«Таланттар йондоҙлоғо»нда

«Таланттар йондоҙлоғо»нда
Йәш белореттар Өфөлә үткән «Таланттар йондоҙлоғо» VII асыҡ республика сәләмәтлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсының һайлап алыу турын үтте.
Конкурсты ойоштороусылар - «Әсә йөрәге» республика йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булышлығында «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ижади һәләтен үҫтереү, уларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу мәҙәни сараның төп маҡсаты булып торҙо.
“Таланттар йондоҙлоғо” конкурсы 8 номинация буйынса үткәрелде. Улар йыр сәнғәте, музыкаль башҡарыу, бейеү сәнғәте, ҡул менән ишаралап йырлау һәм үҙенсәлекле жанр, сәләмәтлектәре сикләнгән балаларға кейем дизайны, өлкән кеше+бала номинацияларында үҙ оҫталығын һынаны.
Белорет намыҫын Анастасия Романовская етәкселегендә Регина һәм Рената Фәхретдиновалар, Арина Губанова яҡланы. Сығышты музыкаль яҡтан (ҡурайҙа) ҡала музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Сыңғыҙ Ғиләжев биҙәне. Йәш белореттар “Үҙенсәлекле жанр” номинацияһында “Сәскәләр” номеры менән сығыш яһаны.
- Беҙ милли көйҙө һәм балалар йогаһы элементын ҡушып номер эшләнек. “Сәскәләр” исеме билдәле “Балалар - тормош сәскәһе” фразаһын сағылдыра. Сығышыбыҙҙа сәләмәтлектәре сикләнгән балаларҙың да мөмкинлектәре сикһеҙ икәнен күрһәтеүгә өлгәштек. Уларға тик дөрөҫ йүнәлеш бирергә кәрәк. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге базаһында “Балалар йогаһы” программаһы буйынса күнекмәләр үтә. Балаларҙа үҙ көсөнә ышаныуҙы үҫтереү йүнәлешендә лә эшләйбеҙ. Балаларығыҙҙы яратығыҙ, - тине Анастасия Романовская.
Конкурста ҡатнашыусыларға Дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Балалар “Рәсәй - минең тарихым” тарихи паркында ла булдылар. Белореттар 10 майҙа үтәсәк “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсының финалында сығыш яһаясаҡ.
Эльвира ХӘМЗИНА.
ҺҮРӘТТӘ: Арина Губанова (уңдан икенсе) командаһы менән.

Оставить комментарий