр булыр. Был йыл партнерҙар, етәксе, абруйлы кеше-ләрҙән ярҙам, финанс операцияларында, һөй-ләшеү һәм килешеүҙәр төҙөүҙә уңыш килтерер. Әммә маҡсатына ирешер өсөн уға күп һәм тырышып эшләргә кәрәк. Яҡындарынан бихисап файҙалы кәңәштәр алыр. Яҡшы итеп ял итер һәм ғаилә ҡыуаныстары кисерер.

Ҡабан (Сусҡа)
Тынысһыҙ һәм болалы ваҡыт. Ҡыйынлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар көтә. Финанс ауырлыҡтары ла алҡымдан алыр. Эшендә булған һәм матди ҡыйынлыҡтар ғаилә мөнәсәбәттәрендә сағылыр. Ауырлыҡтарҙы йырып сығыр өсөн уға үҙгәрештәргә барырға тура килер. Йырып сыҡҡас, уға уңыш йылмайыр. Әммә финанс операциялары яҡшы барһа ла, мөхәббәттә тыныслыҡ тапмаҫ. Күңел тыныслығын һәм һаулығын һаҡлап алып ҡалыр өсөн Сусҡаға даими ял итергә, күнегеүҙәр эшләргә кәрәк. Сәйәхәт иткеһе килер, әммә ул ҙур сығымдар талап итһә, файҙа килтермәҫ.
Нәркәс
ВӘЛИУЛЛИНА
әҙерләне.
Оставить комментарий