«Таланттар йондоҙлоғо»нда 17-04-2018, 16:27 / Конкурстар

«Таланттар йондоҙлоғо»нда

Йәш белореттар Өфөлә үткән «Таланттар йондоҙлоғо» VII асыҡ республика сәләмәтлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсының һайлап алыу турын үтте. Конкурсты ойоштороусылар - «Әсә йөрәге» республика йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булышлығында «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ижади һәләтен үҫтереү, уларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу мәҙәни сараның төп маҡсаты булып торҙо. “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсы 8 номинация буйынса үткәрелде. Улар йыр сәнғәте, музыкаль...
Камиллыҡҡа ынтылып 10-04-2018, 14:52 / Конкурстар

Камиллыҡҡа ынтылып

Белоретта “Һылыуҡай-2018” муниципаль гүзәллек бәйгеһе үтте. Өсөнсө тапҡыр үткән, хәҙер инде матур йолаға әйләнгән сара райондың мәҙәни тормошондағы төп ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде. Февралдә үк башланған конкурстың һайлап алыу турында бәйгелә ҡатнашырға теләгән 35 ҡыҙ араһынан сибәр, аҡыллы, нәзәкәтле, ғөмүмән, һәр яҡлап та камил 9 башҡорт ҡыҙы конкурстың финалына килеп етте. Теләүселәр бәйгелә ҡатнашҡан ҡыҙҙар менән “Бәйләнештә” социаль төркөмөнә ҡуйылған фотоһүрәттәре аша таныша алды һәм үҙенә оҡшаған һылыуҡай өсөн тауышын бирҙе....
13-03-2018, 17:35 / Конкурстар

"Йәшәһен минең ғаиләм"

Ҡыйыҡ аҫтарына эленгән гәлсәр боҙбармаҡтар ҡояш нурын сағыу уйнатһа ла, ҡыштың зәһәрлеге һиҙелә әле. Йә әсе елдәре бит остарын семетә, йә гөрһөлдәп ҡарлы бурандары уйнап китә, иртәле-кис һәммәбеҙҙе йүгерткән сатлама һыуыҡтары ла сигенмәгән сал миҙгелдең. Шулай ҙа, яҙ еткәне тойола... Ҡараштарҙа. Кәйефтәрҙә. Күңелдәрҙә... Март айын башлап ҡалабыҙҙың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында уҙған ҙур сара ла быға дәлил, ана. Республикабыҙҙа быйылғы йылдың Ғаилә йылы тип аталыуын күҙ уңында тотоп, шулай уҡ яҙҙың тәүге көнө - Башҡорт ғаиләһе көнө булыуын иҫәпкә алып, башҡорт гимназияһы...
Талмаһын аяҡтары! 6-03-2018, 13:33 / Конкурстар

Талмаһын аяҡтары!

Ҡаланың спорт-һауыҡтырыу комплексында йыл һайын уҙғарылған муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге һәм Йәштәрҙең ял үҙәге ойошторған “Citi Dance” (Сити Дэнс) бейеү марафоны үтте. Тѳрлѳ бейеү стилендә сығыш яһаған талантлы коллективтарҙы һәм бейеүселәрҙе күрһәтеү маҡсатынан ойошторолған сара бейеү коллективтары педагогтарының, хореографтарының үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуын, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, бейеүгә балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе йәлеп итеү, ҡалала заманса бейеү стилен үҫтереү, бейеү мираҫын һаҡлау һәм талантлы йәштәрҙе ҡеүәтләүҙе бурыс итеп ҡуйған....
10-08-2017, 16:04 / Конкурстар

"Урал" гәзите йәшәһен!

Белорет районы һәм ҡалаһы халҡының яратҡан гәзитенә 95 тә булып киткән. Беҙ, Сәфәрғол, Манышты, Телмәй, Александровка ауылдарын йәйәү йөрөп хеҙмәтләндергән, эшен яратып башҡарған уңған почта ташыусы Альбина Иҙрисованы көтөп алабыҙ. Иң элек “Урал” гәзитен алып, башынан аҙағына тиклем, уҡып сығабыҙ. Яңылыҡтар, хәтирәләр, “Ысын күңелдән” ҡотлау рубрикаһы, төрлө байрам саралары, рәхмәт хаттары менән танышырға, төрлө темаларға мәҡәләләр табырға була. Гәзит - яҡшылыҡ, изгелек, рухи байлыҡ өләшеүсе, уҡымлы, ауыр саҡтарҙа өмөт уятыусы, ҡала-районыбыҙҙа хеҙмәт, спорт яратыусы яҡшы кешеләр тураһында...
Тыуған ерем - алтын бишек 19-04-2016, 12:32 / Конкурстар

Тыуған ерем - алтын бишек

Белорет районы Көньяҡ Уралдың таулы-урманлы ерендә урынлашҡан. Тәбиғәте менән дә, тарихи йылъяҙмалары менән дә иң йәмле төйәк. Иҙел башы биләмәһе Ҡатай һәм Тамъян ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәре. Һүҙем райондың иң матур тәбиғәтле тыуған ауылым Ҡоҙашмандың яҙмышы, исем-атамаһы һәм ауылымдан сыҡҡан шәхестәр тураһында....
Һаумы, һаумы, әкиәт! 19-04-2016, 12:31 / Конкурстар

Һаумы, һаумы, әкиәт!

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Булған, ти, уларҙың ѳйѳ таштан, һѳйләйемме баштан?.. Әкиәт донъяһы! Кескәй бала күңел донъяһының матурлығын әкиәт аша күҙаллаһа, ә ѳлкәндәр бала күңеленә орлоҡто тап ошо ауыҙ-тел ижады аша һала ла инде. Башҡорт, ғѳмүмән, әкиәттәрҙең нигеҙендә тәрән фәл- сәфә ятҡанын, бәләкәстәрҙең холоҡ-фиғеле формалашыуында ҙур йоғонто яһауын фәҡәт бала үҙе генә тойомлай. Әкиәти персонажға оҡшарға теләй, яуызлыҡтан ҡаса, яҡшылыҡты эшләргә ашыға. Тимәк, әкиәт һѳйләүсе ѳлкәндәр баланың шәхес булып формалашыуында ғәйәт ҙур роль уйнай, тиһәк һис хата булмаҫтыр. ...
Белем байрамы старт алды 26-08-2015, 10:43 / Конкурстар

Белем байрамы старт алды

Каникул тамамланып, уҡыу башланыуға һанаулы көндәр генә ҡалды. Тап бер аҙнанан ҡулдарына аллы-гөллө гөлләмәләр тотҡан шат балалар белем һуҡмағына юл тотасаҡ....
Беҙ – еңеүселәр 26-08-2015, 10:28 / Конкурстар

Беҙ – еңеүселәр

“Урал батыр” эпосы - башҡорт халҡының аҡыл һәм тәрбиә ҡанундарын туплаған үҙенсәлекле хазинаһы. Бигерәк тә үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙә уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: яҡшылыҡты яманлыҡтан айырыу, хеҙмәткә өйрәтеү, төрлө тыйыуҙар, ололарҙы ихтирам итеү һәм кеселәргә оло була белеү, тыуған төйәгеңде һаҡларға һәм яҡларға өйрәтеү, тәрбиә йолаһы ла, өгөт-нәсихәт тә - барыһы ла урын тапҡан унда. Ошо маҡсаттан сығып, республика мәктәптәре араһында күп йылдар уҙғарылып килгән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы хәҙер инде матур традицияға әйләнгән....
Һѳнәри оҫталыҡ күрһәттеләр 24-08-2015, 09:44 / Конкурстар

Һѳнәри оҫталыҡ күрһәттеләр

20 августа Белоретта Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре араһында “Һѳнәре буйынса иң яҡшы” республика конкурсының тѳбәк этабы үтте. Ярышта Белорет, Учалы, Баймаҡ, Әбйәлил райондарының һәм Межгорье ҡалаһының торлаҡ-коммуналь ѳлкәһе коллективтарының иң яҡшы 38 вәкиле ҡатнашты. Һѳнәри оҫталыҡ ярышында районыбыҙ намыҫын 17 кешенән торған команда яҡланы....