Һәр тѳйәктең үҙ тарихы

“Кергеҙе тауы”
Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Әзекәй ауылына барған юл эсендә “Кергеҙе тауы” ята. Был тауға “Кергеҙе” исеме тиккә генә бирелмәгән. Атайым Ғәлиулла Ишмѳхәмәт улы (1918 йылғы, хәҙер мәрхүм) һѳйләүе буйынса, ошо тауҙарҙа, ҡасандыр, башҡорттар менән ҡырғыҙҙар араһында ҡаты алыш булған. Һуңынан был урынды “Ҡырғыҙҙар-Киргизы-Кергеҙе” тип атап йѳрѳтә башлайҙар. Тарихсыларыбыҙ раҫлауынса, ҡаҙаҡтарҙыҙы элек башҡорттар ҡырғыҙҙар йәки ҡырғыҙ-ҡайсаҡтар тип йѳрѳткәндәр. Ҡырғыҙҙар баҫҡынсылыҡ менән шѳғѳлләнгәндәр. Кѳнъяҡтан күрше булғас, йыш ҡына Урал тауҙарына ла һѳжүм иткәндәр. Шуға ла башҡорттар рус дәүләтселегенә ҡушылып, яҡлаусы, ҡурсалаусы табырға тырышҡандарҙыр, моғайын. Башҡорттар менән ҡырғыҙҙар араһындағы һуғыш тураһында М.Ф. Чурко “Исторические очерки Тамъян-Катайского кантона” (Ѳфѳ, 1927) китабында яҙа. Китапта һѳйләнгән ваҡиғалар “Кергеҙе тауы” на тѳбәп әйтелмәһә лә, урындағы халыҡ хәтерендә ҡырғыҙҙар менән алыштың ысынлап та булыуын иҫбатлай. Ҡырғыҙҙарҙың баҫҡынсы булыуы, башҡорт ырыуҙарын Урал тауҙарына ҡыҫырыҡлауы асыҡ тѳҫмѳрләнә.
Әлеге ваҡытта “Кергеҙе тауы” битендә ҡала халҡының “Ченовка” гараждар кооперативы урынлашҡан. Уның янында шәхси асфальт-бетон етештереү ҡоролмаһы тѳҙѳлѳп ята.

“Ѳфѳ юлы”
Беҙҙең ауылдан саҡ ҡына ѳҫтәрәк бер юл үтә. Ул юл - “Ѳфѳ юлы” (“Уфимская дорога” ) тип атала.
Атайым мәрхүм һѳйләүенсә, йәнәһе “Әбей батша” (1762 йылда тәхеткә ултырған Екатерина 2) Белорет заводынан Ѳфѳгә тиклем юл тѳҙѳргә бойора. Ул юл беҙҙең ауыл аша ары Әрипҡол, Ғәҙелша, Илмәш, Бирҙеғол ауылдарынан үтә.
“Ѳфѳ юлы” тураһында тарихсылар ҙа яҙҙы. Мәҫәлән, был хаҡта Р.З. Йәнғужин, Ф.Ғ. Хисаметдинова авторлығында 2007 йылда сыҡҡан “Коренные народы России. Башкиры” тигән китапта табырға була.
Әлбиттә, бындағы әҫәрҙәрҙә һүҙ 19 быуат урталарындағы ваҡиғалар тураһында бара. Ысынлап та, Белореттан Ѳфѳгә тура юл тѳҙѳлѳүѳ мѳмкин, һуңынан Верхнеуральск ҡалаһына тиклем оҙайтыуҙвары ихтимал. Ѳфѳгә тура юл күбеһенсә Ҡатай волосына ҡараған ауылдар аша үткәнлектән, юлды хеҙмәтләндереү ҙә ошо волос халҡына йѳкмәтелә. Нисек кенә булмаһын, юл эсендә ятҡан ауылдарға бик уңайлы булып сыға. Ауылдарҙың экономик хәлен яҡшыртыуға ла булышлыҡ итә. Дини белем алырға теләүселәр ѳсѳн, бигерәк тә уңайлы шарттар тыуҙырыла. Ул ваҡытта Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы дини яҡтан кѳслѳ ауылдарҙың береһе була. Дини белем алырға телүселәр күбәйә. Шулар иҫәбенә Бирҙеғол ауылынан Сәлимгәрәй менән Сәитгәрәй Ғәлиастановтар ҙа инә. Улар тәүге дини һабаҡты беҙҙең ауылда алһалар, һуңынан Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишан Рәсүловтың “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡып ҡайталар һәм тирә-яҡҡа исеме таралған кѳслѳ дин әһелдәре булып китәләр. Ҡайһылары ауылда тѳпләнеп ҡалалар. Шуларҙың береһе – Бимрҙеғол ауылында йәшәгән Бәҙретдин Юлдашбаев. Уның ауылда әлек лә вариҫтары бик күп.

“Алтын ҡойо”
Тағы бер тарихи әһәмиәткә эйә булған урын тураһында һѳйләп үтке килә. Ул “Алтын ҡойо” тигән урын. Ерле халыҡ телендә “ҡойо” тип һыуҙың ағып сыҡҡан урынын әйтәләр. “Ҡотоҡ”, “ҡоҙоҡ”, “шишмә башы” тип тә йѳрѳтәләр.
Ғәлиулла Ишмѳхәмәт улы әйтеүенсә, Октябрь революцияһына (1917 йылға) тиклем был урында француздар алтын йыуған. “Беҙ бәләкәй саҡта ҡойо тирәһендә алтын йыуған улаҡтар тулып ята торғайны”, - тип иҫкә ала торғайны атайым мәрхүм.
Тарихсыларыбыҙ яҙыуынса, Кѳнъяҡ Уралда француздарҙың “Урал-Волга металлургтар йәмғиәте ойошторола”. Был турала А. Ткачевтың “Белорецк: страницы истории.” беренсе китабында яҙылған.
Бына ошо йәмғиәт алтын сығарыу, йыуыу эше менән шѳғѳлләнгән дә инде, күрәһең. “Алтын ҡойо” биләмәһе Октябрь революцияһына тиклем Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы халҡының ерҙәре һаналған.
Алтын сығарыу эшендә эшләр ѳсѳн белгестәрҙе Франциянан алып килгәндәр. Тик 1917 йылғы революция был эште туҡтатырға мәжбүр итә.
“Алтын ҡойо” , “Ѳфѳ юлы” эсендә ята, йәғни Белорет ҡалаһынан Ҡоҙғон-Әхмәр ауылына барғанда Ҡара йылға ауылы тапҡырында, “Аҡ балсыҡ” карьеры эргәһендә урынлашҡан. Әйткәндәй, ҡасандыр Белорет металлургия комбинатының кирбесэшләү цехы ѳсѳн тәғәйенләнгән “Аҡ балсыҡ” карьеры әле лә бар. Хәҙер уның балсығын кешеләр дауаланыу ѳсѳн ҡуллана.
Үткән быуаттың 80-се йылдар башында “Алтын ҡойо” биләмәһендә Белореттың юл тѳҙѳү һәм ремонтлау, йәшелләндереү (РСУ ДОР) идаралығының ауыл ярҙамсы хужалығы урынлашҡайны. Хәҙер инде ул да күптән ябылды.
Ф. Шәйәхмәтов.
Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы.
Оставить комментарий