Һаумы, һаумы, әкиәт!

Һаумы, һаумы, әкиәт!
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Булған, ти, уларҙың ѳйѳ таштан, һѳйләйемме баштан?..
Әкиәт донъяһы! Кескәй бала күңел донъяһының матурлығын әкиәт аша күҙаллаһа, ә ѳлкәндәр бала күңеленә орлоҡто тап ошо ауыҙ-тел ижады аша һала ла инде. Башҡорт, ғѳмүмән, әкиәттәрҙең нигеҙендә тәрән фәл- сәфә ятҡанын, бәләкәстәрҙең холоҡ-фиғеле формалашыуында ҙур йоғонто яһауын фәҡәт бала үҙе генә тойомлай. Әкиәти персонажға оҡшарға теләй, яуызлыҡтан ҡаса, яҡшылыҡты эшләргә ашыға. Тимәк, әкиәт һѳйләүсе ѳлкәндәр баланың шәхес булып формалашыуында ғәйәт ҙур роль уйнай, тиһәк һис хата булмаҫтыр.
Ошо маҡсаттан сығып Шығай ауылының “Ѳлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәге ойошторған “Һаумы, һаумы, әкиәт!” район конкурсы быға дәлил. Ойоштороусылар халыҡ әкиәттәрен, риүәйәттәрен, легендаларын сәхнәләштергән мәлдә үҙ тиҫтерҙәре аша шул уҡ йәш быуында мәҙәни һәм матди булмаған мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, һәләтле балаларҙы асыҡлау, балалар драма, фольклор түңәрәктәренең эш- мәкәрлеген кѳсәйтеү, башҡорт әкиәттәрен сәхнәләш- тереүҙә тәжрибә ур- таҡлашыу сара- ларын күҙ уңында тотҡан.
Йәш башҡарыусылар район кон- курсында Инйәр, Сермән, Аҙнағол, Үткәл, Николаев- ка һәм Шығай ауылдарының 1 театр һәм 5 фольклор коллективтары сы- ғыш яһаны. Конкурсанттар репертуары башҡорт, рус халыҡ әкиәттәренән торҙо. Комиссия сәхнә биҙәлешен, сценарийын, сәхнә композицияһын, режиссерлыҡ эшен, постановкала сюжетҡа тап килгән халыҡ уйындарының, йолаларының, йыр- бейеүҙәрҙең булыуын, актерлыҡ кәүҙәләнешен, сәхнәлә үҙен тота белеүен, кейемдәрҙе иғтибар үҙәгенә алды. Баһалама ағзалары һәм тамашасылар районыбыҙҙа йәш таланттарҙың күп булыуына тағы ла бер ҡат инанды.
Инйәр район мәҙәниәт йортоноң “Ҡолонсаҡ” ѳлгѳлѳ балалар театры тамашасы хѳкѳмѳнә “Шүрәлеләр ни атлы?” әкиәтен тәҡдим итте. Ярты сәғәтлек сәхнә әҫәрендә йәш артистарҙың һәр береһе тиерлек ролен еренә еткереп башҡарҙы. Балалар ролдәрен беренсе генә кѳн уйнамауы күренеп тора. Бигерәк тә ауыл малайы Тәүфиҡ ролен 12 йәшлек Нәфис Сәғитуллин иҫ китмәле ләззәт менән башҡарҙы. Телмәренең үҫеше генә түгел, пантомимикаһына тиклем кѳслѳ булды.
Сермән мәҙәниәт йортоноң драма түңәрәге рус халҡының “Гуси-лебеди” әкиәтен яңы ҡалыпҡа һалып башҡарҙы. 9-12 йәшлек балалар әкиәтте шиғри формала сәхнәләштерҙе. Йәш артистар ағас ҡалаҡтарҙа ла һуҡты, йырлап-бейене лә. Спектаклгә балаларҙың күп йәлеп ителеүе маҡтауға лайыҡ.
Николаевка ауыл клубының “Лицедеи” түңәрәгенә йѳрѳүсе ѳс бала “Бесәй, әтәс һәм тѳлкѳ” әкиәтен йылдам ғына, әммә ғәжәп оҫталыҡ менән башҡарҙы.
Үткәл тулы булмаған мәктәбенең “Бѳҙрәкәй” балалар драма тү- ңәрәгендә шѳғѳлләнеүселәр “Ялҡау бесәй” әкиәтен сәхнәләштерҙе. Был коллектив сәхнәлә үҙҙәрен ихлас, әҫәрҙе “тештән алып”ятлауҙары, шул уҡ ваҡытта балаларса эскерһеҙлек менән йорт хайуандарының психологияһын тәрән аңлап, үҙ ролдәрен иҫ китмәле шәп башҡарҙы. Хатта ҡайһы бер уҡыусылар сәхнәлә ике ролгә лә инергә ѳлгѳрҙѳ.
Аҙнағол ауыл клубының “Ромашкалар” драма түңәрәге ағзалары “Бүре һәм кәзә” әкиәтен күрһәтте. Был коллектив иһә, бүтәндәрҙән костюмдары һәм йәш категориялары менән айырылып торҙо. Бигерәк тә 5 йәшлек Наҙгѳл Хәсәнованың үҙ ролен - кәзә бәрәсен оҫта кәүҙәләндереүе, һѳйләү телмәренең асыҡ, тасуири булыуы тамашаға йәм ѳҫтәне. Ғѳмүмән, Аҙнағол ауылының бәләкәс һәүәҫкәрҙәре сығышы Ғѳмүмән, Аҙнағол ауылының бәләкәс һә- үәҫкәрҙәре сығышы самимылыҡ менән алдырҙы.
Шығай мәҙәниәт йортоноң “Һомай” фольклор түңәрәгендә шѳғѳлләнеүселәр художество етәк- сеһе Лира Хәйруллинаның “Үҙ илеңдә олтан бул” исемле әкиәтен ҡуйҙы. Сәхнә әҫәрендә фольклор элементтары ла, ватансылыҡ рухында тәрбиәләү ѳлѳшѳ лә булды. Балалар сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотто, декорация, костюмдар ҙа сағыу булды. Әйткәндәй, әлеге йәш талант- тарҙың етәкселәре - С.Мырҙағәлина (Инйәр), К.Миһранова (Сермән), Е.Дьяченко (Николаевка), Н.Йо- мағужина (Үткәл), Г. Сәфәрғәлина (Аҙнағол) һәм Г.Ҡолбирҙиналар (Шығай) айырыуса ғорурлыҡ кисергәндер. Улар бит уҡыусыларға әкиәт тә һайлай белгән, уны тасуири итеп, оҫта сәхнәләштерергә лә өйрәткән һәм һәр тамашасы күңеленә еткерә алған.
Ҡатнашыусыларҙың ғына түгел, байрамды ойоштороу- сыларҙың да юғары әҙерлеген билдәләп үтмәй булмаҫ. Һәр сығыш байрамға тиң булһа, ә инде ойоштороусылар Шығай ауыл башҡорт мәҙәни үҙәге менән берлектә Инйәр район мәҙәниәт йорто етәкселеге конкурстың бағымсыһы булды. Шығайҙар иһә мажараға, эске кисерештәргә бай тамаша ҡарап кинәнде. Баштан уҡ бит залда ултырыусыларҙы әкиәт персонаждары Буратино (ауыл китапханасыһы Ольга Ғәлиуллина), Мальвина (XI класс уҡыусыһы Дилә Бадалова), Пьеро (XI класс уҡыусыһы Динә Бадалова) һәм Белмәҫйән (Гѳлдәр Ҡолбирҙина) тылсымлы әкиәт донъяһына алып инде. Шул уҡ ваҡытта тамашасы менән аралашты, тѳрлѳ уйындар, викториналар ойошторҙо. Хатта йәнһүрәттәрҙәге йырҙарҙы бергәләп кинәнеп башҡарҙы.
Шулай итеп, район буйынса тәүге тапҡыр үткәрелгән “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында III урынды Сермән һәм Николаевка коллективтары алды, II урынға Үткәл һәм Аҙнағол коллективтары сыҡты. I урын лайыҡлы рәүештә Шығай фольклор түңәрәгендә шѳғѳлләнеүселәргә тапшырылды. Ә гран-приҙы Инйәр ѳлгѳлѳ балалар театры алды. “Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһында Инйәрҙән Нәфис Сәғитуллин еңде. Әйткәндәй, былтыр мәктәптәр араһында үткән конкурста ла Нәфис гран-приға лайыҡ булғайны. Тимәк, үҫмерҙең киләсәге ѳмѳтлѳ. “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһын Үткәлдән Азалия Аҫылбаева алды.
Күркәм сара һәр кем күңеленә ыңғай тәьҫораттар, әкиәти күңел кисерештәренә һалып бер тында үтте лә китте. Киләсәктә был матур традиция үҫер, географияһын ки- ңәйтер тигән ышаныс ҙур.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий