Китап уҡыуҙың файҙаһы

1 апрелдән 30 ноябргә тиклем «2012 йылда Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китап уҡыусыһы» тип аталған республика конкурсы уҙҙы.

Унда ѳс йәш категорияһы буйынса бѳтәһе 530 кеше ҡатнашҡан. Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһының 5 китап уҡыусыһы ла был конкурста ҡатнашты. 8 йәштән 14 йәшкә тиклем - лицей-интернаттан VIII класс уҡыусыһы Әнүәр Хажин, 14-се гимназиянан VI “а” класс уҡыусыһы Элина Ғибәҙуллина, башҡорт гимназияһынан III класс уҡыусыһы Азалия Шәғәлина, 15 йәштән 24 йәшкә тиклем - 20-се мәктәптән X класс уҡыусыһы Эрик Солтанов һәм 25 йәштән ѳлкәндәр араһында педколледждың Башҡортостан мәҙәниәте дисциплинаһы преподавателе Зәлифә Мотаһир ҡыҙы Солтановалар конкурстың I этабын үтеп, Ѳфѳгә II этапҡа эштәрен ебәрҙеләр.

Яңыраҡ Ѳфѳлә Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала еңеүселәрҙе билдәләү һәм бүләкләү тантанаһы уҙҙы. 109 кеше араһында беҙҙең Зәлифә Мотаһир ҡыҙы Солтанова III урын яулап, иҫтәлекле бүләккә һәм дипломға лайыҡ булды. Шулай уҡ беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың эштәре лә жюри тарафынан ыңғай билдәләнде. Дауыт Юлтый исемендәге китапхана мѳдире Флүрә Абдулхай ҡыҙы Шакирова уларға Почет грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы һәм киләсәктә лә тѳрлѳ конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Был конкурста ҡатнашыу бѳтәһе ѳсѳн дә файҙаға ғына, сѳнки улар тәүге этапта 10 китап уҡып, 3 һорауға яуап биргәндәр. Киләһе конкурстар уларға мотлаҡ еңеү килтерер.
- Был конкурста III урынға сығыуым беҙҙең педколледж менән Дауыт Юлтый исемендәге китапхананың тығыҙ бәйләнештә эшләү һѳҙѳмтәһе ул, - ти Зәлифә Солтанова.

З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Әнүәр Хажин менән Азалия Шәғәлина, Зәлифә Мотаһир ҡыҙы Солтанова.
Оставить комментарий