Ҡатайҙар ҡайҙан килгән?

Ҡатай ырыуынан тиһәң, кешеләрҙә һәр саҡ тиерлек һорау тыуа: ”Ә “ҡатай” менән “ҡытай” араһында бәйләнеш бармы?” - тигән. “Туранан-тура бәйләнеш бар”, - тип әйтер инем. Ҡатайҙар боронғо ҡәбиләләрҙең береһе. Үҙәк Азиянан, Ҡытай һәм Монголия яҡтарынан ҡатмарлы һәм оҙон юлдар үтеп килгән беҙҙең боронғо ата-бабаларыҙ - Кидандар.

Башҡорт халҡының формалашыуында күп ҡәбиләләр ҡатнашҡан
Ҡатай этнонимы әҙәбиәттә киң билдәле. Бѳгѳн дә “ҡатай” исеме күп илдәрҙә осрай (ҡалалар, йылғалар һ.б.). Мәҫәлән, Ҡурған ѳлкәһендә Катайск ҡалаһы, Катайка ҡасабаһы, Силәбе ѳлкәһендә Ҡатау-Ивановск, Усть-Ҡатау ҡалалары, Ҡатай тау, Сыбаркүл (уны Ҡатай күл тиҙәр), Пермь, Свердловск ѳлкәләрендәлә бар ҡатай исемдәре. Шулай уҡ “ҡатай зыяраты”, “ҡатай урманы” тигән атамалар ҙа бар. Урта Азия халыҡтарында ла был исемдең варианттары осрай.

Тарихи-этнографик тикшереүҙәр ҡатайҙарҙың кидандарҙан килеп сығыуын һѳйләй. Кидань йәки кидандар - боронғо монгол ҡәбиләһе. Уларҙы китайҙар тип тә атағандар.
Кидандар III быуаттан билдәле. Тәүҙә улар күсенеп Шара-Мурэн йылғаһы үҙәнендә кѳн күрә (Ляохэ йылғаһы ҡушылдығы, тѳньяҡ-кѳнсығыш Ҡытай территорияһы;. Был ерҙәр малсылыҡ ѳсѳн бик уңайлы булған. XII быуатҡа тиклем кидандар ошонда йәшәгән. Кире тарих тѳпкѳлѳнә тѳшһәк, IV-VIII б.б. Кидандар даими тѳркиҙәр, уйғырҙар һ.б. Ҡәбиләләр менән һуғыштар алып барған, шул иҫәптән күрше Ҡытай менән дә. Ул саҡта Тѳркиҙәр дәүләте (552-745 й.й.) бик кѳслѳ булған. Улар йоғонтоһона күп халыҡтар дусар була, кидандар ҙа ситтә ҡалмағандыр был йәһәттән. Тѳркиҙәр ҡағанаты ҙур территория биләй: Байҡал күле - Орхон, Селена йылғаларынан алып Ҡара диңгеҙгә тиклем, 13 млн. кеше йәшәгән. 555 йылда кидандар ҙа тѳркиҙәргә буйһонорға мәжбүр була.

Тѳркиҙәр - бѳгѳнгѳ тѳрки телле халыҡтарҙың ата-бабалары булып тора (улар башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр, алтайҙар, хакастар һ.б.) Әммә тарихта шундай тәбиғи ҡанун бар - ҙур дәүләттәр, империялар ваҡыт менән тарҡала, юҡҡа сыға, ә уның урынында икенсе илдәр, халыҡтар барлыҡҡа килә. Тѳркиҙәр дәүләте лә, тарихи һәм мәҙәни эҙ ҡалдырып, тарҡала.
Кидандар Ҡытай менән тығыҙ бәйләнештә булғандар.

IX быуатта кидандар ныҡ кѳсәйеп китә, күрше тѳрки-монгол, тунгус ҡәбиләләрен баҫып алалар. Кѳслѳ армия тѳҙѳйҙәр. Үҙәк Азияла улар ѳҫтѳнлѳк итә башлай. Ҡытайҙарҙы буйһондороу ѳсѳн кѳрәш башлана.
Кидандарҙың ханы Елюй ҡеүәтле кидан дәүләте тѳҙѳй - Ляо империяһы (907-1125 йй.) (“Ляо” - “тмер”). Был империя 200 йылдан ашыу Үҙәк Азияла хакимлыҡ итә.

Ляо империяһы Япон диңгеҙенән алып Тѳркистанға тиклем йәйелә. Уға Тѳньяҡ Ҡытай, Тѳньяҡ Корея, Маньчжурия, Монголия, хәҙерге Рәсәйҙең Приморье крайы, Владивосток ҡалаһы керә. Даими баш ҡалаһы булмай.
Елюй Тѳньяҡ Ҡытайҙы баҫып ала һәм үҙенә буйһондора, бик мул байлыҡ үҙләштерә. 916 йылда ул үҙен император тип иғлан итә (Ляо династияһы башлана). Ә ҡытайҙар кидандарҙы ҡалалар тѳҙѳргә, ер эшкәртергә, дәүләт менән етәкселек итергә ѳйрәтә.
Ҡытай императорҙары тулыһынса кидан императорына буйһоналар, ҡиммәтле ебәк һәм кѳмѳш менән яһаҡ түләйҙәр.

Елюйҙың улы император Дэ-гуан (928-947 й.й.) үҙ ғәскәре менән Ҡытайға дами яу сапҡан. Ул килгән һайын яһаҡтың хаҡын күтәргән, ҡытайҙар уға яңынан-яңы ерҙәрен бирергә мәжбүр була. Ошо осорҙа Пекин (Ючжоу) ҡалаһы хатта кидандарҙың баш ҡалаһы булып китә.
Кидандар Корея менән дә һуғыштар алып бара. Әммә ваҡыт үтеү менән кидандар ассимиляцияға бирелә, йәғни ҡытайлаша башлай. Үҙҙәренең хәрби рухын юғалталар, кѳсһѳҙләнәләр. Империя эсендә дошманлашыу башлана, юғары яһаҡтарҙан күрше ҡәбиләләр һѳжүмгә күсә.
1125 йылда Ляо империяһын чжурчжэн ҡәбиләләре баҫып ала һәм юҡҡа сығара.

Шулай итеп, 200 йыл Тѳньяҡ Ҡытайҙы һәм башҡа ҡәбиләләрҙе буйһондороп тотҡан киландарҙың Ляо империяһы ла тарҡала.
Ә “Ҡытай” йәки “Китай” тигән тарихи атама тик “кидан” этнонимына ғына барып тоташа. Ҡытайҙар үҙҙәренең иле “Ҡытай” тип аталыуға кидандарға бурыслы. Рустар уны Китай тиҙәр, ә мосолмандар Ҡытай, Ҡтай, Хытай, Хтай тип атай. Бына шундай эҙ ҡалдыра кидандар Ҡытай тарихында.
Ляо империяһы тарҡалғас, кидандарҙың бер ѳлѳшѳ кѳнбайышҡа - Урта Азияға табан йүнәлә. Улар бында тағы ла тѳркиҙәр менән аралашып, үҙҙәренең яңы дәүләтен тѳҙѳргә уйлай. Хәҙер инде кидандарҙы ҡара-кидандар йәки ҡара-ҡытайҙар тип атай башлайҙар.
Етейылға (Семиречье) ѳлкәһендә ҡара-ҡытайҙар Кѳнбайыш Ляо (Си-Ляо) дәүләтен тѳҙѳүгә ѳлгәшә (1140-1218 й.й.). Етейылға - Балхаш һәм Ысыҡкүл араһы, хәҙерге Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан территорияһы.

Яңы ерҙәр яулай-яулай ҡара-ҡатайҙар Һырдаръя -Амударъя буйҙарына, Арал диңгеҙенә тиклем килеп сыға.
Кидандарҙың икенсе ѳлѳшѳ, 20 мең атлы яугир, Орхон-Селена йылғаларына юллана. Бында улар ҡырғыҙҙар менән осраша. Артабан кидандар кѳнбайышҡа Саян-Алтай тауҙары буйлап Иртыш-Тобол йылғалары аша Кѳньяҡ Урал яҡтарына хәрәкәт иткәндер.
1213 йылда наймандар, Сыңғыҙхандан ҡасып барып, ҡараҡатайҙар дәүләтен (Си Ляо) баҫып ала.
1218-1219 й.й. Сыңғыҙхан ҡараҡатайҙар ерен тулыһынса яулай һәм улар Монгол империяһы составына инә.
Дѳйѳм алғанда, кидандарҙың мәҙәниәте үҫешкән була. Тарих, медицина, архитектура, сәнғәт, поэзия, китап баҫтырыу кеүек йүнәлештәр алға киткән була. Улар ҡалалар, юлдар тѳҙѳгән. Үҙҙәренең хатта 2 яҙмалары була, мәктәптәр эшләй, юғары мәктәп – Академия була, үҙ календары һ.б. Кидандар үҙ дәүләте менән һәр ваҡыт ғорурланған һәм уны Бѳйѳк Ляо тип атағандар.
991 йылдан алып кидандар халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәргәндәр. Мәҫәлән, Ляо империяһында 4,8 млн. кеше йәшәгән, шуларҙың 800 меңе - кидандар булған.

Күпләп ат тотҡандар - 1 млн. ат! Бай хужаның 10 мең аты булған. Аттар хәрби маҡсатта ла киң үрсетелгән.
Кидандарҙың Ляо империяһы Үҙәк һәм Урта Азия халыҡтарының үҫешенә тос ҡына ѳлѳш индерә.
Ҡәбиләләрҙең һәм халыҡтарҙың этник ҡатнашлығы һәм аралашыуы мең йылдар, быуаттар буйы даими һәм ѳҙлѳкһѳҙ барған. “Бѳйѳк халыҡтар күсенеүе” лә булған һәм ул да күп тѳрки телле халыҡтарының формалашыуында актив роль уйнаған, шул иҫәптән башҡорттар тарихында ла.
Сыңғыҙхан яуап алғас, ҡараҡатайҙар таралыша, икенсе ҡәбиләләр араһында бутала (наймондар, үзбәктәр, ҡаҙаҡтар һ.б. менән). Ә бер ѳлѳшѳ беҙҙең яҡтарға Урал алдына килеп сыға һәм башҡортлаша башлай. Был ҡәбиләне инде “ҡатайҙар” тип атайҙар.
Ҡатайҙар ҡыпсаҡтар йоғонтоһона дусар була. Был осорҙа ҡыпсаҡтар бигерәк тә кѳслѳ була һәм уларҙың теле бѳтә башҡорт ырыуҙарына тәьҫир итә һәм еңеп сыға. Ҡыпсаҡтар үҙҙәре лә кѳнсығыштан килгән, бик борон улар Саян-Алтай яҡтарында йәшәгән.

Ҡатайҙар Башҡортоостан еренә 1250 йылдарҙа күсеп килгән, тип яҙа Рим Йәнғужин. Тәүҙә улар Ыҡ һәм Ағиҙел йылғалары араһында күсенеп кѳн күрә.
13050-1400 йылдарҙа ҡатайҙар тѳньяҡҡа һәм кѳнсығышҡа күпләп күсенә башлай. Улар Ағиҙелдең урта ағымына һәм Инйәрҙең түбәнге ѳлѳшѳнә килеп ултыра. Артабан ҡатайҙар ҡумрыҡ табындарҙың ҡыҫымы арҡаһында Инйәрҙең урта һәм үрге ағымына – тулы-урманлы ергә күсенә. Ағиҙелдең башына барып сығалар. Бында улар тамъяндар менән аралаша.
Заманалар ҙа ябай ғына булмай шул. Монголдарҙың баҫып алыуы ҙур бәлә килтерә. Күсенеп йѳрѳүҙәр ҙә шуға бәйле була. Алтын Урҙаға буйһонорға теләмәйенсә кѳрәшкән ҡатай ырыуынан Сураман батыр һәм уның улдары Аҡман менән Тоҡман тураһындағы легенда һаҡлана.
1391 йылда тарихи Башҡортостан ерендә ике батшаның 300 меңлек ғәскәре осраша – Тимур һәм Тохтамыш. Ҡатайҙар Тохтамыш ғәскәрендә була, ләкин Аҡһаҡ Тимур еңеп сыға.

Тимур ғәскәре йѳҙәрләгән башҡорт ауылдарын юҡҡа сығара, халыҡ ҡырыла, ҡоллоҡҡа эләгә, мал талана. Ҡатайҙар ҙур зыян күрә. Тѳньяҡҡа һәм кѳнсығышҡа тау-урмандарға күсенеп китергә тура килә. Башҡорттар ѳсѳн ике батшаның бәхәсе бик ҡиммәткә тѳшә.
Беҙҙең тел бик күп ырыуҙарҙың аралашыуы һѳҙѳмтәһендә тыуған. Ҡытайҙарҙың диалекты ярайһы уҡ ныҡ һаҡланған. Был бигерәк тә Инйәр-ҡатайҙар һѳйләшендә асыҡ һиҙелә. Ҡатайҙың эйәрендә йәки билендә һәр ваҡыт балта булған һәм шундай әйтем дә барлыҡҡа килгән:
Анта мынта йѳрѳгәнтә
Кһкре балта билемтә.

Һѳйләшкәндә - нт, -мт фонетик формалары күпселек тау-урман ҡатайҙарында ғына һаҡланған.
Ҡатайҙар үҙҙәрен кѳнсығыштан сыҡҡан тип иҫәпләй. Үҙәк Азия, Алтай менән бәйләнгән уртаҡ һыҙаттар ҡатайҙарҙа айырыуса күренә. Ул һѳйләшеүҙә генә түгел, ә йѳҙѳнѳң физик тибында һәм тѳҫѳндә лә күренә.
Бѳгѳн боронғо кидандарҙың нәҫелдәре булып даурҙар, үзбәктәр, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, нуғайҙар, ҡалмыҡтар, ҡарағалпаҡтар, башҡорттар һ.б. халыҡтар тора.

Артабан тау-урман ҡатайҙары малсылыҡ, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шѳғѳлләнеп кѳн итә. Тау-урман шарттары хәҙер уларға йыраҡҡа күсенеп йѳрѳүгә мѳмкинлек бирмәй. Йәй кѳнѳ малы менән йәйләүгә сыҡҡандар, ә ҡыш инде ауылда булғандар. Беҙҙең яҡтан ҡышын ҡар күп яуғанлыҡтан, мал ҡарауы ауыр булған, улар тибендә һирәк кенә йѳрѳй алған. Ѳйҙәр ярым ерҙә (полуземлянка) йәки буралы ѳй булған, башы ҡабыҡтан.
Шулай итеп, ҡатайҙар ярымултыраҡ, ултыраҡ тормошҡа күсәләр. Ер эшкәртеү менән шѳғѳлләнгәндәр.
XVI быуатта рус дәүләтенә ҡушылғас, ҡатайҙар йәнлек тиреләре һәм бал менән яһаҡ түләй башлай. Был яһаҡ түләү һунарсылыҡтың һәм солоҡсолоҡтоң үҫеүенә килтерә.

XVIII быуат башынан малға ҡышҡылыҡҡа бесән саба башлайҙар. Ултыраҡ тормошҡа күсеү малды ҡыҫҡартыуға килтерә. Яһаҡ түләү аҡсалата түләүгә күсерелгәс, башҡорттар яйлап ҡына ер эшкәртеүгә лә тотона. Ер эшкәртеү кѳнбайыш башҡорттарына электән таныш булған, әлбиттә, әммә тау-урман башҡорттарына был шѳғѳл оҡшап етмәгән йәки ят булған. Улар күпселек урман эше менән шѳғѳллѳнгән. Ҡатайҙар ағас ҡырҡып ағыҙған, һалабаш һыҙырған, дегет ҡайнатҡан, ат кәрәк-яраҡтары эшләгән.
XVIII быуатта Башҡортостанға күпләп рус, татар, мордва, марий халҡының күсеп килеүе ер эшкәртеүҙе тиҙләтә. Әммә үрҙә әйтеп үтелгәнсә, тау-урман халҡы хатта 1917 йылға тиклем иген үҫтермәй. Быға, әлбиттә, тау-климат шарттары ла сәбәпсе.
XIX быуат аҙағына һунарсылыҡтың да әһәмиәте бѳтә тиерлек, уның менән һирәк кенә кешеләр шѳғѳлләнгән. Балыҡсылыҡ менән дә аҙ шѳғѳлләнә башлайҙар.

Минең уҡытыусым, тарих фәндәре докторы, профессор, академик Рис Йәнғужин Бергхольц хеҙмәттәренә таянып бына нимә яҙа: “Катайцы не занимаются торговлей, к ней совершенно неспособны. Их довольно нагло обчистывают и обманывают торговцы, казанские и уфимские татары” (“Этнографические обозрение”. 1893 г. №3). “В пище катайцы исключительно неприхотливы. Если имеется в достаточном количестве мясо, кумыс, молоко, чай, сахар и хлеб, то они довольны жизнью. Пьяниц между ними нет. Иногда употребляют несколько чашек кислушки собственного изготовления.
В семье полновластным хозяином является муж. Все домашнее хозяйство лежит на женщинах. А рубкой и вывозом леса, мочальным производством, подвозом сена, рубкой в лесу дров и т.п. Занимаются мужчины.
В религиозном отношении катайцы, как и все башкиры, являются мусульманами. Но предписаний корана не исполняют”.

Артабан ѳйләнешеү тураһында бик ҡыҙыҡ фекер әйтелә:
“Особенность брачных отношений заключается в том, что к другим родам башкир катайцы относятся пренебрежительно, считая их гораздо ниже себя, почему и не берут из них невест и не отдают им своих девушек”.
“Похоронные обряды катайцев имеют свою особенность. Сразу после смерти покойника обмывают и надевают на него саван. Это “мешок из холста или коленкора, только без дна, без рукавов”. На мужчину надеваются до 7 саванов, на женщину до 3-х. Концы савана мулла завязывает над головой и под ногами. После чтения молитвы, покойника несут на лубке или доске на кладбище. В могилу, кроме савана, ничего не кладется. После похорон устраивают поминки”.

Урал аръяғы ҡатайҙары оло-ҡатай, бала-ҡатай һәм ялан-ҡатай ырыуынан тора. Әле оло һәм бал-ҡатайҙар Силәбе ѳлкәһенең Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарында йәшәйҙәр. Нязепетровск районында лар бар улар. Бер ѳлѳшѳ Башҡортостандың Балаҡатай районында ҡалған. Оло-ҡатайҙар шулай уҡ Екатеринбург ерҙәренә күсеп киткән.

Ялан-ҡатайҙар әле Ҡурған ѳлкәһенең Сафакүл һәм Әлмән райондарында йәшәй. Бында ҡатай ауылдары бик күп. Әлмән районында 70 % башҡорт йәшәй. Элек Силәбе, Ҡурған, Ырымбур ерҙәре тулыһынса тиерлек башҡорт ерҙәре булған. Урал аръяғында ҡатайҙар һалйот ҡәбиләләре менән күрше йәшәйҙәр. Һалйоттар ҙа сығышы буйынса монгол ҡәбиләләренә барып тоташа. Ҡатайҙар менән һалйоттар араһында ҡайһы бер туғанлыҡ ептәре барҙыр, күрәһең.
Башҡорттар халыҡ булып тик Кѳньяҡ Уралда ойошҡан. Кѳньяҡ Урал бик үҙенсәлекле ер. Ул Европа – Азия тоташҡан ерҙә урынлашҡан. Бер яҡта Волга – Кама халыҡтары булһа, икенсе яҡта Себер халыҡтары йәшәгән. Ә кѳньяҡта Ҡаҙағстан, Урта Азия халыҡтары кѳн күргән. Кѳньяҡ Урал ерендә быуаттар тѳпкѳлѳндә тѳрлѳ күсмә ҡәбиләләр, һунарсылар, малсылар, солоҡсолар һәм ер эшкәртеүселәр осрашҡан һәм аралашҡан.
Уның һѳҙѳмтәһе булып башҡорт халҡының барлыҡҡа килеүе тора.
Юлай ҒИЛМАНОВ.
Оставить комментарий