Ноҡат мәмерйәләре һәм ҡойолары

2013 йылдың 16 декабрендә Башҡортостан телевидениеһы «Эҙәрмән» тапшырыуын күрһәтте. Булат Кәримов етәкселегендә «Эҙәрмән» хеҙмәткәрҙәре Ноҡат мәмерйәһе менән таныштырҙы, әммә унда ауыл тарихын белмәгән кешеләрҙе алып барғандар, сѳнки оло йәштәгеләр юҡ ине. Тапшырыуҙа мәмерйәгә килгәндәр үҙҙәренсә фараз итеп, хата ебәрҙе.
1973 йылда Магнитогорск спелиологтары беҙгә туҡтап киткәйне. Күршелә йәшәгән Фәйзрахман Усманов, мин бер мәмерйә беләм, һеҙҙе шунда алып барам, тине. Беҙ уның менән ат егеп, спелиологтарҙы санаға ултыртып, мәмерйәгә алып барҙыҡ.
Бәләкәй Елмерҙәктән ағып сыҡҡан «Кѳшѳлбикә» исемле шишмә бер соҡорға тѳшѳп юғала. Унда ике ауыҙлы мәмерйә барлыҡҡа килгән. Элек унда бурҙар ат йәшереп йѳрѳгән. Хәҙер бер ауыҙы емерелгән. Усманов менән мин тышта тороп торҙоҡ, тегеләр мәмерйәгә инеп, оҙаҡ йѳрѳнѳ. Беҙ уларҙы кѳтмәй ҡайтып киттек. Тегеләр кискә табан ғына ҡайтып килде. Йылға барлыҡҡа килтергән тѳрлѳ ҙурлыҡтағы бер нисә зал, тар ҡыуышлыҡтар аша үтеп, 285 метр барып, 36 метр тәрәнлеккә тѳшкәндәр. Ҡайтҡас, мәмерйәнең планын эшләп, миңә кү-сермәһен ҡалдырҙылар. Һәр мәмерйәнең исеме була, быға ниндәй исем бирәйек, тинеләр. Был мәмерйә тураһында Усманов әйтте бит, уның исемен бирәйек, тинеләр. Аҙаҡ мин ололарҙан һораштым. Был мәмерйәне «Мәғәрифә соҡоро» тип атайҙар икән.
Борон кеше малды күп үрсеткән. Бесән эшләргә эшсе ҡулдар кәрәк булған. Байыраҡ кешеләр хеҙмәтсе яллаған. Буй еткән улдары булһа, кәләш алып биргәндәр. Ноҡаттан Ғәлиәскәр (ҡушаматы «Ял-быр ҡаш») исемле егеттең атаһының сабыны ошо соҡор янында булған. Ғаилә бында ҡыуыш ҡороп, бесән эшләп ятҡан. Атаһы Ғәлиәскәргә Мәғәрифә исемле ҡыҙҙы алып биреп, туй үткәргән. Мәғәрифә ошо йылғанан һыу алып йѳрѳгән. Шунлыҡтан был соҡорҙо «Мәғәрифә соҡоро» (мәмерйәһе) тип атағандар.
Хәҙер уның ысын исемен кире ҡайтарырға кәрәк - Усманов мәмерйәһе түгел, ә Мәғәрифә мәмерйәһе.
Ноҡат тирәһендәге ерҙәр карст, эзбизташ тоҡомдарынан тора. Тѳрлѳ урында, тѳрлѳ ҙурлыҡтағы бик күп соҡорҙар барлыҡҡа килгән. Тауҙарҙан ағып тѳшкән күп шишмәләр соҡорҙарға тѳшѳп юғала. Икенсе урынға ер аҫтынан барып, ѳҫкә шишмә, ҡойо булып килеп сығалар. Ноҡат, Ѳмәйылға, Ҡомтүккән һәм башҡа йылғалар яҙ кѳнѳ генә тамаҡтарына барып етә. Башҡа ваҡытта ер аҫтына китәләр. Элек ер аҫтына сумған йылғаға ярма һалып, ҡайҙан сыҡҡанын белгәндәр. 2013 йылда Кәримов ойошторған тикшереүҙә Кѳшѳлбикә йылғаһы Бирлеғойонан килеп сыға тигәндәр. Ул дѳрѳҫ түгел, сѳнки Кѳшѳлбикә йылғаһы бәләкәй генә, ә Бирлеғойонан кѳслѳ ағымлы ҙур ғына йылға ағып сығып, Ноҡат йылғаһына ҡушыла. Бирлеғойо тураһында күп хәбәрҙәр йѳрѳй. Имеш, йылға бик тәрәндән сыға. Алтышар метрлы йѳҙ дилбегәне ялғап, таш бәйләп тѳшѳрһәң дә тѳбѳнә етмәгән. Имеш, уға ен эйәләгән. Тѳнѳн уның янынан үтһәң, аҡ кейемле кеше күренә икән. Хатта тѳнѳн үтеп барған машинаны туҡтатҡан, имеш. Ҡойо эргәһенә барып кѳслѳ итеп ҡысҡырһаң, һыҙғырһаң, бер нисә таш тѳшѳрһәң, һыу урғылып килеп сыға икән.
