Талмаһын аяҡтары!

Талмаһын аяҡтары!
Ҡаланың спорт-һауыҡтырыу комплексында йыл һайын уҙғарылған муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге һәм Йәштәрҙең ял үҙәге ойошторған “Citi Dance” (Сити Дэнс) бейеү марафоны үтте.
Тѳрлѳ бейеү стилендә сығыш яһаған талантлы коллективтарҙы һәм бейеүселәрҙе күрһәтеү маҡсатынан ойошторолған сара бейеү коллективтары педагогтарының, хореографтарының үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуын, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, бейеүгә балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе йәлеп итеү, ҡалала заманса бейеү стилен үҫтереү, бейеү мираҫын һаҡлау һәм талантлы йәштәрҙе ҡеүәтләүҙе бурыс итеп ҡуйған.
Район һәм ҡаланан 50-нән ашыу коллектив һәм яңғыҙ башҡарыусы конкурста ҡатнашырға теләк белдергән: педагогия колледжының “Step Lught” (етәксеһе С.В. Серебрякова), ҡаланың 17- се гимназияһының “Апельсин” (етәксеһе Н.С. Мокрушина), “Сюрприз” (етәксеһе Т.А. Суфьянова), “Force” (етәксеһе Н.Е. Станкевич), Тирлән ауылынан “Lught” (етәксеһе В.С. Недоспасова), медицина колледжының “New Style” (етәксеһе Э.О. Николаева), педагогия колледжының “Йондоҙ” (етәксеһе И.В. Абдрахманова), Сермән мәктәбенең “Йәшлек” ѳлкәндәр һәм бәләкәйҙәр тѳркѳмдәре (етәксеһе А.Р. Мағазова), ҡала лицей-интернатының “Сулпылар” (етәксеһе В.С. Ағзамова), “Сюприз” (етәксеһе Т.А. Суфьянова), “Ләйсән” (етәксеһе Ф.И. Ғәлина), медицина колледжының “Сәскәләр” (етәксеһе А.Р. Сиражетдинова), “Stubborn” (етәксеһе Ф.И. Ғәлина), “Show D-Qwens” (етәксеһе Л.Д. Обласова), “Swish” (етәксеһе Ф.И. Ғәлина), “Grand prime” (етәксеһе А.В. Петрова), педагогия колледжы командаһы (етәксеһе Р.С. Заһирова) һәм медицина колледжының “Family” (етәксеһе Д.Х. Фәизханова), “Айседора” (етәксеһе Е.А. Апрелкова), педагогия колледжының “Body Flight” (етәксеһе Р.С. Заһирова) бейеү коллективтары, ҡаланың 20-се мәктәбенең “Арлекин” (етәксеһе И.С. Будеева), ҡаланың 14- се гимназияһының “Фиеста” (етәксеһе М.В. Локоцкова), “Заман ритмдары” (етәксеһе О.В. Родионова) ѳлгѳлѳ бейеү студиялары, ҡаланың 17-се гимназияһының “Девчата” (етәксеһе Т.А. Волкова) хореография студияһы, педагогия колледжы командаһы (етәксеһе Р.С. Заһирова), “Стрекоза” (етәкселәре О. Генералова, Я.Н. Кравчук) бейеү мәктәбе, һәм яңғыҙ башҡарыусылар Айбулат Абдрахманов, Виктория Заһиҙуллина (етәкселәре Л.Г. Гридневская), Екатерина Апрелкова (етәксеһе Е.А. Апрелкова), Регина Багаева (етәксеһе Л.Д. Сәйфетдинова) һәм “Зефир” кѳнсығыш бейеүҙәре студияһынан Линара Ноғоманова (етәксеһе К.А. Власьевнина), Айһылыу Сиражетдинова бейеү оҫталыҡтарын тамашасы һәм баһалама тѳркѳмѳ ағзалары алдында күрһәтте.
Ѳфѳ ҡалаһының кѳнсығыш бейеүҙәре федерацияһының “Джамиля” этник бейеүҙәре һәм “Нуришамс” кѳнсығыш бейеүҙәре студияһы вәкиле һәм уҡытыусыһы Алла Карпушова, “Карнавал” шоу балеты хореограф-репетиторы Инна Нуриева, ѳлгѳлѳ бейеү коллективы етәксеһе Артур Ибраһимов, “Вдохновение” халыҡ театры репетиторы Анна Швырева һәм ҡала Мәҙәниәт һарайы балетмейстеры Гѳлназ Талипова фестивалдә сығыш яһаусыларҙы 10 балл системаһында баһаланы.
Шулай итеп,“Эстрада бейеүе” номинацияһында “Заман ритмдары”, “Спорт бейеүе” номинацияһы буйынса ҡаланың 14-се гимназияһының “Фиеста”, “Халыҡ бейеүе” номинацияһында Сермән мәктәбенең “Йәшлек” бәләкәйҙәр тѳркѳмѳ, “Стилләштерелгән бейеү” тѳрѳндә ҡаланың 17-се гимназияһының “Апельсин”, “Замана бейеүе” номинацияһы буйынса ҡаланың 20-се мәктәбенең “Арлекин” коллективтары еңеү яуланы. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Екатерина Апрелкова һәм Айһылыу Сиражетдиноваға етеүсе булманы. Дүрт сәғәттән ашыу барған бейеү марафонынан барыһы ла ыңғай энергия, дәрт алып таралышты.
Рәсимә Сәлихова.

Оставить комментарий