Камиллыҡҡа ынтылып

Камиллыҡҡа ынтылып
Белоретта “Һылыуҡай-2018” муниципаль гүзәллек бәйгеһе үтте. Өсөнсө тапҡыр үткән, хәҙер инде матур йолаға әйләнгән сара райондың мәҙәни тормошондағы төп ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде.
Февралдә үк башланған конкурстың һайлап алыу турында бәйгелә ҡатнашырға теләгән 35 ҡыҙ араһынан сибәр, аҡыллы, нәзәкәтле, ғөмүмән, һәр яҡлап та камил 9 башҡорт ҡыҙы конкурстың финалына килеп етте. Теләүселәр бәйгелә ҡатнашҡан ҡыҙҙар менән “Бәйләнештә” социаль төркөмөнә ҡуйылған фотоһүрәттәре аша таныша алды һәм үҙенә оҡшаған һылыуҡай өсөн тауышын бирҙе.
Бына, ниһайәт, 2 апрель ҡаланың Мәҙәниәт һарайында финалға сыҡҡан 16-23 йәшлек башҡорт ҡыҙҙары таж өсөн һынау тотто. Тамашасы ла, зал тултырып, райондың иң гүзәл, ҡыйыу, матур ҡыҙҙарын күрергә йыйылған. Был көндө муниципаль конкурс матурлыҡҡа әйҙәгән, тәбиғәт йоҡонан уянған яҙ айында күңелдәрҙе тағы ла елкендереп ебәргән сағыу шоу-тамашаға әйләнде. Хореография, дефиле һәм башҡа оҫталыҡ дәрестәре, фотосессиялар сәхнәлә үҙҙәрен нисек тотоу серҙәрен өйрәткән, гүзәлдәрҙә ышаныс уятҡан. Былар барыһы ла, әлбиттә, финал бәйгеһендә күренде. Ойоштороусылар ҙа, ә улар - Йәштәрҙең ял үҙәге һәм муниципаль райондың Йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге сараны мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн бар көсөн һалған, йәнләндерергә тырышҡан.
Алып барыусылар Лилиә Дәүләтбаева һәм Азат Баҡыев конкурс башланыуын иғлан итеү менән талғын көй аҫтында, бағыусылар тәҡдим иткән сағыу милли күлдәк-камзулдарҙа береһенән-береһе сибәр, тәүәккәл 9 башҡорт һылыуы матур биҙәлгән сәхнәгә сығып теҙелде. Гүзәлдәрҙе тамашасы, көйәрмәндәр ҙә алҡыштар менән ҡаршы алды. Тәүҙә ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы. Таныштырыу ҙа быйыл башҡа йылдарҙан айырмалы, үҙенсәлекле булды. Быйылғы Ғаилә йылын иҫәпкә алып, СТС каналы хеҙмәткәрҙәре ярҙамында видеороликтар тө- шөрөлдө. “Ғаиләм - ул мин” конкурсында гүзәлдәр үҙҙәре менән генә түгел, тыуған ауылы, йорто, ғаиләһе, ауылдаштары, матур йолалары менән яҡындан таныштырҙы, яратҡан шөғөлдәре тура- һында һөйләне. Ҡалала мәктәптә, махсус белем биреү учреждениеларында уҡыған, эшләп йөрөгән Белорет, Әбйәлил, Учалы ҡала-райондары һылыуҙары бар яҡлап та килгәнен тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Спортты - үҙ, иманды ихтирам итеүҙәре һоҡландырҙы.
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 29-сы һанында (10 апрель) уҡығыҙ.
Оставить комментарий