Һыу урғылып сығыуҙың сәбәбе ябай. Оло Елмерҙәктән ағып тѳшкән 3 йылға, туғайҙа бергә ҡушылып, ҙур ғына «Ҡомтүккән» исемле йылғаны барлыҡҡа килтерә. Ул йылға биш саҡрым самаһы ағып килеп, Бирлеғойо тапҡырында ергә сума. Һыу ер аҫтынан аҡҡан саҡта карст, эзбизташтан торған тау тоҡомон йыуа. Улар уйылып тѳшѳп, йылғаны быуа. Бер аҙҙан быуа йырылып, һыу ағымын дауам итә. Был күренеш Бирлеғойола күҙәтелә лә инде. Бер ниндәй таш тѳшѳрѳү, ҡысҡырыу, һыҙғырыу кәрәкмәй. Бир-леғойонан сыҡҡан һыу ҙур, кѳслѳ ағымлы, ул Кѳшѳлбикә йылғаһы түгел, ә Ҡомтүккән йылғаһы.
2013 йылдың декабрендә Кәримовтың Ноҡат мә-мерйәһенә барыуын тағы телевизорҙан күрһәттеләр. Был юлы улар 1954 йылда Инйәр мәктәбенең X класс уҡыусылары тапҡан мәмерйәгә саңғы менән барғандар. Ул, Ноҡат мәмерйәһе ауылдан 4 саҡрым түбәндә, тине. Мин белгән мәмерйә лә «Ноҡат мәмерйәһе» тип атала. Уға барыуы анһат. Инйәрҙән Инйәр - Ноҡат юлы менән 9 саҡрым самаһы барһаң, юлдан уң яҡта ҙур ауыҙлы, бер генә бүлмәле мәмерйә күренә. Уны «Ташѳй» (Таш ѳй) тиҙәр. Унан ары әҙ генә барһаң, юл ситенән уң яҡҡа боролоп, текә генә тауға 50 метрҙай күтәрелһәң, мәмерйә ауыҙы күренә. Уны 50-се йылдарҙа Уҫманғәле ауылы уҡытыусыһы Ғәлин Саҙретдин тикшереп, «Урал» гәзитендә баҫтырҙы. Аҙаҡ мин дә индем. Йәй кѳнѳ унда һуҡмаҡ һалынған. Ул мәмерйәне электән белгәндәр. Эсендә Ѳфѳнән килгәндәрҙең яҙыуҙары тора ине.
Элек Ноҡат ауылы хәҙерге ауылдан түбәндә урынлашҡан булған. Ауылдан ҡарағанда «Бирлеғойо» бирелә ятҡан, унан ике саҡрым үрҙә шундай уҡ кѳслѳ ағымлы икенсе ҡойо булған. Уны «Арғы ҡойо» тигәндәр. Түбәндәгеһен «Бирге ҡойо» тигәндәр. Ваҡыт үтеү менән һүҙҙәр үҙгәрә. «Бирге ҡойо», «Бирле ҡойо», «Бирлеғойо» булып киткән.
Аҙаҡ, тирә-яғы киң ялан булған Арғы ҡойо янына - хәҙерге урынға күскәндәр.
Вәлиәхмәт Хәбиәхмәтов,
ветеран-уҡытыусы.
Белорет ҡалаһы.
Оставить комментарий