Ҙур ҡалалағы оло еңеүҙәр

Быйылғы ҡышҡы каникулды Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, 14-се гимназия, 20-се мәктәп уҡыусылары күңелле һәм файҙалы үткәрҙе. Быға тиклем халыҡ-ара, республика конкурстарында һүрәт тѳшѳрѳү буйынса еңеүсе урындар яулаған ун уҡыусы Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Планета киләсәге” тип аталған халыҡ-ара конкурс-фестивалендә ҡатнашты. Уҡыусыларҙы “Самоцветы” изостудияһы етәксеһе Дәүләтова Эльвира Рафаэль ҡыҙы конкурсҡа әҙерләне һәм, үҙ ѳҫтѳнә ҙур яуаплылыҡ алып, балалар менән алыҫ юлға сыҡты.

Сараны Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты ярҙамы менән балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү буйынса ”Планета киләсәге” конкурсы” ойошмаһы үткәрҙе. Унда 52 тѳбәктән 6 йәштән 25 йәшкә тиклем 600-ҙән ашыу бала ҡатнашты һәм вокал, драма, хореография, инструменталь башҡарыу, һынлы һәм эстрада сәнғәте буйынса үҙ-ара кѳс һынашты. Конкурстың тѳп маҡсаты - Рәсәйҙең тѳрлѳ тѳбәктәрендә, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙә йәшәгән талантлы балаларҙың һәләтен асыу, йәш быуында Тыуған илгә ҡарата һѳйѳү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Балаларҙың сығышын Мариин театры, Н.П.Акимов исемендәге академик театр артистары, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, билдәле педагогтар, композиторҙар, Бѳтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаттары баһаланы.

Ошондай мәртәбәле конкурста ҡатнашыу бәхетенә эйә булған балалар һәм педагогтар 18-се ҡатынан бѳтә ҡала күренеп торған заманса ҡунаҡханала йәшәне һәм шунда уҡ Санкт-Петербург ҡалаһының абруйлы сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре үткәргән семинарҙарҙа, оҫталыҡ кластарында ҡатнашты.
Петербург - музейҙар ҡалаһы. Бѳтә Рәсәйҙең тарихи-мәҙәни үҙәге булған ҡалаға килеп тә уларҙы күрмәй ҡайтыу яҙыҡ булыр ине, моғайын. Был йәһәттән ойоштороусылар ҙур тырышлыҡ һалған. Уҡыусылар ѳсѳн ҡала буйлап сәйәхәт, кисәләр ойошторолдо. Быға тиклем дәреслектәрҙән генә уҡып белгән тарихи урындарҙы, иҫтәлекле ҡомартҡыларҙы балалар үҙ күҙәре менән күреп, яҡындан танышыу мѳмкинлегенә эйә булды. Шулай ҙа Екатерина батшаның зиннәтле һарайына сәйәхәт яһау барыһына ла нығыраҡ оҡшағандыр. Оҙонлоғо 306 метрға һуҙылған һарайҙы, 1744-1756 йылға тиклем талантлы архитекторҙар, рәссамдар эшләгән. Бай залдарҙа йәшәгәндәр, эшләгәндәр, илселәр менән дипломатик осрашыуҙар, балдар, маскарадтар үткәргәндәр. Һәр стенаһы алтын ялатылған бүлмәләр, гәрәбәнән генә торған залдар буйлап, үҙе бер тотош картина галереяһын хәтерләткән түшәмдәрҙе ҡарағанда, үҙ халҡының тарихын яҡшы белгән һәр уҡыусы бөгөнгө көнгәсә баһаһын юғалтмаған зиннәтле һарай төҙөүҙә ҡасандыр ҡиммәтле тиреләр, солоҡ балы тапшырған, әллә күпме яһаҡ түләгән ата-бабаларының да өлөшө ҙур булыуын уйламайынса ҡалмағандыр.

Санкт-Петербургтағы тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙың береһе, Петербург аристократтарының интерьеры энциклопедияһы һаналған Йосоповтар һарайын да ишетеп белмәгән кеше һирәктәр. Заманында илебеҙҙең төрлө ҡалаларында 54 һарай һалдырған, Рәсәй империяһы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған кенәздәр нәҫеле йортонда үткән кисәлә ҡатнашыу ҙа балаларҙы үткән быуаттарға тағы бер байҡау яһарға мәжбүр итте.
И.Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург дәүләт академия һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты деканы менән әңгәмәнән һуң, балалар һүрәт төшөрөүҙең ябай ғына мауығыу түгел, ә киләсәктә яратҡан һөнәргә әүерелерҙәй етди шөғөл булыуын да ныҡлы төшөндө. Әңгәмә барышында уҡыусылар мәктәптән һуң белемен ошо ҡалала дауам итеү, һынлы сәнғәт өлкәһендәге йүнәлештәр, стилдәр менән дә ҡыҙыҡһынды. Ә инде ҡышҡы сәфәрҙең иң ҡыуаныслы, иҫтә ҡалырҙай мәле - Белорет уҡыусыларының «Планета киләсәге» конкурсында I, II, III дәрәжә дипломдарға лайыҡ булып, миҙалдар менән бүләкләнеүендә булғандыр. Ҙур еңеүгә ирешкән балалар тағы ла тырышыбыраҡ уҡырға, төрлө конкурстарҙа йышыраҡ ҡатнашырға тигән теләк менән дәртләнеп ҡайтты. Йәш рәссамдарға ижади уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйек.

PS. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының рәсем дәресе уҡытыусыһы Эльвира Рафаэль ҡыҙының “Самоцветы” изостудияһына йѳрѳгән уҡыусыларҙың был тәүге еңеүе генә түгел. Улар халыҡ-ара, республика, ҡала кимәлендә үткән тѳрлѳ конкурстарҙа йыш еңеү яулай. Был иһә уҡытыусының заман менән бергә атлауы, ижади ҡарашлы һәм иң мѳһиме - үҙ эшенең оҫтаһы булыуы хаҡында ла асыҡ һѳйләй.

Э. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий