Тормошта ҡайнап йәшәйҙәр

Тормошта ҡайнап йәшәйҙәр
Сосновка ауылында уңған ғаиләләр күп. Гөлсимә һәм Азамат МӨХӘМӘТЙӘРОВТАР ғаиләһе шундай уңғандарҙың береһе.
“Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”, тип халҡыбыҙ юҡҡа ғына әйтмәгән. Хәҙер үҙҙәре байтаҡ тормош тәжрибәһе туплап, өлгөлө ғаилә башлыҡтары булып, ауылдың абруйлылары рәтенә инеп барған Гөлсимә Самат ҡыҙы һәм Азамат Кинйәбулат улы икеһе лә эшһөйәр, татыу ғаиләлә тәрбиә алғандар. Һөнәрҙәре буйынса улар педагог. Бала саҡтан тырышлығы, отҡорлоғо, ҡыйыулығы менән айырылып торған ҡыҙ Сибай педагогия колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм ике йыл мәктәптә эшләй. 1998 йылда Сибай педагогия институтына уҡырға инеп, юғары белемле башланғыс кластар уҡытыусыһы булып китә. Ситтән тороп уҡып, тағы бер юғары белемгә эйә була. Хәҙер Гөлсимә Самат ҡыҙы 15 йыл Сосновка урта мәктәбендә балаларға белем бирә. Кесе менән кесе, оло менән оло була белгән уҡытыусыны коллегалары ла, уҡыусылары ла, ауылдаштары ла ихтирам итә. Нимәгә тотонһа ла, еренә еткермәһә, күңеле булмай. Ҡәйнәһе Рәмзиә апайға оҡшап, уңған килендең ҡулынан килмәгән бер эш юҡ, тип әйтеүҙәре лә хаҡ. Үҙе бейеүсе, йыраусы, һүҙ оҫтаһы, ҡумыҙҙа ла уйнай, бәйләү, тегенеү, һүрәт төшөрөү, мунсаҡ менән сигеү, декупаж тиһеңме, барыһын да йәйәүле ятып, һыбайлы төшөп ҡарарлыҡ итеп эшләй ҙә ҡуя. Тормош иптәше Азамат Кинйәбулат улы йорт эшен дә, йәмәғәт эшен дә ҡатыны менән кәңәшләшеп, бергә атҡарырға ярата. Азамат Мөхәмәтйәров 2000 йылда Сибай педагогия институтын тамамлап, туған мәктәбендә тиҫтә йыл военрук булып эшләгән. Хәҙерге ваҡытта электр уты менән тәьмин итеү тармағында һаҡ хеҙмәтендә. Татыу ғаиләлә ике ул үҫә. Өлкәндәре Фидан Белорет лицей-интернатының алдынғы уҡыусыһы, ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Айбулаттары Сосновка мәктәбендә II класта уҡый. Балалары итәғәтле, тырыш, эшһѳйәр. Фидандың ҡулы оҫта. Әсәһенең бөтә ҡул эштәрен дә, атаһының шөғөлдәрен дә берҙәй тиҙ үҙләштерә, ир-егеттәргә хас күнекмәләрҙе лә үҙ итә. Хатта Кинйәбулат олатаһынан күреп үрергә лә өйрәнгән тырыш бала. Ҡыҫҡаһы, ҡустыһына бынамын тигән үрнәк. Балаларының һәр өлгәшендә атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәрҙең холоҡ-фиғеле лә, йәшәү рәүеше лә сағыла. Мөхәмәтйәровтар балаларына ярҙамлашып, бергәләшеп, ҡайнап йәшәй. Хужалыҡ эштәрен дә бергә атҡаралар. Шуға ла уларҙың балаларының һәр береһе етеш тормош ҡороп, уңышлы йәшәй. Гөлсимә һәм Азамат Мөхәмәтйәровтар кәртә тултырып мал-тыуар тота, йәмәғәт эшенә лә ваҡыт таба. Эшһөйәр йорт хужаһы техникаһын төҙөк тота, утын- бесән әҙерләп алыу ҙа уға бер ни тормай. Район һабантуйына әҙерлек эше лә Мөхәмәтйәровтарһыҙ үтмәй. Азамат Кин- йәбулат улы бер һүҙһеҙ йыл да тирмә ҡороша, ҡатыны Гөлсимә Самат ҡыҙы концертта ҡатнаша, йола күрһәтеүҙә лә алмаштырғыһыҙ йырсы-бейеүсе, алып барыусы. Спектаклдәрҙә Гөлсимә Самат ҡыҙы геройҙарының булмышына сумып китеп, сәхнә тултырып уйнағанда тамашасыһы илай ҙа, көлә лә. Бирһә бирә бит һәләтте бер кешегә! Әллә икең бер булып, аңлашып йәшәү, тырышлыҡ, егәрлелек, татыулыҡ сифаттары ятамы ҡайнап йәшәү нигеҙендә?.. Шулайҙыр. Хәҙер өсөнсө йыл Сосновка ауылында ҡарҙан һындар эшләү конкурсы үткәрелә. “Аллаға шөкөр, ҡар етерлек”, - тип, Мөхәмәтйәровтар бөтә оҫталыҡтарын егеп, улдары менән буяп, тәфсирләп ҡарҙан «ысын» машина, Ҡар бабай, Ҡарһылыу эшләп тә ҡуйҙы. Жюри ағзаларын мөһабәт кәүҙәле Ҡыш бабай (йорт хужаһы) һәм нәҙекәй билле Ҡарһылыу (хужабикә) ҡаршы алды. Эйе, аңлағанһығыҙҙыр, был юлы ла Мөхәмәтйәровтарға етеүсе булманы һәм уларға гран-при эләкте. Шулай ҙа һүҙемде уңған килендән башлағас, шул юҫыҡта тамамлап ҡуйғы килә. Ҡәйнәһе Рәмзиә Самат ҡыҙы килене тураһында һорауҙы көтөп торған кеүек кенә ихлас яуапланы: “Аллаға шөкөр, тормош иптәшемдән, балаҡайҙарымдан, килендәремдән һәм кейәүемдән уңдым, бөтәһенә лә ризамын. Күҙ генә теймәһен, тип торам. Бөтөнөбөҙ ҙә бер ишбеҙ, эш яратабыҙ. Гөлсимә киленемде, «ҡойоп ҡуйған икенсе Рәмзиә», тиҙәр: эшкә лә, телгә лә шәп, урыны менән шаян да, уйлағанын йәшермәй телеп әйтә лә ҡуя. Татыу, бергәләшеп йәшәүгә ни етә...”. Өҫтәп ни әйтәйем... Ғаиләм - ҡәлғәм, эшем - ашым, тип кенә түгел, ә туғандарым, ауылым, ауылымдың киләсәге өсөн, тип йәшәгән матур кешеләр күберәк булһын.
Зилә АБЗАЛОВА.
Оставить комментарий