УЛАР хѳрмәткә лайыҡ

Оло йәшкә етеп тә, дәрт-дарманы, алға ынтылышы, фекер сослоғо менән йәштәргә үрнәк булырлыҡ кешеләр бар һәр ауылда. Беҙҙең Абҙаҡ ауылы ла ошондай абруйлы кешеләрҙән мәхрүм түгел. Бергә йәшәүҙәренең 51-се кѳҙѳн ҡаршы алған Хәбирә Йәрмѳхәмәт ҡыҙы һәм Әүәл Зәбир улы Ғайсиндар нәҡ шундайҙарҙан. Улар икеһе лә һуғыш йылдары балалары. Әүәл ағайҙың атаһы Зәбир Динислам улы Ғайсин да, Хәбирә апайҙың атаһы Йәрмѳхәмәт Йомағужа улы Йомағужин да балаларының тыныслығы ѳсѳн һуғышта баш һалғандар.

Уларҙың бала сағы еңелдән булмай, сѳнки ил кисергәнде кисерергә, юҡлыҡты, ялан-ғаслыҡты, аслыҡты ла еңеп, артабан йәшәргә кѳстәре еткән. Әүәл ағай хәтирәләргә бирелгән мәлендә, йәше етмәгәнлектән эшкә алмауҙарына әсенеп илап ултырғандарын һѳйләп, кѳлѳп тә ала.
Әүәл Зәбир улы хеҙмәт юлын “Гортоп”, йәғни яғыулыҡ әҙерләү ойошмаһында башлай. Уның күп тиҫтерҙәрен хеҙмәткә ѳйрәткән ойошма 1964 йылда ябыла. 1959 йылда Абҙаҡ ауылында Магнитогорск металлургия комбинаты “Орленок” пионер лагерын тѳҙѳтә. 1966 йылда Әүәл ағай ошо лагерҙа ут яғыусы булып эшләй башлай. 1998 йылда ошонан уҡ хаҡлы ялға сыға.

Хәбирә еңгә лә хеҙмәт юлын 1954 йылда ағас эшкәртеү участкаһында башлай. Уға тѳрлѳ йылдарҙа тѳрлѳ предприятиеларҙа арматурсы булып эшләргә тура килә. Хаҡлы ялға ул да “Орленок” пионер лагерынан китә.

Шулай ҙа уларҙың иң ҙур ҡаҙаныштары, уңыштары - балалары. Бер ҡыҙ, ѳс ул үҫтереп, тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Хәҙер улар дүрт ейәнгә, бер бүләсәргә олатай-ѳләсәй булып, бәхетле ғүмер кѳҙѳ кисерә, ул ғына ла түгел, ейән-ейәнсәрҙәренә эш, кѳнитмеш үрнәге күрһәтә. Нисек итеп тиһегеҙме? Әүәл ағайыбыҙ бер кѳн тракторында, икенсе кѳн “Муравей” мотоциклында йә бесән, йә утын ташырға сыға. Янында олаталарының ышаныслы ҡуйынына һыйынып, ейәндәре лә урын ала. Хатта ул магазинға ла велосипедта ғына елдерә. Вәт, исмаһам, олатай! Ә ѳләсәйҙәре инде эштән арып ҡайтҡан хәләлен, бала-сағаһын, ейән-ейәнсәрҙәрен тәмле һыйы менән ѳлтѳрәп ҡаршы ала. Шулай шул, бәхетлеләр бәхетте тырыш хеҙмәт, татыулыҡ менән яулап ала. Уларға оҙон һәм бәхетле ғүмер, сәләмәтлек, балалар именлеге һәм изгелеге теләйек.
Сәлиә МӘХМҮТОВА,
китапханасы.
Абҙаҡ.
Оставить комментарий