Мәхмүт ауылы тарихы

Ауыл тарихы 1773-75 йылдарҙағы крәҫтиәндәр ихтилалына бәйле. Ихтилал баҫтырылғас, батша власы аяуһыҙ рәүештә ихтилалда ҡатнашыусыларҙы эҙәрлекләй башлай. Ерле халыҡ эҙәрлекләүҙәрҙән тау-таш, урманлы ерҙәргә ҡасып күсенә башлай. Ошо ваҡытта хәҙерге Ғәбдѳк ауылынан бер хәлле ғаилә Иҙел башына юллана. Яҙ кѳнѳ Мәхмүт ауылы эргәһендәрәк бер урынға - йәмле Әүнәр йылғаһы буйына килеп тѳйәкләнә. Хәҙер ул урын Иҫке Ҡышлау тип йѳрѳтѳлә. Ул Хәмиҙә тауы итәгендә урынлашҡан. Бер ҡыш ҡышлағас, кире ҡайта, ә икенсе йылы яҙға ике улы менән тағы Иҙел башына юллана. Бер улының исеме Мәхмүт була. Мәхмүт атаһы тѳйәкләгән ерҙе яратмай, ишле малын түбәнән аҫҡа - Ағиҙел йылғаһында һуғарырға ѳйрәтә, ә үҙҙәре Боҫҡон ҡойоһонан һыу ала (һуңғы ағасы 1800 йылда ауа, ләкин урынында тумарлыҡ әле лә һаҡлана). Боҫҡон тип аталыуының сере ул ҡойоноң йәшенеп кенә боҫоп ағыуында. Мәхмүттең йәшәгән тѳйәге Мәхмүт тип атала, ләкин ауыл Мәхмүт һайлаған урында урынлашмаған, ә халыҡ әҙерәк түбәнгә - Иҙел буйынараҡ тѳшѳп тѳйәкләгән, сѳнки Боҫҡон ҡойоһо ҡороған.

Хәҙерге кѳндә ауылда Ҡатай ырыуы сысҡан араһынан Вәлиуллиндар йәшәй, улар Мәхмүт олатайҙың нәҫелдәре. Ауылда шулай уҡ Тамъян, Башмаҡ-Кѳҙѳй ырыуынан да нәҫелдәр бар. Әбдрәхимовтар - елкәләр араһына, Ҡорманаевтар - ҡоралайҙар, Ғатауллиндар - башмаҡтар араһына ҡарай. Шулай ҙа ауылда һѳйләшеү саф ҡатайса түгел. Тѳрлѳ ерҙән күсеп килгән халыҡ үҙ-ара аралашып, ерле диалект барлыҡҡа килгән. Ләкин тѳп нигеҙҙе Ҡатай ырыуы кешеһе һалғас, ауылды Ҡатай ырыуына индерәләр.

V ревизия мәғлүмәттәрендә Мәхмүт ауылы телгә алына. Уның буйынса 1795 йылда ауылда 26 ѳй, 118 кеше теркәлгән; 64 йылдан 35 ѳйҙә 110 кеше теркәлгән; 1920 йылда 95 ѳй - 462 кеше. XIX быуаттың беренсе яртыһында ҡатай ауылы 25-се йортҡа ҡарай, Ырымбур губернаһы Верхнеуральск ѳйәҙе Ҡаҙаҡҡол волосына инә.

1843 йылда 35 ѳйҙән Бѳркѳт оя яһай, Ҡолҡа башы, Ҡунаҡ килгән, Оло Бәйнәҫ йылғалары буйына 20 тирмә йәйләүгә сыҡҡан: 110 кешегә 100 ат, 50 һыйыр, 23 һарыҡ, 18 кәзә тура килгән. Шул уҡ йылда 304 бот ярауай иген сәселә.

Ауылда революцияға тиклем 2 урам булған. 1-се урамдың оҙонлоғо 1 саҡрымға етә яҙған.Ауыл ҙур булһа ла, ѳйҙәре насар булған. Күп ѳйҙәрҙең башы һалам менән ябылған. Тик бер нисә байҙың ѳйѳ матур, ҡалҡып торған. Бер нисә атаҡлы бай- Әхмәҙиә бай, Әхмәҙулла бай, Мѳхәмәҙиә, Астай йәшәгән. Шуларҙың иң байы - Астай булған. Ул үҙендә хеҙмәтселәр тотҡан, 100-әр башлап йылҡы малы, һыйыр аҫраған. Уның ѳйѳ ҙур, матур булған, хатта кибет тотҡан тип тә һѳйләйҙәр. Һуңынан Астай байҙы кулак тип Себергә һѳрәләр, ѳйѳн мәктәп итәләр, ә малын колхозға алалар. Уның ѳйѳ әле лә һаҡланып ҡалған.
Халыҡ малсылыҡ менән шѳғѳлләнгән, бер аҙы ғына игенселек менән булышҡан. Ерҙе ағас һуҡа менән эшкәрткәндәр. Иген бер ҙә уңмаған. Әҙ-мәҙ аҙыҡ менән ҡышты сыҡҡандар.

