Яңы йылға аяҡ баҫҡанда

Яңы йылға беҙ ниндәйҙер тулҡынланыу, яңы ѳмѳт-хыялдар менән аяҡ баҫабыҙ һәм үткәненә йомғаҡ яһайбыҙ. 2012 йыл һеҙҙең ѳсѳн нисек булды һәм 2013 йылға ниндәй ѳмѳттәр бағлайһығыҙ, тигән һорау менән беҙ донъяның иң шәп еңел атлеттары рәтенә ингән, 3 тапҡыр Чикаго марафоны еңеүсеһе, Лондонда үткән XXX Олимпиада уйындарында ҡатнашыусы халыҡ-ара класлы спорт мастеры Лилиә Булат ҡыҙы менән уның тормош иптәше, тренеры Игорь Юрьевич Шобуховтарға мѳрәжәғәт иттек. Әйткәндәй, данлыҡлы Лилиәбеҙ ҙә Йылан йылында тыуған икән. Тимәк, быйыл уға мотлаҡ уңыш йылмаясаҡ.
2012 йыл Имен бала саҡ һәм Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы булараҡ иҫтә ҡала. Шуға ла Шобуховтарҙың интернациональ ғаиләһе менән таныштырып китеү уңайлы булыр. Башҡорт егете Булат Рәхмәтулла улы Шаһбалов менән украин ҡыҙы Наталья Дмитриевна Белоретта ғаилә ҡороп, Гүзәл, Лилиә һәм Айгѳл исемле ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтерәләр. Икеһе лә хеҙмәт ветераны булған ғаилә башлыҡтары оҙаҡ йылдар металлургия комбинатында эшләп, хаҡлы ялға сығалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Булат Рәхмәтулла улы бик иртә вафат булып ҡалған. Шулай уҡ Игорҙың әсәһе, сығышы менән Илеш башҡорто, Рима Ишембай ҡыҙы менән рус егете Юрий Константинович Белоретта тѳпләнәләр. Шуныһы ҡыҙыҡ - ҡалала тыуып үҫкән Лилиә башҡортса һѳйләшә белмәй, ә бына Игорь башҡортса матур һѳйләшә. Ни ѳсѳн тиһегеҙме - ѳләсәһе арҡаһында! Йыш ҡына ауылға ҡайтып йѳрѳгән Игорь ѳләсәһе һәм тиҫтерҙәре менән башҡортса аралашырға ѳйрәнә. Әйткәндәй, уның башҡортса белеүе күп кенә мәҙәк хәлдәргә килтереп кенә ҡалмай, хатта «бәләләрҙән» дә ҡотҡара. Нисек икәнен үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙҙыр. «Бер тел белгән - берҙе йыҡҡан, 10 тел белгән - унды йыҡҡан» тип юҡҡа ғына әйтелмәгән. Шуға ла III класта уҡыусы ҡыҙҙары Анна тырышып-тырмашып башҡорт телен ѳйрәнә, ә атаһы уға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ғѳмүмән, Шобуховтар ғаиләһендә ниндәйҙер тәбиғилек, ихласлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ мѳхите хѳкѳм һѳрә. Был йортта бесәйҙәр, ике эт, баһадир һәм ғорур тутыйғош ғаилә ағзалары менән гармонияла йәшәй.

Бына шул ғаилә ҡиммәттәренең тѳп нигеҙе булып тора ла инде. Аҡыллы һәм нәзәкәтле Лилиә менән юморға бай ныҡышмал Игорь үҙ йорттарын бик тәфсирләп, еренә еткереп тѳҙѳгән. Бында күңелһеҙләнеп ултырырға урын юҡ, сѳнки баҡса бар, спорт менән шѳғѳлләнеү ѳсѳн бѳтә мѳмкинлектәр булдырылған. Әлбиттә, Аняны тәрбиәләү һәм хужалыҡ эштәре менән шѳғѳлләнеү күберәген Наталья Дмитриевна иңенә тѳшә, сѳнки Лилиә менән Игорь ѳйҙә һирәк була.

- 2012 йыл беҙҙең ѳсѳн әллә ни уңышлы булмаһа ла, йылға үпкәләп ултырып булмай инде, ваҡыт та юҡ,- тиҙәр Шобуховтар. - 2013 йылға ҙур ѳмѳттәр бағлайбыҙ. Марафонда ҡатнашырға ниәт бар, әммә алдан бѳтә серҙе асып һалып та булмаҫ. Иң мѳһиме - һаулыҡ булһын. Ә Яңы йылды ҡаршылауға килгәндә, ул - ғаилә байрамы. Шуға ла беҙ бѳтә туғандар менән үҙебеҙҙә ҡаршылайбыҙ. Мотлаҡ шыршы биҙәйбеҙ. Байрам табынында ҡаҙ, билмән була. 2010 йылды Испанияла ҡаршылағайныҡ, ул тиклем оҡшаманы. Унда Раштыуаны ғына билдәләйҙәр. Беҙҙең Яңы йыл байрамдары барыбер күңелле.
2013 йылдың Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылы тип билдәләнеүенә килгәндә, бѳтәһе лә үҙебеҙҙән тора. Үҙең йәшәгән ерҙе сүп-сар ѳйѳмѳнә күммәҫкә, тәбиғәтте, хайуандарҙы, йәнлектәрҙе һәм ҡоштарҙы һаҡларға һәм яратырға ғына кәрәк. Бының ѳсѳн кешегә әллә ни кѳс түгергә кәрәкмәй, бары кешелек сифаттарын юғалтмау мотлаҡ.
Район-ҡала халҡын Яңы йыл байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлап, һаулыҡ-таҙалыҡ, ғаилә бәхете, эштәрендә уңыштар һәм бѳтә изге ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Беҙ ҙә Яңы - 2013 йыл Шобуховтар ғаиләһенә бәхет һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен тибеҙ.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Шобуховтар ғаиләһе.
Э. МѲХӘМӘҘИЕВА фотһы.
Оставить комментарий