Матур ғаилә - ауыл күрке

Тормош мәшәҡәттәренә бирешмәй, күңел тѳшѳнкѳлѳгѳнә бирелмәй, гѳрләтеп донъя кѳткән ауыл кешеләре һәр ваҡытта ла һоҡланыу уята. Улар баҡса үҫтерергә лә, мал аҫрарға ла, тѳп эштәренән тыш, тѳрлѳ йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәргә лә ваҡыт таба. Ундайҙарҙың күңел нуры, дәрте эргә-тирәләгеләргә лә күсһен, тырышлығы, сәме ѳлгѳ булып торһон ине, тип теләйһең.

Абҙаҡ ауылында йәшәгән Сәлимә менән Мазһар Йомағоловтарҙы ла хаҡлы рәүештә бына ошондай ѳлгѳлѳ ғаиләләр исемлегенә индерергә була. Бѳгѳн улар, икеһе лә хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, йәштәрҙән ҡалышмай, тормоштан йәм, тәм табып, дәртләнеп донъя кѳтә. Тырыш хужа йортонан билдәле, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Уңған ғаиләнең йорт алды баҡсаһы ла әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә. Балыҡтары йѳҙѳп йѳрѳгән бәләкәй генә күлдәге пар аҡҡоштарҙы, баҡса уртаһындағы күҙ яуын алып ултырған сағыу тауистарҙы ҡарау ѳсѳн уларҙың йорто алдында туҡталып китмәгән кеше юҡтыр. Үҙҙәре матурлыҡ булдырып, уны башҡаларға ла ѳләшеп, таратып йәшәргә ярата Йомағоловтар. Пенопластан, тѳрлѳ пластик һауыттарҙан йорт, баҡса алдын биҙәү әйберҙәре эшләү серҙәрен башҡаларға ѳйрәтергә, бүлешергә әҙер улар. Намыҫлы хеҙмәткәр булараҡ абруй яулаған Мазһар Мѳхәмәҙей улының хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу.

Ул үҙенең 41 йыл ғүмерен Яңы Абҙаҡ ауылындағы Магнитогорск ял йортона арнап, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтә. Фиҙакәр хеҙмәте ѳсѳн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, "Коммунистик хеҙмәт ударнигы" исеменә лайыҡ була. Бурыстарына яуаплы ҡараған, эшен һәр саҡта ла еренә еткереп башҡарған Мазһар Йомағолов йәш саҡтан уҡ әүҙем, дәртле була. Шуға күрә комсорг, профорг кеүек йәмәғәт эштәрен дә һәр ваҡыт уға ышанып тапшыралар. Ауылдаштарына бар яҡлап та ѳлгѳ булған Мазһар ағайҙы 17 йыл рәттән ауыл депутаты итеп һайлайҙар. Ғәҙәттә, уртаҡ донъя ҡороп, матур балалар үҫтереп, башҡаларға үрнәк булып йәшәгән парҙарҙы, силәгенә күрә ҡапҡасы, тип әйтергә ярата халыҡ. Мазһар ағайҙың тормош иптәше Сәлимә апай ҙа ауылдаштары араһында үҙен уңған, тырыш хужабикә булараҡ танытҡан. Ул да Мазһар ағай менән бер ойошмала 25 йыл буяусы булып эшләй. Олоно - оло, кесене кесе итә белгән Сәлимә апай ауылдаштары, күрше-тирәһе менән уртаҡ тел табып, ауылда ойошторолған тѳрлѳ сараларҙа әүҙем ҡатнашып йәшәй.

Ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта хужабикә үҙенең тәжрибәһен башҡалар менән дә теләп уртаҡлаша. Китапханала, мәҙәниәт йортонда уның ҡул эштәре күргәҙмәһен дә йыш күрергә була. Сәлимә менән Мазһар Йомағоловтар ярҙамсыл, кешелекле булыуҙары менән дә ауылдаштарының хѳрмәтен яулаған. Ауылда ойошторолған ѳмәләрҙән, башҡа сараларҙан да ситтә ҡалмайҙар. Ике бала - Дилара һәм Марселде тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бѳгѳн улар үҙ ғаиләләрен ҡороп, балалар тәрбиәләп, атай-әсәйҙәре йѳҙѳнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, үҙаллы тормош кѳтә. Сәлимә апай менән Мазһар ағай әсәйҙәре иҫән булыуы менән дә бәхетле: туҡһанды үткән әсәйҙәре бѳгѳн уларҙың хәстәрен, таянысын тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Йорт-ҡураһы һәр саҡ тәртиптә, баҡсалары гѳл-сәскәләргә күмелеп ултырған Йомағоловтарҙың йорто быйыл Абҙаҡ ауылының 270 йыллыҡ байрамында ла үрнәк итеп ҡуйылды һәм «Ѳлгѳлѳ йорт» номинацияһында I урын алды.

Булдыра алмаҫтайға үрелмәй, үҙ мѳмкинлегенән файҙалана белеп, тирә-яҡҡа матурлыҡ, изгелек ѳләшеп йәшәгән кешеләр күберәк булғанда, ауылдарыбыҙ ҙа матурыраҡ, йәштәребеҙ ҙә сәмлерәк булыр ине.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий