«Беҙ йәшәүҙе һайлайбыҙ!»

Ҡала тарихи крайҙы ѳйрәнеү музейында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға арналған «Беҙ йәшәүҙе һайлайбыҙ!» тип аталған сара уҙҙы. Ошонда уҡ район һәм ҡала мәктәптәре уҡыусыларының эскелеккә, наркотиктарға, тәмәкегә ҡаршы булған һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҡоролған һүрәттәр, плакаттар күргәҙмәһе ойошторолдо.

Сараны алып барыусы музей педагогы Альбина Радик ҡыҙы Йәрмѳхәмәтова йәшәүҙең ни тиклем ҡәҙерле, мѳғжизәле, һоҡланғыс һәм матур булыуын, бары сәләмәт кешенең генә сәләмәт тормош алып барыуын тѳрлѳ ысулдар менән иҫбатланы, блиц-һорауҙарға яуаптар алды. Шулай уҡ сәләмәт йәшәүҙең ыңғай яҡтары тураһында «Йәш гвардия» етәксеһе Нур Камалетдинов һѳйләне. Ә инде сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙа спорттың ни тиклем мѳһимлеген актив йәмәғәтсе Йәлил Шәйәхмәтов иҫбатланы. Һәр сығыш 20-се мәктәптең «Арлекин» бейеү тѳркѳмѳ, йәштәрҙең Ял итеү үҙәге артистарының йырҙары һәм бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.

Бында шулай уҡ «Ижадтың бѳтә тѳҫтәре наркотиктарға ҡаршы» тип аталған конкурсҡа йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Шулай итеп, «Балалар һүрәте» номинацияһында Аҙналы мәктәбенән Ғәйсәр Лоҡманов - I, Тимер юл мәктәбенән Алла Айгишева - II, ошо уҡ мәктәптән Камил Мирзаханов III урын яуланылар. «V-XI кластарҙың һүрәттәре» номинацияһында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан Гѳлдәр Дәүләтбаева - I, Аҙналы мәктәбенән Наҙгѳл Тажетдинова - II, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан Линара Ғәлина III урындарҙы алдылар. «Коллаж» номинацияһында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан Зилиә Ясыбаева - I, Ломовка мәктәбенән Яна Десяткина - II, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан Розалина Мѳхәмәтйәнова, ошо уҡ гимназиянан Данил Шаймарҙанов III урынға сыҡтылар. «Сәйләндән әйберҙәр эшләү» номинацияһында мәктәптән тыш эштәр үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Ксюша Пермякова - I, Исмаҡай мәктәбенән Резеда Шахниязова - II, лицей-интернаттың I класс уҡыусылары III урын яулаһа, «Кәрәкмәгән материалдан ваҡ-тѳйәк эшләү» номинацияһында мәктәптән тыш эштәр үҙәгенән Кристина Агеева - I, Исмаҡай мәктәбенән Лея Хѳснѳтдинова - II, 21-се мәктәптән Мария Козлова III урын алды. «Газета» номинацияһында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының IX класс уҡыусылары - I, 21-се мәктәптең VIII класс уҡыусылары - II, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының VI “а“ класы уҡыусылары III урынға сыҡты. «Плакат» номинацияһында 21-се мәктәптең X “б” класы уҡыусылары -I, 21-се мәктәптең XI “а” класы уҡыусылары - II, 21-се мәктәптең X “а” класы уҡыусылары III урындарға лайыҡ булды. Призерҙарҙың етәкселәренә, спонсорҙарға рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.
З.Сѳләймәнова.
Оставить комментарий