Тормош һабаҡтары 9-09-2015, 09:58 / Яҙыусылар ижады

Тормош һабаҡтары

Әрһеҙлек әремгә тиң Әрһеҙлек бәхеткә юл яра, тиһәләр ҙә, әрһеҙ кешене бер кем дә ѳнәп еткермәй. Һәр кем, эстән генә булһа ла, ундайға ҡаршылығын, ризаһыҙлығын күрһәтә. Ә үҙ-үҙен тота алмағаныраҡтар бѳ- тѳнләй терпе һымаҡ ҡабарып китә. Әгәр коллективта ундай кеше бар икән, хеҙмәттәштәренә сабырлыҡ, миһырбанлыҡ теләргә генә ҡала. Тап шундай осраҡта, йә һин, йә мин, тип әйтергә була ла инде. Топ-тойоҡтан кемдең эш урынын алыштырғыһы килһен. Әрһеҙ тигәне лә кемдеңдер күҙ терәп торғаны бит әле. Бына хәҙер 10 йылдан ашыу шундай күрше менән йәшәйбеҙ. Кѳн һайын тиерлек уны яҡты йѳҙ, татлы һүҙ менән...
Яңы китаптар сыҡты 18-03-2015, 10:26 / Яҙыусылар ижады

Яңы китаптар сыҡты

Фәриха Нәҙербай ҡыҙы ВӘЛИУЛЛИНА 1956 йылдың 27 ғинуарында Рысыҡай ауылында тыуған. Шығай урта мәктәбендә уҡыған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, 1981 йылда «Урал» гәзите редакцияһына эшкә килә. Унда дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары, хәбәрсе, 1985 йылдан алып 2013 йылға тиклем яуаплы секретарь булып эшләй....
Елмерҙәк тотҡондары 10-02-2015, 11:40 / Яҙыусылар ижады

Елмерҙәк тотҡондары

“Урал” гәзитенең 2012 йылдағы 113, 116, 117-118-се һандарында Гѳлсѳм Мостафинаның “Елмерҙәк Тарзаны” хикәйәһенең “Сара”, “Яхъя” тип аталған ѳлѳштәре баҫылғайны. Былтыр “Ағиҙел” журналының 1-се һанында ошо уҡ әҫәр Мансур ҺИҘИӘТОВтың авторлаштырылған тәржемәһендә “Елмерҙәк тотҡоно” исеме аҫтында донъя күрҙе. Әлеге ваҡытта әҫәр тулыһынса тәржемә ителгән һәм ул “Елмерҙәк тотҡондары” тип атала. Хикәйәлә ваҡиғалар Бѳйѳк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙа һуғыштан ҡасып, Елмерҙәк урмандарында кѳн иткән Яхъя исемле ир тураһында бара. Сара исемле ҡатын имсәк балаһы менән әсәләренә ҡайтып килгән...
Зѳлфирәнең шиғри күңеле 26-01-2015, 10:00 / Яҙыусылар ижады

Зѳлфирәнең шиғри күңеле

Ѳйѳңдә нимә булғанын белгең килһә, күршеңдән һора, тиҙәр. Мин дә Зѳлфирә Сѳләймәнованы Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителгәнсе ысын шағирә итеп белмәй инем. Байтаҡ йылдар хәбәрсе булып эшләп йѳрѳгән "Урал" гәзитендә шиғырҙарын баҫтырып, үҙенең кем икәнлеген танытыу ѳсѳн ҡыйыулығы етмәнеме, әллә баҫалҡылығы ҡамасауланымы? Нисек кенә булмаһын, гәзит уҡыусылар ебәргән шиғырҙарҙы эшкәртеп, баҫтырыу менән генә шѳғѳлләндеме, йә бушаманымы икән?...
КӘЗӘ менән ҠУЙҘЫҢ талашҡаны, аҙаҡ дуҫлашып ярашҡаны 12-01-2015, 09:41 / Яҙыусылар ижады

КӘЗӘ менән ҠУЙҘЫҢ талашҡаны, аҙаҡ дуҫлашып ярашҡаны

Ҙ у р ялан кәртә. У н д а -бында бесән һалынған утлыҡтар тора. Кәзә, һарыҡ бәрәстәре һикерешеп уйнай. Һыйыр, башмаҡтар ҡояшта ҡыҙына. Ситтәрәк, айырым бер урында, күк ат күренә. Хәлле, маллы хужалар йәшәгәнлеге күренеп тора. Шул саҡ ҡый-сый китте. Ике бәрәс төрткөләшә башланы. Бесән ашап торған инәләре баш ҡалҡытып ҡараны ла, һөҙөшөп маташҡан бәрәстәре эргәһенә килде....
Серле машина 22-09-2014, 13:52 / Яҙыусылар ижады

Серле машина

Һѳйѳнсѳ! Ғәли һалдаттан ҡайтты. Егеттең әрменән ҡайтҡанын белеп, ауыл халҡы ғәҙәттәгесә һалдатты ҡотлап, күрешергә йыйылды. Ғәлинең машина менән ҡайтҡанын күреп, күҙҙәре дүрт булды. «Москвич», «Жигули»ҙан башҡа машина күрмәгән халыҡ «ах- ух» итте. Тѳрлѳ шыш-быш ишетелеп ҡала. - Шул тиклем ерҙән был машинаны нисек алып ҡайтты икән?...
АТАЙ 11-08-2014, 15:42 / Яҙыусылар ижады

АТАЙ

Эш ваҡыты бөтөп, инде ҡайтырға йыйына башлағайным, һаҡ ҡына ишек шаҡынылар. Туҡылдау шундай сәйер, һағайып, башымды күтәреп ишеккә төбәлдем. Ҡыҫып асылған ишек артынан яртылаш баш күренде. - Мөмкинме? - Яңаҡтары ҡурҡыныс булып эскә батҡан, илле биш йәштәр самаһындағы ир бесәй һымаҡ йомшаҡ баҫып, эйелә-бөгөлә килеп инде. Алан-йолан ҡаранып алғас, ҡояштай балҡып, ҡуш ҡуллап күрешергә ҡулын һуҙҙы. Мин уларҙы күрмәгәндәй, аптырап ҡатып ҡалдым. Ҡулдар һауала эленеп торҙо ла һәленеп төштө....
Ҡурҡҡанға ҡуш күренә 21-07-2014, 11:39 / Яҙыусылар ижады

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә

Бер ауылда үтә лә ҡурҡаҡ, үҙе маҡтансыҡ бер әҙәм йәшәгән, ти. Исеме Барый булған. Ул олоғайған әсәһе менән ғүмер иткән. Кеше унан: “Ниңә һаман ѳйләнмәйһең?” - тип һораһа, Барый мыҫҡыллы йылмайып, күкрәген кирә биреп: “Миңә тигән ҡыҙ тыумаған әле, минең кеүек үҙе батыр, үҙе һылыу егеткә матур, егәрле кәләш кәрәк, беҙҙең ауылда ғына түгел, районда ла миңә тиң булырлыҡ ҡыҙ юҡ!” - тип кенә ебәрә. Утыҙ йәшкә еткән егет, әсәһенең пенсияһына ҡарап, ялҡауланып йәшәүен дауам итә. Елкәһе йоҡа булғанлыҡтан, йүнле эш тә таба алмай. Ярай әле атаһынан ҡалған аты, һыйыры менән быҙауы бар. Ошоғаса...
Сәйер тост 20-06-2014, 09:46 / Яҙыусылар ижады

Сәйер тост

Йәй уртаһы. Күптән ямғыр яуғаны булмағас, йәм-йәшел булып ултырған үләндәр ҙә һарғайып кибә башлаған, ҡояш офоҡҡа ауышһа ла, һаман ҡыҙҙырыуын белә. Илһам, ғәҙәтенсә, баҡса рәшәткәһенә терәлеп урамды күҙәтеп тора бирҙе лә ҡасандыр үҙ ҡулдары менән эшләп ҡуйған эскәмйәһенә барып ултырҙы һәм уйға талды. Донъяһы бѳтѳн һәм ныҡ уның. Заманында эшкә шәп булды, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә ине: ағас эшенә тотонһа, бысҡы, балта, йышҡыһы ҡулдарында уйнап тора, ә инде тимергә тотонһа, ҡулдарынан осҡон сәсрәп торор ине. Шәп саҡтары ла булған уның, тик үҙе шул ваҡыттарҙың ҡәҙерен генә белмәгән шул....
Дѳмб әй менән Тумтыҡ 2-06-2014, 13:47 / Яҙыусылар ижады

Дѳмб әй менән Тумтыҡ

Бер ваҡыт Айыубикә уландары Дөмбәй ме-нән Тумтыҡты икеһенә ике кәрзин тоттороп, әберсәлеккә ебәрергә булды, ти. - Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма әҙерләрбеҙ, барығыҙ, әберсә тиреп алып ҡайтығыҙ ! - тине. - Әсәй, барыбер ҡыш буйы йоҡлап тик ятабыҙ ҙа инде, - тип ҡаршы төштө Дөмбәй. - Йоҡлаһаҡ ни, уянып, икенсе ҡабырғағыҙға әйләнеп ятҡанда ашарһығыҙ....