Ашнаҡсылар оҫталыҡ арттырҙы

Район мәғариф идаралығы ҡаланың 8-се мәктәбендә район-ҡала мәктәптәре һәм балалар баҡсалары ашнаҡсылары ѳсѳн квалификацияларын күтәреү буйынса курстар ойошторҙо.
Ѳс кѳн барған уҡыуҙарҙа бѳтәһе 32, шул иҫәптән балалар баҡсаларынан - 23, мәктәптәрҙән 9 ашнаҡсы һѳнәрен камиллаштырҙы. Балалар ѳсѳн аш-һыу әҙерләү курстарын Ѳфѳ уҡытыу курсы комбинаты преподавателе Людмила Гәрәй ҡыҙы Балыбирҙина алып барҙы. Һуңынан ашнаҡсылар ѳйрәнгәндәре буйынса һынау тотто.
Курстарҙан һуң танытмаһы булмағандар ҡулдарына тәүге документтарын, оҙаҡ йылдар эшләгәндәр иһә разрядтарын күтәреү тураһында танытмалар алды.
Танытма тапшырыу тантана-һында муниципаль район ха-кимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Вик-торовна Ручкина ҡатнашты. Ул киләсәктә лә Ѳфѳ уҡытыу курсы комбинаты менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе. Людмила Балыбирҙина Белоретта сараның юғары кимәлдә үтеүенә булышлыҡ итеп, һәр саҡ шарттар тыуҙырғандары ѳсѳн ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе, ашнаҡсыларға иһә
балалар ѳсѳн аш-һыуҙы тѳр-ләндереп бешерергә кәңәш бирҙе.
Р. Мусина.
ҺҮРӘТТӘ:
Людмила Балыбирҙина Үҙәнбаш ауылы балалар баҡсаһы ашнаҡсыһы Сәкинә Арслан ҡыҙы Бүләкбаеваға V разряд бирелеүе тураһындағы танытманы тапшыра.
Автор фотолары.
Оставить комментарий