"Урал" гәзите йәшәһен!

"Урал" гәзите йәшәһен!
Белорет районы һәм ҡалаһы халҡының яратҡан гәзитенә 95 тә булып киткән.

Беҙ, Сәфәрғол, Манышты, Телмәй, Александровка ауылдарын йәйәү йөрөп хеҙмәтләндергән, эшен яратып башҡарған уңған почта ташыусы Альбина Иҙрисованы көтөп алабыҙ. Иң элек “Урал” гәзитен алып, башынан аҙағына тиклем, уҡып сығабыҙ. Яңылыҡтар, хәтирәләр, “Ысын күңелдән” ҡотлау рубрикаһы, төрлө байрам саралары, рәхмәт хаттары менән танышырға, төрлө темаларға мәҡәләләр табырға була. Гәзит - яҡшылыҡ, изгелек, рухи байлыҡ өләшеүсе, уҡымлы, ауыр саҡтарҙа өмөт уятыусы, ҡала-районыбыҙҙа хеҙмәт, спорт яратыусы яҡшы кешеләр тураһында яҙып өлгө күрһәтеүсе, кәңәш биреүсе лә булып тора. “Урал” гәзите Пенсия фонды идаралығы менән берлектә “Оло кешенең социаль портреты” конкурсында ла актив эшләй. Әҙәбиәткә яңы аяҡ баҫҡан шағирҙар, яҙыусылар әҫәрҙәре менән даими таныштырып бара гәзит. Ҡала¬-районыбыҙҙа күпме ҡәләм тирбәтеүселәр бар. Үткәл ауылы егете Мәүлит Кәримов, Шығай ауылы ҡыҙы, “Өлкәр” башҡорт үҙәге директоры Сәғирә Шәрәфетдинова, “Урал”дың элекке хеҙмәткәре, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты, Рысыҡай ҡыҙы Фәриха Вәлиуллина, Инйәр һылыуҙары Мөнирә Сәлимйәнова, Рәсимә Сәйетғәлина, Әнисә Аҫылғужина, Рәфиға Ғәлиуллина һәм башҡалар күптәргә таныш. Ҡалала йәшәгән Мансур Һиҙиәтовтың, Мәнзүрә Горбачеваның (мәрхүмә), Люциә Нурмөхәмәтованың һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре, мәҡәләләре киләһе йәш быуын өсөн бик тә әһәмиәтле, фәһемле. Сермәндән Клара Ғарипованың, Сәфәрғолдан Зифа Арсланованың, Маныштынан Рәфиға Ғилманованың шиғырҙары, әҫәрҙәре бик уҡымлы, донъяуи була. Шулай уҡ гәзит биттәрендә балалар ижады менән дә танышырға була. Баҫманы балалар ҙа яратып уҡый.
“Урал” гәзитендә уңған, белемле, киң эрудициялы, эштәренә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Баҫҡан ерендә осҡондар уйнатып, яңы идеялар уйлап табыусы, заман менән бергә атлап, татыу, берҙәм коллектив менән етәкселек иткән баш мөхәррир Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова эшләй. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған шағирә Зөлфирә Сөләймәнова, Резида Ғәҙелшина, Эльвира Хәмзина, заман яңылыҡтары менән таныштырып торған Нәркәс Вәлиуллина килгән бер кешене йылы ҡаршылай. Ҡыйыу мәҡәләләре менән сығыш яһаусы Рәмилә Мусина, Эльза Мөхәмәҙиеваның күпме премияларға лайыҡ булыуҙары эштәренең ыңғай һөҙөмтәләрен күрһәтеп тора.
“Урал” гәзитенең 95 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, һеҙгә тынғыһыҙ эшегеҙҙә ижади уңыштар, яңы үрҙәр, сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйем. Дәрт-дарманығыҙ һүнмәһен! Ә ҡала-район халҡына, мосолман ҡәрҙәштәргә әйтер һүҙем -“Урал”ды алдырайыҡ, уҡыйыҡ, башҡорт телен онотмайыҡ, үҫтерәйек, “Урал” гәзите йәшәһен! Оҙон ғүмерле булһын!
Хөснә ӘХМӘТЙӘНОВА,
хеҙмәт ветераны.
Сәфәрғол ауылы.
ҺҮРӘТТӘ: авторҙың ҡул эше.
Оставить комментарий