Белем байрамы старт алды

Каникул тамамланып, уҡыу башланыуға һанаулы көндәр генә ҡалды. Тап бер аҙнанан ҡулдарына аллы-гөллө гөлләмәләр тотҡан шат балалар белем һуҡмағына юл тотасаҡ.

Уҡыусыларҙың, тәүге тапҡыр мәктәпкә барған балаларҙың байрам кәйефен күтәреү, Белем байрамының абруйын, мәртәбәһен арттырыу маҡсатында, ҡаланың Йәштәр ялын ойоштороу үҙәге менән берлектә “Рекорд” фитнес клубы уҙған йәкшәмбелә Белем байрамына арналған сара үткәрҙе. Байрам Металлургтар майҙанында ойош- торолған флешмоб менән башланып китте. Ҡыҙҙар менән малайҙарҙың синхрон хәрәкәттәр яһап, заманса күңелле бейеүе "һә" тигәнсе тамашасыны йыйҙы. Артабан, балалар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар ойошторолдо. Йомаҡтар сисеү, күңелле старт, дүңгәләк ташлау, һыу ташыу, арҡан тартышыу кеүек уйындарҙа балалар ихлас ҡатнашты.

Сара асфальтҡа һүрәт төшөрөү конкурсы менән тамамланды. Йәштәр ялын ойоштороу үҙәге хеҙмәткәрҙәре конкурс-уйындарҙа ҡатнашҡан бер генә баланы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Һәр конкурсант татлы приздар - кәнфит, чупа- чупс һ.б менән бүләкләнде. Матур байрамдан ҡатнашыусылар ҙа, тамаша ҡылыусылар ҙа ҡәнәғәт таралышты.
Н. ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий