Кѳслѳ рухлы Хисаметдиновтар

Кѳслѳ рухлы Хисаметдиновтар
Абҙаҡ ауылында татыу, матур донъя кѳткән ғаиләләр бик күп. Ҡырҡ туғыҙ йыл бергә татыу ғүмер иткән Светлана һәм Хөббитдин Хисаметдиновтар, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына ғаилә, әммә улар ошо ябайлыҡтары менән ауылды йәмләй, башҡаларға өлгө булып тора.
Светлана Динислам ҡыҙы 1944 йылдың 15 ноябрендә Әбйәлил районы Ишҡол ауылында донъяға килгән. Атаһы ғаиләһе менән үҙенең тыуған ауылы Абҙаҡҡа ҡайтырға була һәм 1961 йылда күсеп ҡайта. Тырыш ҡыҙ 1962 йылда Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә һәм 1966 йылда уны уңышлы тамамлап, Абҙаҡта башланғыс класс уҡытыусыһы булып эш башлай. 1969 йылда Абҙаҡ ауылы егете Хөббитдин менән тормош ҡороп, ике ул, бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Мәктәптә 30 йыл эшләү осоронда Светлана Динислам ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, урындағы комитет ағзаһы ла, башланғыс кластарҙың методисы ла булып эшләргә ѳлгѳрә. Алдына ҡуйған маҡсатын һәр ваҡыт намыҫ менән, теүәл башҡарырға тырышҡан, эшһөйәр ханымдың тырышлығы Мәғариф министрлығының ике Почет грамотаһы, профсоюз обкомының һәм башҡа бихисап маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән баһаланған. Күпме балаға тәү башлап белем доньяһы серҙәренә тѳшѳнѳргә, уҡырға, яҙырға өйрәткән хеҙмәт ветераны Светлана Динислам ҡыҙы. Ул 1996 йылда хаҡлы ялға сығып, мал, ҡош-ҡорт аҫрап, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып, иренә терәк булып йәшәй.
Тормош иптәше Хөббитдин Мостафа улы 1945 йылда Абҙаҡ ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, 1964-1967 йылдарҙа Пермь крайында хеҙмәт итә. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Магнитогорск ҡалаһына ҡараған РСУ-ла 40 йылға яҡын балта оҫталары бригадиры булып эшләй. Эшендәге уңыштары өсөн грамоталар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, социалистик ярыш еңеүсеһе, «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ була. Ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеһе Хөббитдин Мостафа улы 2005 йылда хаҡлы ялға сыға. Ул ейән- ейәнсәрҙәренең яратҡан олатаһы, ҡатынының терәге һәм ярҙамсыһы. Ҡустыһы Мөхөтдин ауырып киткәс, уны һуңғы кѳнѳнә тиклем ҡарай. Әлеге ваҡытта ауырыу ҡатынын ҡарарға, өйҙә тәртип, таҙалыҡ тоторға тырыша.
- Мал-тыуарҙы бөтөрөргә тура килде, ҡош-ҡорт тотабыҙ, балаларыбыҙға, күршеләребеҙгә рәхмәт, хәлебеҙҙе белешеп, ярҙам итеп торалар, - ти Светлана апай. Тормош ауырлыҡтарына зарланмай, һынауҙарға бирешмәй ғүмер иткән Хисаметдиновтарға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйем. Һулар һауалары саф, күк йөҙҙәре һәр ваҡыт аяҙ, ғүмерҙәре оҙон булһын.
Әнисә ҒӘЗИЗОВА.
Абҙаҡ ауылы.

Оставить комментарий