Ике уңған йәрәшһә, бәхет барыр йәнәшә

Кешенең яҙмышы маңлайына яҙылған тип дѳрѳҫ әйтәләрҙер. Толпарҙа тыуып үҫкән Шәрифә Дәрүиш ҡыҙы Ноғайғолова менән Иҫке Тайышта тыуып үҫкән Рафаэль Сәлих улы Кинйәбулатов ҡасандыр бер ғаилә булып Белоретта ғүмер кисереүҙәре тураһында ике ятып бер тѳштәренә лә кергәне булмағандыр.

Белоретта йорт һалып, матур хеҙмәт юлы үтеп, бына тигән балалар үҫтергән ғаилә башлыҡтары хәҙер хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, тик ултырыуҙың нимә икәнен дә белмәйҙәр. Егәрленең ҡулы етәү, тигәндәй, уларҙың икеһенең дә ѳсәр-дүртәр һѳнәре бар, ә инде ғүмер дауамында алған һѳнәрҙәренең иҫәбе-хисабы ла юҡ. Бер эштән дә ҡурҡып тормауҙары уларға бәхет килтерә лә инде. Кинйәбулатовтар уңған, бѳтмѳр, берҙәм. Тап шуға ла донъялары ялт итеп тора.

Бергә уҡыған егеттәр менән Толпарға ҡунаҡҡа килгән мәлендә Рафаэль Шәрифәне күреп ғашиҡ була һәм уның йѳрәген яулау ѳсѳн бѳтә кѳсѳн һала. Итәғәтле, әҙәпле, кешелекле, изгелекле һәм уңған йәштәрҙең бер-беренә ынтылыуы һис тә ғәжәп түгел, сѳнки улар кескәйҙән тышҡы ялтырауыҡҡа ҡыҙыҡмай, эске матурлыҡты тойоп үҫәләр. Тап ошо мѳхиттә үҫкән ғаиләләр ныҡлы, ышаныслы, бәхетле була ла инде. Әйткәндәй, Гѳлсирә һәм Дәрүиш Ноғайғоловтарҙың ҡыҙҙары оҫта ҡуллы, тырыш, уңған булыуҙары менән айырылып тора.

1977 йылдан Белоретта тѳпләнгән Шәрифә һәм Рафаэль Кинйәбулатовтар үҙҙәре кеүек әҙәпле, тырыш, маҡсатлы 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, белем бирәләр. Бѳгѳнгѳ кѳндә улар үҙҙәре гѳрләтеп донъя кѳтә, балалар үҫтерә. Шәрифә Дәрүиш ҡыҙы менән Рафаэль Сәлих улы уларға йорт һалып инергә ярҙам итә.
«Беҙҙең универсал ҡәйнәбеҙ һәм ҡайныбыҙ», - тиҙәр кейәүҙәре яратып, сѳнки йорт һалыу, биҙәү кеүек эштәргә сит кешене саҡырғандары ла юҡ. Ҡәйнәләре ашнаҡсы ла, штукатур-маляр ҙа, тегенсе лә, баҡсасы ла, дизайнер ҙа. Ә уның таң һарыһынан тороп бер нисә һыйырҙы һауып, һѳтѳн эшкәртеп, үҙҙәрен генә түгел, таныш-белештәрен дә һѳт аҙыҡтары менән тәьмин итә.

Рафаэль Сәлих улы ла етмеш һѳнәрҙе үҙ иткән кеше. Ул үҙ һѳнәрҙәрен кейәүҙәренә һәм ейәндәренә ѳйрәтһә, хәләл ефете ҡыҙҙарына һәм ейәнсәрҙәренә донъя кѳтѳү серҙәрен аса. Хатта йәйҙәрен туғандарына ҡайтып бесән эшләшергә лә ѳлгѳрә Кинйәбулатовтар. Шәрифә Дәрүиш ҡыҙы ауылдан килгәс, әҙ генә “8 Март” исемендәге теген фабрикаһында эшләп алғандан һуң крансыға уҡып, БЗТРП-ға эшкә күсә. Рафаэль Сәлих улы ла ошонда хеҙмәт юлы үтә. Башҡаларға һәр ваҡыт ѳлгѳ булған ғаилә башлыҡтарын коллективта ла хѳрмәт итәләр. Уларҙың Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары бихисап, хеҙмәт алдынғыһы знактары ла бар. Икеһе лә ошонан хаҡлы ялға китә.

- Заводта аҡса бирмәй башлағастар, мал тоторға булып киткәйнек, бына шунан бирле ташлағаныбыҙ ҙа юҡ,- ти Шәрифә Дәрүиш ҡыҙы.

- Хәҙер инде шул тиклем ѳйрәнгәнбеҙ, нисек малһыҙ йәшәмәк кәрәк. Беҙ эшһеҙ ултырып ѳйрәнмәгәнбеҙ шул.
Бѳтә туғандарына терәк-таяныс булып йәшәгән Шәрифә һәм Рафаэль Кинйәбулатовтарҙың йәшәү дәртенә, йырлы-моңло, шиғри күңелдәренә һоҡланмау мѳмкин түгел. Компьютер серҙәрен үҙләштереп, ҡырҙа йәшәүсе туғандары, дуҫтары, класташтары менән дә аралашырға ваҡыт таба улар. Ата-әсәй, олатай-ѳләсәй наҙын, йылыһын һибеп бәхетле йәшәй Кинйәбулатовтар.

З.СѲЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий