Тыуған ерем - алтын бишек

Белорет районы Көньяҡ Уралдың таулы-урманлы ерендә урынлашҡан. Тәбиғәте менән дә, тарихи йылъяҙмалары менән дә иң йәмле төйәк. Иҙел башы биләмәһе Ҡатай һәм Тамъян ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәре. Һүҙем райондың иң матур тәбиғәтле тыуған ауылым Ҡоҙашмандың яҙмышы, исем-атамаһы һәм ауылымдан сыҡҡан шәхестәр тураһында.
1735-40 йылдарҙа Минйәк яланындағы 13 ауыл яндырыла. Ҡоҙашман эргәһендәге Ишле ауылы аръяғындағы яланда Иңкешле исемле ауыл булған. Ул Лапышты заводы биләмәһендә малсылыҡ, һунарсылыҡ, ҡортсолоҡ менән көн күргән иңкешлеләрҙе завод хужаһына эшләргә ҡушҡандар. Матусевич тигән хужа тыңламағандарҙы урманға индермәгән, һыу бирмәгән. Ер өсөн талаш бер яҡтан заводчиктар араһында, икенсе яҡтан башҡорттар менән заводчиктар араһында барған. (Тарихи сығанаҡтарҙан алынды). Карателдәр ауыл- дарҙы яндыра. Бесәндә, йәйләүҙәрҙә ятҡан иңкешлеләр ҡайҙа етте шунда, тау-таш араһына таралырға мәжбүр булған.
Ҡоҙашман, Рысыҡай, Көҙәй, Әрепҡол һәм Сермән ҡушыҡтары шул мәсете булған Иңкешленән таралған. Ул хужалар ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Рәсәйгә ҡушылмаҫ борон уҡ беҙҙең ерҙәребеҙҙең байлыҡтары ҡыҙыҡһындырған уларҙы. Ишле эргәһендәге Ҡоҙашман ауылы 1740 йылда ян- дырыла, сөнки унда тимерлек була. Уҡ, һөңгө башаҡтары әҙерләйҙәр. Ырымбур ҡаҙна палатаһы указы менән 1838 йылда, быуат үткәс, Әрепҡолдан Ҡоҙашманға 14 ғаилә күсерелә.
Әрепҡол ауылы Көҙйылға йылғаһының Оло Инйәргә ҡойған ерендә Күҫәк Әрепҡолов тарафынан нигеҙләнгән бул- ған. Хәҙер ул ауыл юҡ инде. Хәҙерге Ҡоҙашман ауылында йәшәгән сотник Тәкәев Ҡоҙашман 1935-40 йылдарҙа баш күтәреүҙәрҙә актив ҡатнашҡан. Властарҙың тыйыуына ҡарамаҫтан, ауылында тимерлек тотҡан кеше, сотник, баш күтәреүселәр өсөн ҡорал: уҡ, һөңгө башаҡтары әҙерләгәндәр. 1740 йылда яу башлыҡтарының береһе, старшина Булаттимер Теләүкәев ҡа- рамағында була, Ҡоҙашман Тәкәевтең артабанғы яҙмышы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәһеҙ. Өләсәйем Тәнзилә Минһаж ҡыҙы Мәхмүтова тере саҡта ауылымдың тарихын яҙып алып ҡалмағаныма әле һаман үкенәм. Ҡоҙашман менән Ишле ауылдары терәлеп торғанға күрә, икеһен дә тыуған ауылым тип әйтһәм дә хата булмаҫ, сөнки башланғыс белемде Ҡоҙашманда, ун йыллыҡ белемде Ишлелә алдым. Мәктәпте тамамлауыма ла 41 йыл. Ауылыбыҙҙың тарихы, шәхестәре, лайыҡлы ғаиләләре менән сикһеҙ ғорурланам.
Ауылымдан сыҡҡан рәссам, беҙгә күрше генә йәшәгән Тимербай Зәйнулла улы Мөхөтдинов - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. Бер туған ағайым Ағзам Мәхмүт улы Ғайсин мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, инженер-металлург, төрлө илдәрҙә эшләп ҡайтҡан. Ағайым Әхтәм Мәхмүт улы Ғайсин математика уҡытыусыһы булды. Шулай уҡ ауылыбыҙҙан сыҡҡан атҡаҙанған металлургтар - Закир Фәтих улы Язаров, Альфред Заһит улы Тайыпов. Дамир Миҙәхәт улы Мусин халыҡ- ара институт тамамлаған, әлеге көндә Ишле дауаханаһында фельдшер булып эшләй. Класташым Сәлиха Зиннур ҡыҙы Сәйфуллинаның өлкән улы Фәнис Рәшит улы Данъянов 2012 йылдан алып Ишле ауыл хакимиәте башлығы вазифаһында уңышлы эшләй.
Әлбиттә, күптәргә өлгөлө һәм лайыҡлы ғаиләләрҙең береһе - Тайыповтар ғаиләһе. Заһит апа менән Сәрүәр инәй 65 йыл татыу ғүмер кисереп, 4 ул, 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өләсәйем Тәнзилә Минһаж ҡыҙы Мәхмүтованың Ишле ауылы хаҡында бер аҙ иҫтәлектәре ҡалған. Элгәре Мостафа Ғилманов атлы ир уҙаманы булған. Ул беренсе донъя һуғышында, Октябрь революцияһында ҡатнашҡан, башҡорт халыҡ дивизияһында кавалерист булып хеҙмәт иткән. Хатта Петроградта В.И.Лениндың сығыштарын күргән булған.
Тәүҙә “Ишле” тигән исем булмаған. Бында XIX быуат урталарында “Һарай- Һыу” тигән шишмә янында башҡорттарҙың йәйләүе урынлашҡан. Шишмә балыҡҡа бай була. Йәйләү хәҙерге Ишле ауылынан 3-4 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан. Йәйен- ҡышын халыҡ шунда ғүмер кисергән. Йәш егет-елкенсәк ситкә китеп эшләгән, сөнки кәләш алыр өсөн ҡалым түләргә кәрәк булған. Йәш егеттәр осраған кешенең һорауына: “Эшләргә”, - тип яуаплаған. Эшләргә, эшләй тигән һүҙ урыҫса “шля” булып китә, шишмәне лә ошо исем менән атай башлағандар. Яйлап ауыл барлыҡҡа килгән. Урыҫтар күберәк булғанлыҡтан, “Шля” һүҙе “Ишля”гә әйләнгән.
1920 йылдарҙа тар колеялы тимер юл төҙөлә һәм шул “Ишля” атамаһы станцияға ла бирелгән.
Ишле ауылы атамаһының икенсе версияһын ағайым Ағзам Мәхмүт улы Ғайсин түбәндәгесә һөйләгәйне:
- Ишле тау-урмандар араһында ятҡан булһа ла, яланы ла, болоно ла, баҫыуы ла бар. Тағы ла шишмәләргә, төрлө сәскәләргә, шифалы үләндәргә бай. Бал йыйыусы иңкештәр күп булғас, халыҡ “Ингешля” тип йөрөтә башлай. Ошо атама аҙаҡтан ауылға, йылғаға, станцияға йоғоп ҡала. Оло быуын кешеләре телендә әле лә ошо атама һаҡланып ҡалған, шуға ла Иңгешле тип һөйләйҙәр. 30-сы йылдарҙа колхозлашыу осоро башланғас, Ишле халҡы риза булмай, сөнки тимер юлы асылған, халыҡтың күбеһе шунда эшкә төшә. Ә Ишле мәктәбенең тарихына килгәндә, мәктәптең тәүге бинаһы ул ваҡыттағы урман хужалығы башлығы Матусевич тигән әфәнденең өйө була, йәғни Сермән ауылының урман дачаһы булған. Был Ишле ауылының “кордон” тип аталған ерендә урынлашҡан ике ҡатлы бинаның ҡыйығы ҡалай менән ябылған, тәҙрәләре ҙур, ишек тотҡалары хатта бронзанан яһалған. Мәктәптең ҙур тәҙрәләре урман яғына ҡарағанлыҡтан, ҡышын, йәйен йә төлкө, йә ҡуян йүгереп киткәне күренә. Мәктәптең мейесе утын менән йылытыла. Уны уҡыусыларҙың ата-әсәһе әҙерләшкән, ә V кластан һуң уҡыусылар класс етәкселәре менән үҙҙәре әҙерләгән. Ул ваҡытта ашхана тигән нәмә юҡ, балаларҙың күбеһе аслы- туҡлы йөрөгән, 1948 йылда карточка менән икмәк бирелгән, 1954 йылдан норма булған. Күрше ауылдарҙан белем алырға килеүселәр һаны артҡандан-артҡан. Ул ваҡытта мәктәп бинаһына терәлеп почта бүлексәһе, ат һарайы ла урынлашҡан. Һуңғараҡ Матусевич әфәнденең бинаһын бер аҙ үҙгәртәләр. Инде мәктәп бер ҡатлы, оҙон барак һымағыраҡ була, класс бүлмәләре лә күберәк. 1953 йылда төп урта белем биреү мәктәбенә әйләнә. 1955 йылда иң беренсе сығарылыш була, йәмғеһе 5 уҡыусы. Ул ваҡытта имтиханды Туҡан урта белем биреү мәктәбенә барып биргәндәр. Тәүге сығарылыш уҡыусылары: В.Н.Чумиков - мәктәп директоры, А.Г.Горбатов - МГМИ доценты, А.В.Решетова-Сенина - агроном, география уҡытыусыһы, В.Н.Бургучев - инженер-металлург, А.Селеверстова - бухгалтер-экономист. 1955 йылда мәктәптә башҡорт телендә дәрестәр индерелә. Беренсе уҡытыусы - Роберт Ғәзизов, һуңынан ул Белорет мәктәп-интернаты директоры була.
1956 йылдарҙа уҡыусылар һаны 400-гә етә, шул йылдарҙа комсомолда 120 кеше иҫәпләнә. Уҡыусылар һаны артыу сәбәпле, йөрөп уҡыған балалар өсөн интернат төҙөлә, һуңынан унда Лапышты, Татлы-Илмәш, Бағарышты, Мәнәү, Дубинск, Кәртәле, Олойылға, Суран, Ялан, Кәртәле - Запань һәм башҡа ауылдарҙан ятып уҡыйҙар. 1954 йылда мәктәптә уҡыу түләүле була, ә 1955 йылдан СССР-ҙың төп белем биреү буйынса яңы законы нигеҙендә, уҡыу өсөн түләүҙәр туҡтатыла. Ә 1957 йылда ике уҡыусы мәктәпте алтын миҙалға тамамлай: минең ағайым Ағзам Мәхмүт улы Ғайсин һәм Миңнур Заһит ҡыҙы Үләмәева. Шулай уҡ мәктәпте яҡшы тамамлаған ағайым Әхтәм Мәхмүт улы Ғайсин һуңынан Белорет педучилищеһын тамамлап, Ишлелә математика уҡытыусыһы булып эшләй.
Яҙа башлаһаң, ауылымдан сыҡҡан шәхестәр күп, әлбиттә. Быйыл Ишле ауылының дөйөм белем биреү мәктәбе үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй, ә Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 71 йыл була. Ҡоҙашман ауылының һуғыш ветерандары: олатайым Минһажев Билал Минһаж улы, Тәнзилә өләсәйемдең бер туған ағаһы, Ғарифуллин Зәйнулла, Тайыпов Сабит, Хәйбуллин Мәсәлим, Хәйҙәров Зиннур апалар - еңеүгә барлыҡ көстәрен һалған, һуғыштың ауыр мих- нәттәрен үҙ елкәләрендә татыған ве- терандарыбыҙ арабыҙҙа юҡ инде. Һуғыш яралары уңалыу менән күңелдәге йөйҙәр бер ҡасан да юйылмаҫ. Йылдар үтһә лә, үткәнебеҙҙе онотмаҫҡа, тарихыбыҙҙы һаҡларға, үҫеп килгән быуынға аңлатырға бурыслыбыҙ.
Ауылымда күп балалы ғаиләләр һәр йортта тиерлек булды, мәҫәлән, Сөләймәновтар 10 бала тәрбиәләгән. Шу- лай уҡ Нәбиуллиндар, Ғәлиуллиндар, Мусиндар, Мәхмүтовтар, Тайыповтар, Ғөбәйҙуллиндар, Сәйфуллиндар, Минһа жевтар, Мөхөтдиновтар… - һанай китһәң, һәр йортта тиерлек күп бала үҫтергәндәр һәм дөрөҫ тәрбиә биргәндәр. Улар менән һоҡланмау мөмкин түгел. Сиражетдиновтар Аҙналы-Мышы ауылынан күсеп килгән күп балалы ғаилә. Улдары Тимерхан Сәйфетдин улы - Башҡортостан Республикаһының ат- ҡаҙанған рәссамы. Бибизада Сөләймәнова оҫта йырсы, үҙенә генә хас өзләү һәләтенә эйә булған иҫ китмәле моңло тауышлы кеше ине. Хатта Францияға барып ҡайтҡан шәхес. Уның килене Әлфиә Сөләймәнова ла йыр-моңға ғашиҡ, 2015 йылдың ноябрендә яҡташыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Хәмзиндың яҡты иҫтәлегенә ойошторолған вокалистарҙың II район конкурсында гран- при яулай.
Минең тәүге уҡытыусым Язаров Фәтих Нуретдин улы бик талапсан, тырыш, үҙ эшен яратып башҡарған, балаларға дөрөҫ белем биргән педагог булды. Уның ағаһы Кәртәле ауылынан сыҡҡан шағир, яҙыусы Мөхөтдин Тажи.
Ауылымдың тарихы, унан сыҡҡан оло шәхестәр менән сикһеҙ ғорурланам. Әлеге көндә Ишле мәктәбендә юғары белемле уҡытыусылар коллективы эшләй. Мәктәп директоры Римма Әҡсән ҡыҙы Вәлиева 1991 йылдан бирле химия, биология дәрестәрен алып бара. Геннадий Вәлинур улы Вәлиев 1986 йылдан алып географиянан, биологиянан, физкультуранан уҡыта. Ва- лерий Сергеевич Жаринов 1987 йылдан рус теле һәм әҙәбиәтенән, уның тормош иптәше Фәнүзә Ғәлиулла ҡыҙы Яубаҫарова 1986 йылдан алып балаларға немец теленән белем бирә. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар мәктәп данын арттырыуға үҙ өлөштәрен индергән Ольга Ивановна Волкова, Нәфиә Ваһап ҡыҙы Сәфиуллина, Закира Әҡсән ҡыҙы Сөләймәнова, Дамир һәм Харис Мусиндар мәктәптең алтын ҡаҙағы булып торалар.
Ауылымдың үткәне, бөгөнгөһө менән, үҙебеҙҙең ҡайһы нәҫелдән булыуыбыҙҙы күҙ уңында тотоп, шәжәрәбеҙҙе барлап, арҙаҡлы туғандарыбыҙ, шәхестәребеҙ тураһында балаларға, ейәндәргә еткереү - беҙҙең төп бурыс. Нәҫел тарихын ҡалдырыу, быуындар бәйләнешен тергеҙеү ниәтен тормошҡа ашыраһы ине.
Фәриҙә МӘХМҮТОВА- СӘЙЕТБАТАЛОВА.
Оставить комментарий