Тәү шарт - халыҡ менән уртаҡ тел табыу

2012 йылдың октябрендә үткән һайлауҙан һуң 5 ауыл хакимиәте башлығы алышынды. Уларҙың һәр береһенең ихлас, тырышып эшләп китеүе ҡыуаныслы күренеш. Йәш булһалар ҙа, юғалып ҡалмай, тѳрлѳ яңылыҡтар индереүҙәре менән, яҡшы эштәре менән әленән-әле ауылдаштарын ҡыуандырып торалар. Бѳгѳн шундай етәкселәрҙең береһе - Ишле ауылы хакимиәте башлығы Фәнис Рәшит улы Данъянов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

- Ауыл хакимиәте башлығы итеп һайланғас, эште нимәнән башланығыҙ?
- Ҡышҡа аяҡ баҫыу менән юлдарҙы, ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу тәү бурыстарҙың береһе булды. Быйыл ҡыш ҡар күп яуҙы. Олойылға ауылы урамдарын таҙартыуҙа Петр Точилкин ярҙам итте. Тимер юлында эшләһә лә, иҫәпләшеп тормай, ҡар яуыу менән, әйткәнде лә кѳтмәйенсә, тракторы менән таҙартып ҡуя. Аҡса ла, яғыулыҡ та һорамай. Ишле ауылында Рим Мѳхәмәҙиев тә шәхси тракторы менән округында юлды таҙартты. Ҡалған юлдарҙы таҙартырға үҙем дә сыҡтым. Вәсләм Ғәлимов Кәртәле Запане, Кәртәле юлын таҙартыуҙа ярҙамлашты.
Электр линияларын авария хәлендә беҙҙең балансҡа күсергәндәр. Сымдар ѳҙѳлә, йә трансформатор ватыла. Бына ошондай мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә. Әле электр линияһы бағаналарын яңыртыу ѳсѳн ағас юллап йѳрѳйѳм. Яңыраҡ билдәһеҙ кешеләр бер трансформаторҙы урлаған, полиция енәйәтселәрҙе асыҡлай алманы.

- Республика Президенты Рѳстәм Хәмитов һәр квартал һайын ауыл хакимиәттәренә тѳҙѳкләндереү ѳсѳн 100 мең һум аҡса бүлә. Был аҡсаны һеҙ ниндәй маҡсатта тотонаһығыҙ?
- 100 мең һум ауыл хакимиәттәре ѳсѳн ҙур ярҙам булды ул. Был аҡсаға Түбәнге Тагил ҡалаһынан Ҡарағаййортҡа, Ишле ауылына балалар майҙансығы ѳсѳн ҡорамалдар һатып алдыҡ. Яңыраҡ Ишле ауылының Үҙәк урамына ремонт эшләттек. Киләсәктә лә был ярҙамды юлдарҙы ипкә килтереү маҡсатында тотонорға уйлайбыҙ.

- Фәнис Рәшит улы, был эштәрҙе тормошҡа ашырыуҙа кемдәр ярҙам күрһәтә?
- Яңыраҡ Олойылға ауылындағы мосолман зыяратын сетка менән кәртәләнек. Был эштә Нәғим Муллағәләмов, Дамир Ноғоманов, Азамат Суфьянов әүҙем ҡатнашты. Ә күптәр бындай йәмәғәт эшенә һалҡын ҡарай, ҡатнашып бармай.
12 июнь Рәсәй кѳнѳ байрамында ир-егеттәр менән үҙемдең округта Ҡоҙашман йылғаһы аша күперҙе ремонтланыҡ. Йәштәр активынан Рѳстәм Сѳләймәнов ҡоҙоҡ ѳсѳн бура бураны. Ирек Сәхәүетдинов, Илсур Ғәлиастанов менән бергәләп урынлаштырҙылар, насос ҡуйҙыҡ. Был эште эшҡыуарҙар ярҙамы менән тормошҡа ашырҙыҡ, бюджеттан бер тин аҡса алманыҡ.

- Ауыл биләмәһендә халыҡ нимә иҫәбенә кѳн күрә?
- Ишле ауыл хакимиәте биләмәһендә 1400-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ҡайһы берәүҙәр эшкә Себер яҡтарына йѳрѳп ғаиләһен ҡарай, ә ауылда ҡалғандары ағас менән бәйле эштәрҙә мәшғүл. Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнеүселәр ҙә байтаҡ. Хакимиәт башлығы булып эшләй башлағас, эшҡыуарлыҡ менән законһыҙ шѳғѳлләнеүселәргә ҡарата кѳрәш башланым. Ныҡыша торғас, бер нисә кеше күләгәләге эшен рәсми теркәне. Беҙҙең урындағы бюджет ошо эшҡыуарҙар иҫәбенә тулылана бит.

- Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?
- Быйыл Олойылғала хоккей майҙансығын тѳҙѳргә йыйынабыҙ. Шулай уҡ был ауылда ике ҡатлы йорттарҙағы һыу торбаларын яңыртасаҡбыҙ. Ишлелә ҡалған урамдарҙы ремонтлауҙы дауам итәсәкбеҙ. Әлеге ваҡытта Ишле ауылында клуб юҡ, бѳтә мәҙәни саралар ауыл мәктәбендә үтә. Шуға был мәсьәләне лә хәл итеү бурысы тора. Бѳгѳн - 29 июндә Ишлелә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтә. Ул алдағы йылдарҙа үткәрелгән сараларҙан айырыласаҡ, сѳнки тѳрлѳ уйындарға, спорт ярыштарына бай буласаҡ, ат сабыштары ла ҡаралған.
Беҙҙең эштә халыҡ менән эшләй белеү тәү шарттарҙың береһе булып тора. Кешеләр менән уртаҡ тел тапһаң, эшең дә бара.
- Фәнис Рәшит улы, һеҙҙе Йәштәр кѳнѳ менән ҡотлайбыҙ! Эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Р. Мусина әңгәмәләште.
Оставить комментарий