"Йәшәһен минең ғаиләм"

"Йәшәһен минең ғаиләм"
Ҡыйыҡ аҫтарына эленгән гәлсәр боҙбармаҡтар ҡояш нурын сағыу уйнатһа ла, ҡыштың зәһәрлеге һиҙелә әле. Йә әсе елдәре бит остарын семетә, йә гөрһөлдәп ҡарлы бурандары уйнап китә, иртәле-кис һәммәбеҙҙе йүгерткән сатлама һыуыҡтары ла сигенмәгән сал миҙгелдең. Шулай ҙа, яҙ еткәне тойола... Ҡараштарҙа. Кәйефтәрҙә. Күңелдәрҙә... Март айын башлап ҡалабыҙҙың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында уҙған ҙур сара ла быға дәлил, ана. Республикабыҙҙа быйылғы йылдың Ғаилә йылы тип аталыуын күҙ уңында тотоп, шулай уҡ яҙҙың тәүге көнө - Башҡорт ғаиләһе көнө булыуын иҫәпкә алып, башҡорт гимназияһы һәм Иҙел башы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан “Йәшәһен минең ғаиләм” исемле бай йөкмәткеле, үтә фәһемле шиғри конкурс район-ҡала мәктәптәренән бихисап халыҡты йыйҙы. Ғаилә эсендәге мөхәббәт, тоғролоҡ, татыулыҡ, берҙәмлек ише изге төшөнсәләрҙе поэтик һүҙ аша күңелдәргә һеңдереүҙе, бер-береңә ҡарата иғтибарлы- ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, быуындар араһындағы игелекле бәйләнеште нығытыуҙы, шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың нәфис һүҙ һөйләү маһирлығын, актерлыҡ оҫталыҡтарын асыҡлауҙы маҡсат иткән был ярышта үҙ көсөңдө һынамау яҙыҡ булыр ине, әйтәгүр.
Жюри ағзаһы, гимназия директоры Зөлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнованың ихлас сәләмләү- фатихаһы менән башланып киткән тамаша, инеш өлөштән үк, ойоштороуҙың юғары ки- мәлдә булыуына инандырҙы. Әйткәндәй, конкурсанттарҙы нарыҡлау, ғәҙел баһалау өсөн йәнә лә шиғриәт, публицистика, әҙәбиәт өлкәһендә танылыу яулаған мәртәбәле вә һәләтле яҡташтарыбыҙ - Лариса Әхмәт- шина, Гөлсөм Мостафина, Зилә Абзалова һәм Зөһрә Үтәғолова саҡырылғайны.
Әсә күңеленең бар тәрәнлеген, ғаиләләге үҙ-ара татыу, йылы мөнәсәбәттәрҙе асып һалған ҡалабыҙҙың 1-се мәктәп уҡытыусыһы Гөлнара Сәфәрғәлина менән IV класс уҡыусыһы Ильдина Зарипованың тәүге сығышынан уҡ һүҙ тылсымын нескә тойған, күңелдәре илаһилыҡҡа сарсаған һәммә тамашасы, ирәүәнләп китеп, шиғри донъяға сумды. Әсә менән бала араһындағы ябай ҙа, шул уҡ мәлдә ҡатмарлы ла йыһани бәйләнеште тасуирлаған Үткәл ауылынан Зилә һәм Айзилә Шәғәлиналарҙың Г. Хәлфетдинованың “Балам”, “Кисер, әсәй...” шиғырҙарын моңло көй аҫтында һөйләүе бер кемде лә битараф итмәне. Мырш-мырш килеп, күҙ йәштәренә ирек ҡуйған нескә күңелдәр нәфис һүҙ оҫталарын көслө алҡыштар менән оҙатты. Сермән мәктәбенең данын яҡларға тип килгән әсәле-ҡыҙлы Земфира, Айгизә, Азалия Мөхәмәтйәноваларҙың сығышы ла һоҡландырмай ҡалманы. Әйткәндәй, II, IV класта уҡыған был шәп ҡыҙҙар әсәләре ижад иткән шиғырҙарға өҫтөнлөк биргән икән. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусылары Мәйсәрә Ғәлина, Гөлназ Байрамғәлина, Ленара Ғәзизова башҡарыуында Яныбай Хамматовтың “Тыуған көн” романынан өҙөктәрҙе лә барыһы йотлоғоп тыңланы. Манышты ауылынан әсәле- ҡыҙлы Гөлли һәм Сәүиә Зариповаларҙың жюри хөкөмөнә тәҡдим ҡылған күңелле сығыштары иһә моң-һағыш тулҡындарында йөҙгән тамашасыны терелтеп ебәргәндәй булды. Машиналары ватылып, юлға өс сәғәттәй ваҡыт сарыф иткән мулдаҡайҙар - Әлфирә Арыҫланова, Лариса Мырҙағәлина, Наҙгөл Ғарипованың шиғри триоһы ла айырым маҡтауға лайыҡ. Поэтик конкурстың йыр-моң, дәртле бейеү менән үрелеп барыуы уның бәҫен генә арттырҙы. Ҡаһарман мәктәбе уҡыусыһы Уралиә Мусинаның сәхнә иҙәндәрен дер һелкетеп оҫта тыпырлатыуы, уҡытыусылар - Илнур Әхмәтшин менән Ленара Ғәзизоваларҙың күңелдәрҙе аһәңләндерер моңло йыры унһыҙ ҙа йәмле байрамды оторо күркәмләндереп ебәрҙе.
Баһалама ағзалары алдында торған үтә яуаплы эштең, ниһайәт, осо күренде - дүрт тиҫтәләй конкурсант араһынан еңеүселәр билдәләнде: “Әсә - бала” номинацияһында I урынға Зилә һәм Айзилә Шәғәлиналар (Үткәл мәктәбе) лайыҡ булһа, II урынды иһә Гөлли һәм Сәүиә Зариповалар (Манышты мәктәбе), әсәле- ҡыҙлы Розалия Сөнәғәтова, Йәсминә Исмәғилева (Асы мәктәбе) бүлеште. III урынға Сермән мәктәбенән Земфира, Айгизә, Азалия Мөхәмәтйә- новалар лайыҡлы тип табылды.
“Уҡытыусы - бала” номинацияһында еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: I урын - Нурсилә һәм Гөлсинә Йомағужиналар (Үткәл мәктәбе); II урын - 18-се мәктәп коллективы; III урын - 1-се мәктәп коллективы.
“Уҡытыусы - Уҡытыусы” номинацияһының еңеүселәре: I урын - Зөһрә Түләбаева һәм Зәйтүнә Ҡоҙабаева (Асы мәктәбе); II урын - Мәйсәрә Ғәлина, Гөлназ Байрамғәлина, Ленара Ғәзизова (Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы), Әлфинә Абдрахманова, Люциә Шаһиморатова (Сермән мәктәбе); III урын - Зилә Ҡаһирова, Ынйы Залавина (3-сө мәктәп).
“Ғаилә. Мөхәббәт. Тоғролоҡ” номинацияһының еңеүселәре итеп Мулдаҡай мәктәбе кол- лективы билдәләнде.
Шуны ла әйтеп үтеү зарурҙыр - Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы етәкселегенең йомартлығы бер конкурсантты ла бүләкһеҙ, грамотаһыҙ ҡалдырманы.
Өс сәғәттәй барған күңел тантанаһы тамам ҡылды. Юҡ, яңылышам, тамамланманы, буғай, ә йөрәктән - йөрәккә күсер аһәңле моңға әүерелеп, оҙаҡ ҡына ваҡыт һәр кемебеҙҙә яңғырап торор, ахырыһы, ул...
“Йәшәһен минең ғаиләм” шиғри конкурсынан тәьҫораттар
Гөлсөм МОСТАФИНА, жюри ағзаһы:
- “Иҫ китмәле матур байрам ҡарарға насип булды бөгөн. Ойоштороу кимәленең юғарылығын билдәләр инем: һәр йәһәттән дә урынына еткереп, маҡсатҡа ярашлы эшләнгән. Ярышта ҡатнашыусыларҙың ихласлығы, актерлыҡ һәләттәре, телмәр мәҙәниәтенән ситен булмауҙары һөйөндөрҙө”.
Земфира МӨХӘМӘТЙӘНОВА, конкурсант:
- “Дөрөҫөн әйткәндә, ҡатнашырғамы-юҡмы, тип хәтһеҙ генә икеләнергә тура килде. Шулай ҙа, ҡыҙҙарымдың күңелен уйлап, ыңғай хәл иттем. Призлы урын алыуыбыҙ өсөн ифрат шатбыҙ. Бындай сара ошоноң менән туҡтап ҡалмаҫ, йыл һайын үткәрелеп торор, тигән ышаныста ҡалам”.
Нурсилә ЙОМАҒУЖИНА, уҡытыусы:
- “Шөкөр, үҙ номинациябыҙҙа еңеүсе булырға яҙҙы, тимәк, етди әҙерләнеүебеҙ бушҡа булмаған. Минеңсә, бының кеүек рухиәтте байытҡан, ғаилә ҡиммәттәренең асылына төшөнөргә ярҙам иткән, телгә, илгә, яҡындарыбыҙға ҡарата һөйөү тәрбиәләгән, әхлаҡи темаларҙы яҡтыртҡан бай йөкмәткеле конкурстар йышыраҡ үткәрелеп торорға тейештер”.
Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА.
Айгөл КИРАМОВА фотолары.
ҺҮРӘТТӘ: конкурс еңеүселәре.
Оставить комментарий