Һѳнәри оҫталыҡ күрһәттеләр

20 августа Белоретта Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре араһында “Һѳнәре буйынса иң яҡшы” республика конкурсының тѳбәк этабы үтте. Ярышта Белорет, Учалы, Баймаҡ, Әбйәлил райондарының һәм Межгорье ҡалаһының торлаҡ-коммуналь ѳлкәһе коллективтарының иң яҡшы 38 вәкиле ҡатнашты. Һѳнәри оҫталыҡ ярышында районыбыҙ намыҫын 17 кешенән торған команда яҡланы.

Бѳгѳнгѳ кѳндә республикала ғына түгел, ә илдә иң кәрәкле эшсе һѳнәрҙәрҙең абруйын арттырыу маҡсатынан үткә- релә был конкурс. Сәнәғәт квалификациялы эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә, ә һѳнәри оҫталыҡ ярыштары конкурсанттарға белемдәрен камиллаштырыу һәм практикала ҡулланыу хоҡуғы бирә. Белорет металлургия колледжында муниципаль район Советы рәйесе Е.Я. Карепанов, район хакимиәтенең торлаҡ- коммуналь хужалығы һәм транспорт бүлеге етәксеһе В.Ю. Калугин сарала ҡатна шыусыларҙы тәбрикләгәндән һуң, конкурсанттар тѳркѳмдәргә бүленде.

Ярыш тың теория ѳлѳшѳндә ҡатнашыусылар комиссия ағ- заларының тест-һорауҙарына яуап бирҙе, хәүефһеҙлек техникаһы нигеҙҙәрен белеү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙҙәрен тотоу буйынса кѳс һынашты. Күпселек конкурсанттар һы науҙы еңел үтте. Икенсе этапта хеҙмәткәрҙәр үҙҙәрен ярыштың практик ѳлѳшѳндә һынаны. Ә бын- да инде конкурсанттарҙың эш сифаты һәм тех- нологияһы, хеҙмәт алымдарының дѳ- рѳҫлѳгѳ, эш ваҡыты һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү иҫәпкә алынды. Электр-газ яр- ҙамында йәбеш- тереүселәр, ҡаҙан- лыҡ ҡорамалдары о п е р а т о р ҙ а р ы “Газпром” асыҡ акционерҙар йәм- ғиәте базаһында кѳс һынашты.

Тракторист-механиктар ДОСААФ автодромы майҙансығында, ә урам эшселәре, слесарь- сантехниктар, электр менән монтажлаусылар металлургия колледжы бинаһында һәм майҙансығында ярышты. Тәжрибәле етәкселәрҙән һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы белгестәренән торған комиссия баһалауынса, кон курсанттар һѳнәри һәм юғары әҙерлек кимәлен күрһәтте. Һәр номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Слесарь-сантехниктар араһында призлы урын дарҙы Белорет командаһы хеҙмәткәрҙәре - “Йорт хужалығы” йәмғиәтенән Евгений Чулюкин, “Белорет йылылыҡ селтәрҙәре”нән Александр Миронов һәм “Торлаҡ” йәм- ғиәтенән Сергей Благов алды. Ҡаҙанлыҡ ҡорамалы операторҙары араһында ла ярыш кѳсѳргәнешле барҙы.

Әммә “Учалы йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәтенән Рәвил Ниязовҡа, “Белорет йылылыҡ селтәрҙәре”нән Ольга Климинаға, Баймаҡ “Йы лылыҡ селтәре”нән Хамро Ҡадироваға етеүсе булманы. 6 электр менән монтажлаусы тест-һорауҙарына ла яуап бирҙе, үҙ эше оҫтаһы икәнен дә күрһәтте. “Әбйәлил махсус коммуналь хеҙмәтләндереү” предприятиеһынан Виктор Арестов - I, “Йылылыҡ сел- тәре” йәмғиәтенән (Баймаҡ) Рәжәп Сирғәлин - II, “Йорт хужалығы”нан Иван Бурулев III урынды яуланы. Иң оҙаҡ дауам иткән конкурс электр-газ ярҙамында йәбештереүселәр араһында булғандыр. Юғары оҫталыҡ, түҙемлек талап иткән ярышта ла белореттар ал бирмәне. Максим Солтанов (“Газпром”), Сәғит Талипов (“Йорт хужалығы”) һәм Михаил Казачковтар (“Мечел-Энерго”) юғары оҫталыҡ күрһәтте. Урам эшселәре һепертке бәйләү, электр салғыһы - триммерҙа билдәләнгән урынды сабыу буйынса кѳс һынашты.

“Йорт хужалығы”нан Урал Ҡазин, Межгорье торлаҡ-коммуналь хужалығынан Дина Власова һәм Учалы “Дѳйѳм ятаҡ” предприятиеһы хеҙмәткәре Рәзидә Ишморатовалар призлы урындарҙы яуланы. Тракторист-механиктар авто дромда трактор йѳрѳтѳү оҫталыҡтарын күрһәтте, тиҙ- леккә билдәләнгән мар- шрутты үтте. “Водоканал” предприятиеһынан (Белорет) бульдозер машинисы Фе- дор Перепелкин - I, Меж- горье торлаҡ-коммуналь хужа- лығынан автогрейдер маши- нисы Евгений Фенопетов - II, “Йорт хужалығы”нан Булат Фәйрүзов (Белорет) һәм “Тѳҙѳкләндереү” предприя тиеһынан (Учалы) Виталий Филиппенко III урындарҙы бүлеште. Тѳп номинацияларҙан тыш, ѳҫтәлмә “Иң йәш эшсе”, “Торлаҡ-коммуналь хужалығында оҙаҡ йылдар эшләүсе”, “Еңеүгә ышаныс ѳсѳн”, “Иң яҡшы экипировка ѳсѳн” номинацияларында еңеүселәр билдәләнде. Ярыштан һуң конкурсанттар ҡаланың тарихи-крайҙы ѳй- рәнеү музейы, картиналар галереяһы менән танышты. Конкурс һуңында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды. Тѳбәк этабында I урынды яулаған хеҙмәткәрҙәр сентябрҙә республика конкурсында ҡат нашасаҡ.
Э. ХӘМЗИНА. Автор фотолары
Оставить комментарий