Туҡан тимер юлы тураһында

Бер аҙ ҙурайып, ҡул аҫтына инә башлағас, атайым мине Мәйгәште яғына бесәнгә алып барҙы. Сабынлыҡта шаярып йөрөгәндә бер ҡалҡыулыҡты күреп ҡалдым. Был ҡалҡыу ер әллә ҡайҙарға һуҙылып киткән. Өҫтөндә арҡыры таҡталар теҙеп һалынған, тик улар хәҙер серегән. Уның араһында еләктәр, сәскәләр үҫә, төрлө бөжәктәр йәшәй. Ошоға оҡшаш урынды ауылда ла күргәнем бар ине. Әммә ҡыҙыһынғаным булмағайны. Был хаҡта атайымдан һораным. Ул миңә элек был ерҙән тар колеялы тимер юлы үтеүе тураһында һөйләне.

1924 йылда Белорет-Туҡан тимер юлы линияһы асылған. Был тар колеялы тимер юлын руда ташыу өсөн төҙөгәндәр. Аҙаҡ ул Йырматау, Комарау, Тары, Көнбайыш Мәйгәште рудниктарына тиклем һуҙылған. Карьерҙарҙан руданы колея буйлап, Туҡан байыҡтырыу фабрикаһына килтергәндәр. Артабан махсус арбаға тейәп, Белоретҡа оҙатҡандар. Яй барғанлыҡтан ҡалаға тиклем килеп еткәнсе бер аҙнаға яҡын ваҡыт үткән. Пассажирҙарҙы ағас вагонда Белорет ҡалаһына 5-6 сәғәттә алып килеп еткергәндәр. Ә Егәҙенән йөк ташыусы вагондарға тейәп, ағас сығарғандар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1990-2003 йылдарҙа тар колеялы Белорет-Туҡан тимер юлы ябыла. Рельстарын һүтеп алалар”. Заманында мин дә әсәйең менән “узкоколейка” буйлап Белоретҡа йөрөй торғайным,”- тип йылмайып, һүҙен тамамланы атайым. Уның һөйләгәндәренән һуң, ҡолағыма паровоз гудоктары ишетелгәндәй һәм сабынлыҡтағы ҡалҡыу ерҙән руда, шау-шыу килгән кешеләрҙе тейәгән вагондар үтеп киткәндәй тойолдо.
Оставить комментарий