Предприятие ярҙамға мохтаж

Һуҡырҙар йәмғиәтендә уҙған отчет йыйылышында муниципаль район Советы һәм хакимиәте, предприятие һәм ойошма, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәкселәре ҡатнашты.
Бындағы тѳп һорау - Һуҡырҙар йәмғиәтенең производство-кѳнкүреш инфраструктураһындағы етешһеҙлектәрҙе бѳтѳрѳү. Күҙҙәре күрмәгән инвалидтарға йәшәү һәм эшләү шарттарын булдырыуҙа ҡайһы бер етешһеҙлектәр асыҡланған.
Был турала Һуҡырҙар йәмғиәте биҫтәһе йәмәғәтселеге, ветерандар советы һәм 8-се территориаль үҙидаралыҡ етәкселәре саң ҡаҡҡайны инде. Инвалидтар проблемаһы ваҡытлы матбуғатта ла яҡтыртылды. Е.Я. Карепанов та һуңғы ваҡытта биҫтәгә тейешле иғтибар бүленмәүен, ә бында кѳслѳ актив һәм әүҙем һайлаусылар йәшәүен билдәләп үтте, шуға ла бында йәшәгән халыҡҡа тейешле иғтибар йүнәлтеү кәрәклегенә баҫым яһаны. Һуҡырҙар йәмғиәтендә тормош-кѳнкүреш шарттары ниндәйҙер кимәлдә алға китһә лә, производство хәле әлегә томан эсендәге кеүек. Һуҡырҙар йәмғиәте директоры Р.Б.Ханова үҙенең ҡалған ғына эшселәре менән уникаль производство комплексын нисек тә һаҡлап алып ҡалырға тырыша. Әммә хәл иткес һүҙ, әлбиттә, Мәскәүгә ҡайтып ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡорт һуҡырҙар йәмғиәте идаралығының ниндәй позицияла тороуы ла аңлашылмай. Бәләбәй, Белорет, Стәрлетамаҡ һу-ҡырҙар йәмғиәттәренә кадрҙар әҙерләүсе Ѳфѳ мәктәп-интернатының ниндәй хәлдә булыуы ла билдәһеҙ. Үҙҙәренең һаулығына һәм һәләтенә ҡарап бѳтәһе лә музыкант, массажист, программист кеүек һѳнәрҙәрҙе һайлай алмай бит инде. Шуға ла уҡытыу етештереү предприятиеларын һаҡлау кәрәклеге кѳн кеүек асыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Белорет һуҡырҙар йәм-ғиәтенең уҡытыу-етештереү предприятиеһына тиҙ арала ярҙам кәрәк. Дѳйѳм ятаҡ, клуб муниципалитетҡа тапшырылған, ә производство майҙансыҡтары арендаға бирелгән. Быларҙың бѳтәһе лә предприятиеның ябылыуына ишара һәм Үҙәкләштерелгән һуҡырҙар йәмғиәте менән килешеп эшләнелә. Был системаның уйлап эш ителмәүе һуҡырҙар йәмғиәте предприятиеһы системаһына зыян килтерә. Рәсәй һәм Башҡортостан Хѳкүмәте ҡабул иткән тѳрлѳ ярҙам сараларына ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә йыл һайын предприятиелар һаны ҡыҫҡартыла. Бының зыяны әйтеп бѳткѳһѳҙ ҙур. Был хәлде кем туҡтатыр һуң?
В. Шакиров.
Белорет ҡалаһы.
Оставить комментарий