БҮЛӘКТӘР хужаларын тапты

Яңы йыл алдынан «Металлург» кинотеатрында «Фаворит» салондары селтәренән лотерея уйнатылды.
Ете аҙна буйына «Фаворит» салондарында 5 мең һумдан ашыу суммаға әйбер һатып алыусылар магазин кассаларында лотерея билеты алды. Билеттар һаны ике меңдән ашып китте. Приздар фоны 70 лот тәшкил итте, шуға ла уйын ҡыҙыу барҙы.

Бына улар, лотерея уйынында үҙҙәре ҡатнаша алмаған кешеләрҙең исем-шәрифтәре* һәм бәхетле билет номерҙары: № 1735 - Саразиева А., № 614 - Карташова Э., № 474 - Соколова Е. шампан шарабы; № 1755 - Сивильнаева Е., №1134 - Кузнецова А., № 1684 - Чабарина М., № 941 - Сѳнәғәтова О., № 142 - Зеркина Н., № 1082 - Фәррәхетдинов Д. татлы приздар; № 1982 - Козлова Е., № 531 - Соколова С., № 1215 - Ғәлина М., № 1470 - Салауатова М. «Космоленд»та 4D-ла аттракциондар ҡарауға сертификаттар; № 1055 - Цыкунова Н., № 2143 - Калинеченко Е., № 524 - Копьев Ю. «Фаворит», «Мистер икс» салондарынан бүләк алыр ѳсѳн 500 һумға сертификат; № 288 - Копытова А., № 1742 - Аблеева Л. плед; № 870 - Бырканова И. сервировкалау батмусы; № 537 - Хаджиева Н., № 1172 - Абзалова А. торт ѳсѳн набор; № 360 - Королькова Е. эҫегә сыҙамлы быяланан һауыт-һаба наборы; № 758 - Чистова Г. салат ѳсѳн һауыттар; № 70 - Шаһисолтанова А. эсемлектәр ѳсѳн набор; № 1664 - Кашина Н. аш-һыу бүләмәһе ѳсѳн үлсәгес; № 2179 - Нафиҡова Г., үтек; № 262 - Йосопова Л. блендер; № 959 - Ағзамова С. электр сәйнүге; № 843 - Арляпова О. цифрлы фотоаппарат; № 1416 - Әхмәтова А. электрон китап.

Юныбаева А. ноутбук, Нәжнетдинова Э. һәм Ракин Д. бумбокс, Ғәтиәтуллина О. микротулҡынлы мейес, Солтанова С. саң һурҙыртҡыс отоп ҡыуанды.
Бүләккә сертификаттар, татлы приздар, шампан шарабы, пледтар, һауыт-һаба, мультиварка булды.
«Бәхетле» 246-сы номер хужаһы, «Фаворит» салонында тун һатып алған Ғәзизова Инга Александровнаға тѳп приз - 107 см диагоналле ЖК-телевизор! эләкте.

Лотереяла отоусыларҙы ҡотлайбыҙ! Яңы йылда ныҡлы сәләмәтлек һәм уңыштар теләйбеҙ!
Лотерея уйынының телевизион версияһын www.beloreck-tv.ru сайтында ҡарарға була.

* Фамилияларҙа киткән хаталар ѳсѳн ғәфү үтенәбеҙ.
Оставить комментарий