Ҡоштарым - ҡошсоҡтарым

Мин ҡоштарҙы бик яратам. Уларҙың һайрауҙарын тыңлайым, сырҡылдашып уйнау-ҙарын күҙәтәм. Ҡошсоҡтарҙы хәстәрләп, һыуыҡ ҡыш көндәрендә тағараҡтар эшләп эләм.
Һалған емде ҡыуанышып сүпләүҙәрен ҡарап тороу - үҙе бер кинәнес. Ә быйыл, әллә ҡар күп булғанғамы, ағаста эленеп торған сыйырсыҡ ояһы емерелеп килеп төштө. Унда оялап өлгөргән турғайҙар ҙа өйһөҙ ҡалды, ә сыйырсыҡтар ҡайҙа ҡайтыр һуң? Атайым ярҙамға килде. Бергәләшеп ике сыйырсыҡ ояһы эшләп, береһен һарай ҡыйығына, икенсеһен баҡсалағы ағасҡа беркетеп ҡуйҙыҡ. Тик сыйырсыҡтарҙы кѳтѳп тормай, әрһеҙ турғайҙар ояға хужа булып та өлгѳрҙѳ. Яҙ еткәс, сыйырсыҡтар ҙа тыуған еренә ҡайтты. Ә уларҙың ѳйѳн турғайҙар баҫып алған! Китте сыр-сыу, өйгә талаш. Турғайҙар ҙа һис бирешергә теләмәй. Шулай ҙа сыйырсыҡтар турғайҙарҙы ҡыуып сығарып, ояларын таҙалап урынлашып алды. Яңы оя уларға бик оҡшаны. Иртәле-кисле тирә-яҡты моңға күмеп, һайрайҙар. Әйтерһең дә, үҙҙәренең йырҙары аша миңә рәхмәт әйтәләр. Ә мин инде уларҙың йырын тыңлай-тыңлай, бар донъямды онотоп, хыялдарға сумам.

Әлфиә Хәблетдинова.
Туҡан.
Оставить комментарий