XX быуат баштарында комсомол, партия ойошмалары барлыҡҡа килә. Уны Ҡатай ауылынан Тайып тигән кеше ойоштора. Ул йәштәр араһында тѳрлѳ аңлатыу эшен алып барған, 1-се комсомолдар араһында дингә ҡаршы кѳрәш алып барғандар, тик уларҙың икеһенең генә исеме билдәле: Ибраһим һәм Хәсби. Ауылда мәсет булған. Илдә коммунистар партияһы идеологияһы буйынса мәсеттәрҙе емереп, клуб, йә мәктәп эшләй башлағас, мәсет манараһын алып ташлап, клуб итәләр. Манараны алыуҙа Шәйхислам, Әмбәт, Ниғәмәт, Мәрһәм, Әпсәләм тигән кешеләр әүҙем ҡатнашҡан. Шулай ҙа динде ташламайҙар, тау башына сығып аҙан ҡысҡырыр булалар, унда “Әкбәр” ташы тип аталған таш була, шунда ултырып уҡыныр булғандар. Ул таштың ярсыҡтары әле лә бар (карьер эшләп тауҙы шартлатҡанда, таш ярыла). Оҙаҡламай ауылға ихтилал шауҡымы килеп етә, ҙур сыуалыш башлана. Ауыл халҡы икегә бүленә. Йыш ҡына сиратлап аҡтар менән ҡыҙылдар баҫып алған.

1929 йылда Мәхмүттә ике әртил ойошторола. Береһе - Ҡыҙыл сыбыҡ, икенсеһе - Таш ҡоҙоҡ. Ҡыҙыл сыбыҡ әртилен Хәлфетдин олатай Ҡорманаев ойошторған, уны һуңынан Муса Мортазин менән берлектә аҡтар яғында йѳрѳгәне ѳсѳн репрессияға тарттыралар (уның хаҡында ейәнсәре Луиза Фархшатова фильм тѳшѳрә, китабы ла бар). Шул урын хәҙер Ҡыҙыл сыбыҡ яланы тип атала. Унда ололар һѳйләүе буйынса, бер батальон һыйышлы зыярат бар. Бер нисә генә ҡәберҙең ташы күренеп тора, бѳтәһенә лә таш ҡуйылмаған. Моғайын, бында аҡтар менән ҡыҙылдарҙың һуғышы булғандыр, тип баралар.

1941 йылда ауылдан фронтҡа йѳҙгә яҡын кеше китә. Шуларҙың 14-е генә әйләнеп ҡайта. 49 яугир яу ҡырында ятып ҡала. 1945 йылда “Победа” исемле әртил ойошторола. Ул 1960 йылға тиклем эшләй. 1960 йылда “Заря” колхозына берләшә, ләкин 90-сы йылдарҙа айырым крәҫтиән хужалығы ойошторола.
Элек ауыл эргәһендә бер нисә башҡорт ауылы була: Ҡарағужа һәм Һѳйѳндѳк, ләкин улар перспективаһыҙ ауылдар тип бѳтѳрѳлә, халҡы беҙҙең ауылға һәм башҡа ерҙәргә күсеп китә. Шулай уҡ яңы Мәхмүт ауылы тѳҙѳп ҡарайҙар, ул бынан 10 саҡрымда урынлаша, хатта электр уты барып еткән була. Халыҡ унда ла бер нисә йыл йәшәй, әле ул урында зыярат ҡына һаҡланған. Ниндәй сәбәптәр менән ул ауылды бѳтѳргәндәр, билдәһеҙ. Әле Мәхмүт ауылы эргәһендә бер башҡорт ауылы ла юҡ. Мәхмүт ауылы Учалы районы менән сиктәш, туранан юл да бар, унан Ҡолош ауылына сығырға була.
Мәхмүт ауылы хәҙер биш урамдан тора: Салауат Юлаев, Ирәмәл, Мәжит Ғафури, Урал, Ағиҙел урамдары. Ағиҙел урамын халыҡта Һѳйѳндѳк тип тә йѳрѳтәләр, сѳнки был урамда Һѳйѳндѳк ауылынан күсеп килеүселәр йәшәй.

Салауат Юлаев милли батырыбыҙ, шулай булғас, тѳп урам уның исемен йѳрѳтә. Ирәмәл урамы Ирәмәл тауы хѳрмәтенә аталған, сѳнки ул тау беҙҙән алыҫ түгел һәм киң билдәлелек алған. Бынан тыш, Урал урамы бар. Ул бәләкәйерәк. Унда элек ике Урал тигән кеше йәшәгән, бәлки, Урал тауына ла бәйлелер. Ағиҙел урамы, билдәле, Ағиҙел йылғаһы яры буйында, Ғафури урамында мәктәп урынлашҡан. Шулай ҙа райондың берәй билдәле шәхесенең исемен ҡушһалар, бик һәйбәт булыр ине.
Вәсилә ӘБДРӘХИМОВА,
БДУ студенты.
Оставить комментарий