Шәхестәрҙе балалар баҡсаһынан әҙерләйҙәр

Ѳлкәндәр һәм мәктәпкә тиклемге әҙерлек тѳркѳмѳндә Ғ.Р. Орел, Ә.Р. Мәзитова - “Ҡыҙыҡлы математика”, И.С. Сәйәхова, В.Б. Моратова - “Китап уҡы”, Т.Н. Бүләкбаева - “Тасуири һѳйләү”, Л.С. Ниғмәтуллина - “Мәрйендәр”, уртансы һәм кескәйҙәр тѳркѳмдәрендә Г.И. Атйетәрова, Г.В. Әпҡәдирова “Тылсымлы ҡулдар” түңәрәктәрен етәкләй. Эш һѳҙѳмтәләрен “Асыҡ ишектәр” кѳнѳндә ата-әсәләргә күрһәтәбеҙ.

Шәжәрә, Масленница, Ҡарға бутҡаһы, Сѳмбѳлә, Һабантуй кеүек байрамдар йыл һайын үткәрелә. Ата-әсәләр ҙә балалар баҡсаһы эшендә әүҙем ҡатнаша. Улар менән “Дан минуты”, “Шиғыр һѳйләү”, “Әйҙәгеҙ әле, ҡыҙҙар!”, “Атай, әсәй, мин - спортсы ғаилә” кеүек конкурстар ҙур зауыҡ менән үтә.
Яңыраҡ балалар баҡсаһы мѳдире Таңсулпан Нуритдин ҡыҙы Бүләкбаева һәм Лилиә Сергеевна Ниғмәтуллина “Мәрйендәр” түңәрәгендә шѳғѳлләнеүсе балалар менән бай, йѳкмәткеле концерт ойошторҙо. Таңсулпан Нуритдин ҡыҙы тәрбиәләнеүселәргә шиғырҙарҙы тасуири һѳйләргә ѳйрәткән. Шиғырҙар “Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылы”на арналды. Лилиә Сергеевна етәкләгән “Мәрйендәр” бейеү ансамбле ағзалары сағыу, матур бейеүҙәр күрһәтте.
Беҙҙең балалар Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында ла сығыш яһаны.

Д. Солтанова,
тәрбиәсе.
Белорет.
Оставить комментарий