Ғаиләгә лә, ижадҡа ла ваҡыт таба

Мәүлит Зиннәт улы Кәримов 2013 йылдан “Ҡуңыр буға” ижади ойошмаһы идараһы рәйесе урынбаҫары. Уның шиғырҙары - “Миләштәр”, “Әрем тәме”, хикәйәләре “Биҙәктәр” йыйын- тыҡтарында донъя күрҙе. Мәүлит Кәримовтың ижады, мәҡәләләре “Ағи- ҙел” журналында, “Урал”, “Йәшлек” гәзиттәрендә лә йыш баҫыла. 2011 йылда “Йәшлек” гәзите ойошторған Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге премия лауреаты була, ижады һәр саҡ Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнеп килә. Исмаҡай ауылында Яныбай Хамматовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы үткә- релгән сарала яҙыусы Мәүлит Кәримов Башҡорт әҙ әбиәтенә индергән ѳлѳшѳ һәм Әҙәбиәт йылы уңайынан муниципаль район Советының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

Яңыраҡ уның менән тормош, ғаилә һәм ижад тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Мәүлит Зиннәт улы, беҙ һеҙҙе тәү сиратта ижад кешеһе тип беләбеҙ. Тормош юлығыҙ менән дә бер аҙ таныштырып китһәгеҙ ине... - 1962 йылда Үткәл ауылында тыуғанмын. Шығай урта мәктәбен тамамлағас, 1981- 1983 йылдарҙа хеҙмәт иттем. Армиянан ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәнем һәм 2007 йылға тиклем “Сода” заводында эшләнем. Ҡатыным вафат булғас, Санкт- Петербург, Великие Луки, Ѳфѳ ҡалаларында вахта ысулы менән йѳрѳп эшләнем. Яңынан ѳйләнгәс, 2012 йылда тыуған яғыма ҡайтып тѳпләндем. - Ҡайһы берәүҙәр тормоштан ҡәнәғәт булмай, һәр саҡ зарланып йәшәй.
Ә һеҙ тормоштан ҡәнәғәтме?

- Ғүмер кешегә бер генә бирелә, шуға ла уға риза булып, матур итеп йәшәп ҡалырға кәрәк. Минең ѳсѳн балаларымдың иҫән-һау, яратҡан эшең булыуы ҙур бәхет. Һәр нәмәгә риза булып, күңелемде биреп башҡарам. Мәҫәлән, 30 йылға яҡын токарь булдым, һәр бер деталгә күңелемде һалдым. - Ә бит кеше эш юҡ тип зарлана... - Бѳтә нәмә кешенең үҙенән тора. Эшләйем тигәндәр үҙ яйын таба. Бар, әлбиттә, һѳнәре буйынса эш таба алмағандар, әммә ундайҙар, эш юҡ, тип зарланмай. Мәҫәлән, Сосновкала йәшәй башлағас, ниндәй эш килеп сыҡһа ла, күпме түләүҙәренә ҡарамай эшләнем: пилорамала таҡта быстым, электрик та булдым, әле мәҙәниәт йортонда газ операторы. Буш ваҡыттарҙа үҙебеҙҙән артып ҡалған картуфты ҡалаға алып барып һатам. Йәй-кѳҙ еләк-емеш, бәшмәк йыйып һатабыҙ. Бер эштең дә ояты юҡ.

- Шул уҡ ваҡытта беҙ һеҙҙе һәр бер концерттарҙа ла осратабыҙ... - Тормош иптәшем Земфира тәҡдим итһә, мин күтәреп алам. Әгәр минең яҡтан тәҡдим булһа, ул да ҡаршы килмәй. Уның ҡыҙы Динара ла беҙҙең һәр ҡайҙа ла ѳлгѳрѳүебеҙгә аптырай. Тормош иптәшем мәҙәниәт йортонда эшләгәндә, һәр саҡ уға ярҙам иттем. Эштәрен дә үҙ күҙлегемдән баһаланым. Сосновкала, Үткәлдә, Шығайҙа, ҡалала булһынмы, концерттарҙың береһен дә ҡалдырмайбыҙ. Был сараларҙа күңел асыла, ял итәһең, кеше менән аралашаһың, йәшәреп киткәндәй булаһың. Беҙ уны телевизорҙан ҡарайбыҙ, тигән кешеләргә аптырайым. Телевизорҙан ҡарау менән сәхнәләге күренеште сағыштырып булмай.

- Йыш ҡына матбуғатта сығыш яһайһығыҙ, шиғырҙар ижад итәгеҙ. Нисек ѳлгѳрәгеҙ? - Йәш саҡтан яҙыша инем, балалар тыуғас, донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, туҡтап ҡалдым. Әммә теләк булһа, ижад күп ваҡыт та алмай. Шиғыр үҙенән-үҙе тыуып тора. Шиғыр яҙмайым, тип үҙеңде тыйып та булмай. Ә бына проза менән оҙаҡ ултырырға, сюжет ѳҫтѳндә эшләргә кәрәк. Интернетта үҙемдең “Мәүлит Кәрими: ижады” тигән ижад тѳркѳмѳмдѳ булдырҙым. Унда 700-гә яҡын кеше теркәлгән. Яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова менән һѳйләшкәндән һуң, “Шиғриәт дәрестәре” тѳркѳмѳн астым, унда 400-гә яҡын кеше теркәлгән, үҙем администратор булып торам. Унда һәр кеше үҙенең тәҡдимдәрен, тәнҡиттәрен яҙа. Мин дә уларҙың ижадын күҙәтеп, күптәргә тәҡдимдәремде яҙам, шиғырҙарын тѳҙәтәм. Ғѳмүмән, баш-аяғым менән ижадҡа сумдым. “Ҡуңыр буға”ның эшендә ҡатнашыу ҙур яуаплылыҡ та, ваҡыт та талап итә, сѳнки һәр эште тикшерәбеҙ, йәштәрҙе ижадҡа йәлеп итәбеҙ, батырыраҡ булырға ѳгѳтләйбеҙ. Шиғырҙарын, әҫәрҙәрен туплап, йыйынтыҡтар әҙерләйбеҙ
. - Ә ғаиләгә ваҡыт ҡаламы? Әсәй-атай- бала мѳнәсәбәттәре нисек булырға тейеш тип уйлайһығыҙ?
- Ғаиләлә балалар ѳсѳн әсәй менән атай араһындағы мѳнәсәбәт мѳһим. Балаларымдың әсәһе, тәүге ҡатыным Зәйтүнгѳл менән 27 йыл бергә торҙоҡ. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Беҙҙең ғаиләлә талаш-иреш тигән нәмә булманы. Балалар яҡшы мѳнәсәбәтте күреп үҫте. Хәҙер уларҙың үҙҙәренең донъяһы, матур йәшәүҙәре менән ҡәнәғәтмен. Ҡатыным вафат булғас, элекке класташым Земфираны осратып, яңынан ғаилә ҡорҙоҡ. Уның менән дә уртаҡ тел табып, бер- беребеҙҙе аңлап йәшәп китеүем менән бәхетлемен. Ѳйѳбѳҙҙән балалар ѳҙѳлмәй. Ейән- ейәнсәрҙәр ҙә килергә ынтылып тора. Земфираның балалары - “ағай”, ейән- ейәнсәрҙәре “олатай” тип ѳҙѳлѳп тора. Ошоларҙан сығып, ғаиләлә мѳнәсәббәт бер- береңә хѳрмәт менән ҡарауҙан башланалыр, тип уйлайым.
- Ә бындай мѳнәсәбәттәр тыуҙырыу ѳсѳн ир-аттан нимә талап ителә? Ҡасан хѳрмәт тыуа? - Был үҙеңдең тормош юлың, үрнәгең, тотошоң менән яуланған хѳрмәт, тип иҫәпләйем. Мине хѳрмәт итһендәр, тигән маҡсат ҡуйылмай бит. Нисек барһың, шулай булып ҡалырға кәрәктер. Иң мѳһиме - ҡайҙа булһа ла, кем булһаң да үҙеңде лайыҡлы, ысын ирҙәрсә тота белергә кәрәк. Ә ир-аттың ғаиләлә абруйы булмауына, тәү сиратта, кѳслѳ заттар үҙҙәре ғәйепле. Беҙгә тормош ваҡлыҡтарына бирешмәҫкә, ныҡ булырға, бѳгѳлѳп тѳшмәҫкә кәрәк. Бѳтә нәмә үҙеңдән тора, тип иҫәпләйем. Йәшәргә тырышҡан кеше йәшәй. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр эскенән айырыла алмағас, кодировкаға бара. Был аҙымды эшләргә батырсылығы еткән, кѳс тапҡан кешене тикшерергә түгел, ә күтәрергә, ярҙам итергә кәрәк, сѳнки уның матур, лайыҡлы йәшәргә теләге бар. - Мәүлит Зиннәт улы, әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт. Һеҙгә ижади үрҙәр, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.
Оставить комментарий