Матурлыҡ менән тоғролоҡ ѳлгѳһѳ

Был биниһая киң донъяла кеше яҙмыштарында ҡояш нурҙары, ләйсән ямғыр, йәйғор сағыулығы менән бергә ел-бурандар, дауылдар осрамай ҡалмай. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ғаиләһен бәхетле, мөхәббәтле итер өсөн күңел йылыһын һәм ҡул көсөн һалғандар күп арабыҙҙа. Үҙ көстәре менән донъя көткән, лайыҡлы балалар үҫтергән һоҡланғыс парҙар бар Манышты ауылында.

Бөгөнгө геройҙарым, бер яҡтан ҡарағанда, ауыл ерендә йәшәгән ҡәҙимге ғаилә. Икенсе яҡтан, тормошта ҡатмарлы юлдар аша үтеп үҙ урынын тапҡан, балалар үҫтергән пар ул - Сәйетовтар. Ҡала ҡыҙы Ләйсән Кинйәбулат ҡыҙының Манышты ауылына килен булып тѳшѳүенә, Әхәт Фәйзулла улы менән тормош ҡороуҙарына 15 йыллап ваҡыт үтеп киткән. Матур ғаиләлә дүрт улан - Динар, Искәндәр, Дауыт, Абдулла һәм кескәй Аиша үҫә. Оло улдары Ѳфѳ колледждарының береһендә белем ала, Искәндәр менән Дауыт - мәктәп уҡыусылары, ә 2 йәшлек Абдуллах менән 1 йәшлек Аиша әсәйҙәре янында. Уңған атай менән әсәйҙең балалары ла эшһөйәр булып үҫеп килә. Ялҡаулыҡты ситкә ҡуйып, үҙен еңергә, хеҙмәте һөҙөмтәһен күреп ҡыуанырға өйрәнгән Иртәгә – Ғаилә, мѳхәббәт һәм тоғролоҡ кѳнѳ балалар киләсәктә лә юғалып ҡалмаҫ.

Уландар атайҙарына оҡшап ҡул эштәренә оҫта. Алтын ҡуллы атайҙары балта оҫтаһы, кәрәк икән мотоблогы менән ауыл халҡына ерен дә һѳрә. Оҫталарға ауылда эш етерлек. Әхәт эшкә күмелеп кенә ғүмер итмәй, ҡәҙерле кешеләренең күңелен үҫтереп, бәләкәй һәм ҙур хыялдарын тормошҡа ашырырға тырышып йәшәй. Ѳфѳлә Рәми Ғарипов исемендәге гимназияны тамамлағас, тыуған ауылында тѳпләнә. Балта оҫталары булған, һүрәт тѳшѳрѳргә яратҡан ғаиләлә тәрбиәләнгән Әхәт бәләкәйҙән атаһынан, ағайҙарынан ағас эшенең нескәлектәрен күреп үҫә һәм ѳйрәнә. Әле ул оло ағаһы менән бура бурай, кәрниз, фронтон да эшләй. Уның тағы ла бер яратҡан шѳғѳлѳ бар. Оҡшаған кәсебе ғаиләгә килем дә килтерә.

Оҫта матур һандыҡтар эшләй. Ағас алып, уны быстырып яратҡан эшенә тотона. Семәрләп эшләнгән һандыҡтарын алыусылар, һораусылар күп. Биҙәктәре фанеранан эшләнгән һандыҡты морилкалап, лак һѳртѳп ебәргәндән һуң тағы ла матурайып китә. Бер һандыҡты эшләү ѳсѳн оҫта 2-3 кѳн сарыф итә. Һандыҡтарҙы Белорет, Магнитогорск ҡалалары, башҡа райондарҙан килеп алып китәләр. Туйҙар мәле етеү менән тағы ла заказдар күбәйә. Яңыраҡ 5 һандыҡ эшләп биреүен һорағандар. Атанан күргән - уҡ юнған, тигәндәй улдары ла оҫта ҡуллы, мәктәптә түңәрәккә лә йѳрѳйҙәр. Атайҙарының дин юлынан китеп, намаҙ уҡыуына ла күнеккән балалар. Бергәләшеп дини китаптар уҡыйҙар, намаҙҙы ла ҡалдырмайҙар. Бигерәк тә Искәндәр барыһына ла ѳлгѳрә. Мәктәптә лә яҡшы билдәләргә уҡыған малай иптәштәренә ѳлгѳ булып тора.

Ауылда клуб мѳдире, Инйәр почтаһында эшләгән Ләйсән әле декрет ялында. Кескәй Аиша менән ѳйҙә ултыра. Ѳйҙә ултыра тип әйтеүе дѳрѳҫ булмаҫ, ул да туҡтауһыҙ камиллыҡҡа ынтыла: машина йөрөтөргә лә өйрәнгән, юғары белем ала, балаларын, бигерәк тә кескәй Аишаны үҙенең бәйләгән кейемдәре - башлыҡтары, ойоҡ-бейәләйҙәре, свитерҙары менән ҡурсаҡ кеүек кейендереп ҡуя. Шәлен дә бәйләй. Интернеттан ҡарап тиҙ генә ѳйрәнеп, бәйләп тә ҡуя. Бѳтмѳр хужабикә гѳл-сәскәләр үҫтерергә ярата, баҡсасылыҡ менән дә шѳғѳлләнә. Ауыл ерендә йәшәгән йәштәр мал-тыуар тота. Сәйетовтар матур балалар тәрбиәләй. Тимәк, татыу ғаилә барлыҡҡа килгән. Татыулыҡ, ихтирам булған ерҙә мѳхәббәт һәм тоғролоҡ та булырға тейеш. Эйе, бер-береһенә, балаларға, туғандарға булған мѳхәббәт тә бар уларҙа.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий