Беҙ – еңеүселәр

“Урал батыр” эпосы - башҡорт халҡының аҡыл һәм тәрбиә ҡанундарын туплаған үҙенсәлекле хазинаһы. Бигерәк тә үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙә уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: яҡшылыҡты яманлыҡтан айырыу, хеҙмәткә өйрәтеү, төрлө тыйыуҙар, ололарҙы ихтирам итеү һәм кеселәргә оло була белеү, тыуған төйәгеңде һаҡларға һәм яҡларға өйрәтеү, тәрбиә йолаһы ла, өгөт-нәсихәт тә - барыһы ла урын тапҡан унда. Ошо маҡсаттан сығып, республика мәктәптәре араһында күп йылдар уҙғарылып килгән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы хәҙер инде матур традицияға әйләнгән.

Быйылғы йәш сәсәндәрҙең XVII республика бәйгеһендә район исеменән Белорет лицей-интернаты уҡыусылары Айбулат Ғәйнуллин, Данил Әхмәтов, Юнир Тимерйәнов һәм Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан Ләйсән Үтәбаева ҡатнашты. Бик күп башҡорт эпостарын тыуҙырған, батырҙарыбыҙҙың эҙҙәрен һаҡлаған изге Бөрйән ерендә ѳс көн дауамында барған конкурстың программаһы бик бай һәм йөкмәткеле булды. Конкурстың беренсе көнөндә үк эпосты яттан һөйләү һәм эпостан өҙөк сәхнәләштереүҙе тамаша ҡылдыҡ. Респуб- ликабыҙҙың төрлө район- дарынан йыйылған 28 команда араһында көс һынашыу, әлбиттә, еңелдән булманы, ул бик көсөргәнешле барҙы. Шулай ҙа, бирешмәнек.

Бынан тыш, уҡыусыларҙы конкурсҡа әҙерләгән уҡытыусыға ла Мәғариф ми- нистрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Шундай ҙур баһа алғас, әлбиттә, шат- лығыбыҙҙың иге-сиге булма- ны, тағы ла дәртләнеп, ҡанатланып киттек. Кон- курстың башҡа көндәрендә уҙғарылған сараларҙа их- лас ҡатнаштыҡ, һәр нәмәнең уртаһында булырға тырыштыҡ. Конкурстарҙан тыш данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Йылҡысыҡҡан күленә, Ҡыпсаҡ ырыуы башлығы Бабсаҡ бейҙең ҡәберенә мауыҡтырғыс экс- курсиялар ойошторолдо.
Унда билдәле ғалим Әхмәт Сөләймәновтың фәһемле әң- гәмәләре һәр кемдең кү- ңелендә уйылып ҡалды. Балалар һабантуйында төр- лө милли уйындарҙа, йолаларҙа ҡатнаштыҡ. Атап әйткәндә, Ҡорбан ашы йо- лаһы күңелдәргә хуш килде. Бынан тыш, Бөйөк Еңеүҙең еңел яуланмауын күрһәтеү маҡсатында ойошторолған театрлаштырылған парад ҡараныҡ. Әбделмәмбәт урта мәктәбе тарафынан әҙерләнгән “Ҡара икмәк” спектакле лә бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Ә инде һәр кис балалар өсөн ойошторолған дискотекаларҙы, Ағиҙелдә рәхәтләнеп һыу инеүҙәрҙе оноторлоҡ түгел. Бына шулай, бик күп еңеүҙәр яулап, ҡиммәтле бүләктәр алып, рухланып, ҡанатланып, яңы дуҫтар табып, тәжрибә уртаҡлашып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ изге Бөрйән еренән. Йәш сәсәндәрҙең Рес- публика бәйгеһе киләсәктә лә йәшәһен, яңынан-яңы та- ланттар асһын, үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғоларын тәр- биәләүҙе дауам итһен.
М. МИҢЛЕҒӘЛИЕВА,
лицей-интернаттың тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.
Оставить комментарий